

Бынан бер нисә ай элек беҙҙең эштә бик ҙур үҙгәрештәр булды. Мин эшләгән бүлекте таратып, ирҙәр генә эшләгән бүлеккә күсерҙеләр. Был ир-егеттәр менән элек тә коридорҙа йыш осрашҡандай инек. Матур итеп йылмайып, иҫәнләшеп китәләр, бик итәғәтле күренәләр ине. Һәр ваҡыт костюм, галстук ҡына кейеп йөрөйҙәр... Шуға күрә бергә эшләй башлағас, мин хатта ҡыуандым да. Ни әйтһәң дә, ирҙәр ғәйбәт һатмай, һүҙ йөрөтмәй. Кәрәк булһа, ярҙам итергә лә ауырһынмайҙар... тип уйланым.
Был бүлектә эшләүе бик рәхәт һәм уңайлы еңел кеүек тойолдо. Документтар тултырылған ауыр папкаларҙы шкафтың өҫкө кәштәһенә күтәреүҙән, компьютер эшләмәй башлаһа, ғазаптарға сик ҡуйылыр тип уйланым. Бер йылмайып ярҙам һорауым етә, йәнәшәмдәге ир-егеттәр шунда уҡ ярҙамға килерҙәр, йәнәһе... Нимә генә әйтһәң дә, беҙгә – ҡатын-ҡыҙҙарға ир-аттың иғтибарын тойоу, матур һүҙҙәрен ишетеү оло бәхет бит инде.
Ләкин хыялдарым беренсе көндө – яңы бүлеккә күсенгәндә үк селпәрәмә килде. Документтар тултырылған ҙур-ҙур ҡумталарҙы ташышырға һорауымды береһе лә ишетергә теләмәне. Бик инәлдем. Уларҙы ташыу ҙа үҙемә ҡалды. Уларҙы ташыуы бер хәл, ә шкафҡа ла урынлаштырырға кәрәк бит. Минең ултырғыстарға баҫып ауыр папкаларҙы урынлаштырып йөрөүемде улар күрмәмешкә һалышты. Йәгеҙ әле, ярҙам итәйем, тип әйтеүсе булманы. Шаҡ ҡаттым. Улар урынында ағайым булһа, ул шунда уҡ йүгереп килер ине. Беҙҙе ярҙам итергә кәрәк, тип үҫтерҙеләр.
Бер аҙҙан мин үҙебеҙҙең бүлектәгеләрҙең, ғөмүмән, үҙ портфелдәренән дә артыҡ ауырыраҡ нәмә күтәрмәгәндәрен аңланым. Ҡатындары нисек йәшәй былар менән?
Быларһы иһә сәскләр генә булған икән. Мәҫәлән, бер көндө тәҙрәләге жалюзи йөрөмәй башланы. Менеп, ысҡындырып ҡына ебәрәһе бар, юғиһә. Әле береһенә, әле икенсеһенә әйтеп ҡараным, «эйе» лә, «юҡ» та тиеүсе булманы. Тәҙрә төбөнә менеп, уларҙы төҙәтеү эше тағы миңә ҡалды. Етмәһә, ул көндө ҡыҫҡараҡ күлдәктә килгән инем. Мин менеп китеүгә, барыһы да баштарын күтәреп, миңә текәлде. Итәк аҫтынан бөтә эске кейемем күренәлер тип, бик оялдым.
Был бүлектә эшләгәндә генә ир-ат халҡының ни тиклем бысраҡ була алыуына инандым. Йыйыштырыусы иҙәндәрҙе йыуа ла сүпте генә ташлай. Ә көндөҙ сәй эсә торған өҫтәлде, тәҙрә төптәрен йыйыу миңә егелде. Тегеләр эшкә юл ыңғайы гәзит-журналдар һатып алалар, бер көнлөк ашҡа пица килтертәләр ҙә, быларҙың сүптәре – барыһы ла бүлмәлә аунап ҡала.
Бер заман был егеттәр минең дә бүлмәлә барлығыма тамам эйәләште. Баштараҡ үҙҙәрен тыйыбыраҡ торған булһалар, хәҙер үҙ-ара һөйләшкәндә әллә ниндәй йәмһеҙ һүҙҙәр ҡушып һөйләйҙәр. Уларҙың ҡатын-ҡыҙҙарҙан көлөүҙәре, ойошмала эшләүсе ҡайһы ҡатындың матур булыуын тикшерүе ялҡытты. Үҙҙәрен белһәләр ине бит... Кеше тикшереүҙә былар подъезд төбөндәге әбейҙәрҙе лә уҙҙырып ебәрә. Әле кемдең кем менән йоҡлағанын, бының бөтә нескәлектәрен һөйләйҙәр. Тыңлап торорға уңайһыҙ хәл. «Минең янда үҙегеҙҙе ирҙәрсә тотоғоҙ инде бер аҙ», – тигәнемә хахылдайҙар ғына.
Минең уларға үҙем турала насар уйларлыҡ һүҙ әйткәнем, үҙемде урынһыҙ тотҡаным юҡ. Тыйнаҡ кейенәм, баҫалҡы йөрөйөм. Ләкин шулай ҙа әленән-әле үҙемдән көлөүҙәрен ишетеп торам. Хужаның минең тарафҡа ябай ғына иҫкәрмә булһа, «ҡатын-ҡыҙҙан артығын көтөп булмай инде...» тигәнерәк мыҫҡыллауҙар яңғырай. Хоҙайым, үҙҙәре һуң!
Бүре өңөндә бүресә олорға кәрәк, ти халыҡ. Ләкин мин бит офисҡа эшкә киләм, улар менән дуҫ булып, улар йырын йырларға түгел. Һәм уларҙың кабинетына индереп ултыртҡандарына минең бер ғәйебем дә юҡ. Нисек итеп был ир-егеттәрҙе үҙемде ҡәҙер-хөрмәт итергә өйрәтәһе? Бәлки, кемдеңдер ир-ат менән бер бүлмәлә эшләгәне барҙыр?
Фото: https://yandex.ru/images/search?text=женщина%20в%20мужском%20коллективе%20рисунок&from=tabbar&p=3&pos=128&rpt=simage&img_url=https%3A%2F%2Fsun9-28.userapi.com%2Fimpf%2Fc854224%2Fv854224735%2F113ed%2FaARNX2yO9vo.jpg%3Fsize%3D604x432%26quality%3D96%26sign%3D2d2e40f8fde12e08bd8ebdfa634148e5