Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Новости
21 Декабря 2021, 08:03

Ҡыуыҡта үткән ғүмер

Дэвид Веттер — үткән быуаттың 70 – 80-се йылдарында бар донъяға билдәле булған кеше. Уның яҙмышы менән миллионлаған кеше ҡыҙыҡһынған. Тормошо буйынса әллә күпме репортаждар, фильмдар төшөрөлгән, китап яҙылған. Дэвидты йәлләп, кемдәрҙер ата-әсәһен әрләй, кемдәрҙер — табиптарҙы. Был тетрәндергес яҙмыш рәхимлекме әллә тәжрибәме тигән һорау тыуҙыра... Дэвид Веттер ғүмере буйы стерилләнгән бокс эсендә йәшәргә мәжбүр була. Барыһына ғәйеп — генетик ауырыу.

Ҡыуыҡта үткән ғүмерҠыуыҡта үткән ғүмер
Ҡыуыҡта үткән ғүмер

Дэвид Веттер — үткән быуаттың 70 – 80-се йылдарында бар донъяға билдәле булған кеше. Уның яҙмышы менән миллионлаған кеше ҡыҙыҡһынған. Тормошо буйынса әллә күпме репортаждар, фильмдар төшөрөлгән, китап яҙылған. Дэвидты йәлләп, кемдәрҙер ата-әсәһен әрләй, кемдәрҙер — табиптарҙы. Был тетрәндергес яҙмыш рәхимлекме әллә тәжрибәме тигән һорау тыуҙыра... Дэвид Веттер ғүмере буйы стерилләнгән бокс эсендә йәшәргә мәжбүр була. Барыһына ғәйеп — генетик ауырыу.

“Малай кәрәк!..”

АҠШ-ның Хьюстен ҡалаһында йәшәүсе Дэвид Джозеф менән Кэрол Энн ғаиләһе башҡаларҙан һис тә айырылмай, ҡәҙимге тормош алып бара. Һау-сәләмәт теремек ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Улар наҫелде дауам итеүсе малай тураһында ла хыяллана. Тиҙҙән Энн ауырға ҡала. Ғаиләгә бәхет өҫтәп, көтөп алған малай тыуа. Әммә сабыйға табиптар ауыр комбинацияланған иммунодефицит (АКИД) диагнозын ҡуя. Асыҡланыуынса, Энн ошо ауырыу менән яфалана. Бындай кешенең бөтөнләй иммунитеты булмай, тимәк, организм үҙ аллы бактериялар менән дә, ауырыуҙар, вирустар менән дә көрәшә алмай. Был диагноз донъяла 100 000-дән бер кешелә осрай. Генетик ауырыу малайҙы ете ай сағында уҡ был донъянан алып китә. Ул ваҡытта АКИД яҡшылап өйрәнелмәгәнлектән, табиптар сабыйҙы ҡотҡара алмай. Атай-әсәгә көндән-көн улдарының ғүмере һүнгәнен күҙәтергә генә ҡала.

Дэвид Джозеф менән Кэрол Энн малайлы булыу теләктәрен юғалтмай. Ауыр ҡайғы баҫылғас, улар өсөнсөгә бала табыу хаҡында уйлай башлай. Әммә был юлы буласаҡ атай-әсәй табиптар менән кәңәшләшә. Уларҙы бер һорау борсой: өсөнсө сабыйҙары ла АКИД менән тыуыуы ихтималмы? Табиптар консилиум йыйып һөйләшкәс, сабыйҙың ауырыу булып тыуыу ихтималлығы 50 процент, тиҙәр. Ошо өлкәлә тикшеренеүҙәр менән ҡыҙыҡһынған белгестәр уның тыуыуына махсус бокс әҙерләп, бер туған апаһы Кэтриндан електе күсереп, операция яһарға һәм шулай итеп баланы ҡотҡарырға вәғәҙә бирә. Ҡурҡыныс һәр осраҡта ла буласаҡ, тип

уйлап, ирле-ҡатынлы уңышҡа ышанып, малайҙы, нәҫелде дауам итеүсене, табырға була.

Сабый тыуа, әммә...

Бала тыуыр ваҡыты етеп килгәндә, Кэрол Эннды дауаханаға һалалар. Бала тыуғансы уны тулыһынса стерилләнгән бүлмәлә тоталар. Хатта эскән һыуы ла, аҙығы ла махсус таҙартыуҙар үтә. Энн янына бер кемде лә индермәйҙәр, туғандары менән дә телефон аша ғына һөйләшә. Шул уҡ ваҡытта табиптар махсус операция бүлмәһе әҙерләйҙәр, вәғәҙә ителгән бокс яһала. Һауала микробтар кәмеһен өсөн ҡалған пациенттарға йөрөргә айырым юлдар асалар.

Операция көнө еткәс, 1971 йылдың 21 сентябрендә, (баланы кесарь киҫеме менән алалар), Эннды, эсен генә ҡалдырып, стерилләнгән простыняға төрәләр, аҙаҡ ул был мәлде: “Үҙемде мумия кеүек тойҙом”, — тип хәтерләйәсәк. Персонал да һайланып алына, уларға махсус костюмдар әҙерләнә, тәндәренең һәр бер миллиметры эшкәртеү үтә. Операция ваҡытында һауала микробтар осмаһын өсөн табиптар һөйләшмәй, ишаралар менән генә аралашып, яйлап ҡына үҙ эштәрен башҡара. Әсә ҡарынынан алынғас та, малай “тышта” тик ун секунд тирәһе була, сөнки уны шунда уҡ махсус, барлыҡ микробтарҙан таҙартылған боксҡа һалалар.

Артабан табиптар сабыйға бер туған апаһының елеген (костный мозг) күсереп ҡуйыуға әҙерләнә башлай. Әммә апаһының уға донор булараҡ тап килмәгәне асыҡлана. Шулай Дэвид Филлип Веттер тип исем бирелгән малай йә донор, йә дауаланыуға яңы юл эҙләп табылғанға тиклем бокста ҡала.

Бокс эсенән сыҡһа — үлем

Йылдар үтә, әммә Дэвидты дауалау юлы табылмай. Ул —дауаханала пластик ҡыуыҡта йәшәүен дауам итә. Бокс эсенән сыҡһа — үлем. Донъяны сабый шул диуар аша ғына күҙәтә ала. Ул бер кемгә лә, уға ла бер кем дә тейә алмай. Әсәһе балаһын бер тапҡыр үбеү генә түгел, хатта бармаҡ остары менән булһа ла һөйөп, һыйпап ҡарай алмай. Уға бокс диуарына беркетеп ҡуйылған резина бирсәткә аша ғына ҡағылырға була.

Әгәр ауырыуҙы дауалау юлы табылмаһа, ул ғүмере буйы шулай йәшәрме?

Малай үҫә, йәшәү урыны ғына үҙгәрмәй. Бары тик дауахананың бүлмәләре алмашына ла ҡыуыҡ ҙурайып бара. Дэвидҡа тәүге аҙымдарын да ошо бәләкәй генә һауыт эсендә яһарға тура килә.

Был боксҡа ингән һәр нәмә —һыу, аҙыҡ-түлек, подгузниктар, кейемдәр, уйынсыҡтар бер көндән ете көнгә тиклем эшкәртеү үтә. Уйынсыҡтарҙың, башҡа әйберҙәрҙең этикеткаларын һыҙырырға мәжбүр булалар, елемдең эҙҙәре лә ҡалдырылмай. Хатта һауаны ла таҙартыр кәрәк. Шуға ла Дэвид нимәнелер хәҙер үк теләһә лә, аҙналап көтә. Бала бәләкәй саҡтан сабыр булырға, көтә белергә өйрәнергә тейеш була.

Бокста бала өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырырға тырышалар, телевизор ҙа ҡуялар. Бер аҙ үҫкәс, ялдарҙа, каникулдарҙа өйгә ҡайтып йөрөү өсөн күсмә бокс булдыралар. Әммә бокс ул барыбер иркен йортта йәшәү түгел. Мәҫәлән, һауаны таҙарта торған махсус аппараттар һәр саҡ шаулап торғас, Дэвид — башҡаларҙы, башҡалар Дэвидты насар ишетә.

Дэвидҡа ғүмеренең тәүге секундтарынан уҡ ошондай шарттарҙа йәшәргә тура килә. Ул бында атларға, үҙ аллы ашарға, яңғыҙы уйнарға, уҡып яҙырға өйрәнә.

Әйтерһең, аквариумдағы балыҡ

Ҡыуыҡ эсендә йәшәгән бала киң билдәлелек яулай. Уның турала күп кенә репортаждар төшөрөлә, мәҡәләләр баҫыла. Билдәле кешеләр йыш ҡына килеп, малай менән фото төшөп китә. Уны, әйтерһең, аквариумдағы балыҡ итеп ҡабул итәләр.

Дэвидтың ҡыуығына икенсе уйын бүлмәһе тоташтырғас, баланың тәүге тапҡыр унда инеүен төшөрөп алыр өсөн бүлмәгә журналистар килеп тула. Дэвид уйын “бүлмәһенә” инеүҙән баш тарта. Табиптар ҙа, ата-әсәһе лә малайҙы күндерә алмағас, психолог саҡыралар. Психолог Мэри Аде Мёрфи менән бер аҙ һөйләшкәс, малай ризалаша. Шул көндән алып Мэри Аде Мёрфи артабан бала менән эшләргә була.

Дэвидҡа бер ваҡытта ла тынғы булмай. Ул һәр саҡ күҙәтеү аҫтында. Көн һайын табиптар, шәфҡәт туташтары... Уның тормошондағы һәр яңы ваҡиғаны репортерҙар, журналистар күҙәтә. Дэвидҡа уңайлы шарттар булдырыр өсөн күп кенә аҡса сарыф ителә, шуға ла билдәлелек ҡайһы саҡ финанс яҡтан яҡшы булһа ла, бәләкәй бала өсөн еңелдән бирелмәй.

Микроб батшаһы һөжүм итә

Дүрт йәше тулғас, бокс эсендә яңылыш ятып ҡалған шприц энәһе ярҙамында Дэвид ҡыуығын тишә. Быны күреп ҡалған табиптар уның менән едти һөйләшеү үткәрергә була. Бәләкәй Дэвидҡа уның башҡалар кеүек ябай бала түгеллеген, микробтар нимә икәнен, уға ниндәй зыян килтергәнен аңлаталар. Бокстан сығыу — үлем, тип башына һеңдерәләр. Бәләкәй малайҙа шунан алып мизофобия —микробтарҙан һәм бысраҡтан ҡурҡыу барлыҡҡа килә. Ул яңы әйберҙәрҙе шикләнеп кенә тота башлай һәм тыныс йоҡонан яҙып, төнөн һаташа башлай. Төштәрендә ул микроб батшаһы үҙенең ҡолдарын Дэвидҡа ҡаршы һөжүм итергә ебәрә йә үрмәксе-тараҡандар уның боксына инеп маташа тип күреп, ҡото осоп уяна.

НАСАнан скафандр

Ҡыуыҡтағы малайҙың яҙмышы кешеләрҙе битараф ҡалдырмай. НАСА белгестәре Дэвид өсөн бокстан сығып йөрөй алырлыҡ скафандр уйлап таба. Әммә Дэвид уны кейеүҙән ҡәтғи баш тарта. Ул боксын ташлап сығып китһә, мотлаҡ берәй микроб эләктереп алырмын, тип ҡурҡа. Оҙаҡ ҡына барған һөйләшеүҙәрҙән һуң, малай кейергә ризалаша. Атларға уңайһыҙ булһа ла, ул яй ғына аҙымдар менән бокстың тышында барған тормошҡа аяҡ баҫа. Быға тиклем ул бер яҡҡа алты аҙымдан да күберәк йөрөгәне булмай. Дэвидты кешеләр көн дә ҡулланған ябайҙарҙан-ябай әйберҙәр ҡыҙыҡһындыра: ул ишекте асып-ябып ҡарай, крандан һыу аҡҡанын күҙәтә, урамға сығып, шлангтан һыу һиптерә... Бәхет өсөн уға күп кәрәкмәй!

Әммә был скафандрҙы Дэвид бары тик 7 тапҡыр кейә. Әлеге лә баяғы микробтарҙан ул ныҡ ҡурҡа.

“Боксыңды һүндерәм!..”

Дэвидты апаһы Кэтрин ныҡ ярата. Сит күҙҙәрҙән, сит һүҙҙәрҙән яҡлап-һаҡлап йөрөй. Хатта тәүге йылдарҙа бокс эргәһендә йоҡлар була. Апалы-ҡустылы бергә уйнай, ял итә, ғөмүмән, улар бик яҡын һәм дуҫ була. Тик Кэтрин барыбер ирекле. Теләгән ваҡытта, башҡа балалар менән уйнайым тип, Дэвидты ташлап сығып китә ала. Малайға апаһын көтөп ултырыуҙан башҡа бер ни ҙә ҡалмай.

Ике бала араһында иреш-талаш та сығып киткән осраҡтар була. Улар боксҡа ҡуйылған резина бирсәткәләр ярҙамында һуғыша. Дэвид апаһына һуға ла, бокстың икенсе мөйөшөнә ҡаса. Апай кеше өлкәнерәк бит, ул “Боксыңды һүндерәм”, — тип һауа таҙарта торған бер аппаратты розетканан һура. Дэвид запас бүлеккә инеп, апаһынан илай-илай кире тоҡандырыуын һорай.

Дэвид башҡа балалар менән дә дуҫлаша. Улар йыш ҡына ҡунаҡҡа инеп, бергәләшеп уйнай. Хатта бер дуҫы Дэвид өсөн кинотеатрҙа кино күрһәтеүҙе ойоштора.

“Нимә өсөн уҡыйым?..”

Бындай шарттарҙа йәшәгән баланың, әлбиттә, күп кенә психологик проблемалары барлыҡҡа килә. Дэвид менән һәр саҡ психолог эшләй. Малай үҙенең башҡаларҙан айырылып торғанын иртә аңлай. Бына ул бер тапҡыр апаһы менән уйнап ултырғанында, Кэтрин: “Мин күршеләргә барып бургер ашайым”, — тип сығыу яғына ыңғайлай. Дэвид та ырғып тороп: “Минең дә ашағым килә! — тип ҡысҡыра, әммә шул уҡ секундта кире урынына ултырып : Әй, юҡ, ашағым килмәй”, – тип тыныс ҡына әйтеп ҡуя.

Һәр саҡ башҡаларҙың күҙ алдында булғанға, Девидты үҙен яҡшы тоторға өйрәтәләр. Аҙаҡ психологы ла, Мэри Аде Мёрфи, баланың ысынында нимә тип уйлағанын, ҡасан талап ителгәнсә түгел, ә ысын күңелдән сыҡҡан хәбәрҙәрен һөйләгәнен аңлар өсөн күп ваҡыт кәрәк булды, тип яҙа.

Әлбиттә, репортаждарҙа Дэвидты психологик яҡтан сәләмәт, уңайлы шарттарҙа йәшәгән бәхетле бала тип күрһәтәләр. Тик тиҫтерҙәре менән аралашыу етмәгәнлектән, үҙенең киләсәге билдәһеҙ икәнен аңлауҙан ул күп кенә ауырлыҡтар кисерә. Үҫә башлағас, уның кәйефе йыш ҡына ҡапыл үҙгәрә башлай, көтмәгәндә асыуы тоҡана.

Бындай ярһыуҙарҙан һуң ул депрессияға китә. Көндәр буйы өндәшмәй бер мөйөштә ултырыр була. Көндән-көн үҙенә ябыла башлай. Табиптар малайҙың үҫмер сағы етһә, бөтөнләй тыңламаҫ, тип борсола башлай.

Дэвидты ябай мәктәп программаһы менән уҡыталар. Ул ҡайһы саҡ хатта дәрестәрҙе телефон аша тыңлай. Әммә күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп киткән саҡта, ул психологына әйтеп һала: “Нимә өсөн мин уҡыйым? Нимәгә миңә был белем? Мин бит уларҙы бер ваҡытта ла ҡуллана алмаясаҡмын”.

Дэвид тураһында аҙаҡ Мэри Аде Мёрфи китап яҙып сығара. Китап исеме генә лә — “Ҡыуыҡтың шартлауы: Дэвид Веттерҙың ыҙалы ғүмере һәм ваҡытһыҙ үлеме”— малайҙың тормошо, эске кисерештәре хаҡында күпте һөйләй.

Тормошҡа ашмаған хыял

Дэвидҡа 12 йәш тулғас, ил хөкүмәте малайҙы ҡарау өсөн сығымдар күп талап ителә, ә ауырыуҙы өйрәнеү алға китмәй, тип белдерә. Был хәл табиптарҙы операция үткәрергә мәжбүр итә. Улар алдағы планға кире ҡайта: Дэвидҡа бер туған апаһының елеген күсерергә. Операцияны 1983 йылдың 23 октябрендә яһайҙар, ул уңышлы үтә. Тик декабрь айында Дэвидҡа ҡапыл ҡыйын булып китә. Уның температураһы күтәрелә, эсәктә ҡан ағыуы арҡаһында диарея һәм ҡоҫоу башлана. Симпотмдарҙан ҡурҡып, Дэвидты бокстан сығаралар. Шунда ул беренсе тапҡыр үҙ тәнендә әсәһенең ҡулын тоя. “Ҡытыҡ килә”, — ти Дэвид, тәүге тапҡыр бирсәткәһеҙ ҡағылыуҙы тойоп.

Бокстан сыҡҡас малай бөтөнләй хөртәйә. Тик ул бер теләген онота алмай. Зәңгәр экрандарҙа күп итеп кока-коланы рекламалайҙар, бөтә кешеләр шуны тәмләп эсә. Дэвидтың да ошо эсемлекте бер тапҡыр булһа ла йотоп ҡарағыһы килә. Бокста йәшәгән сағында белгестәр кока-коланы таҙартып, стерилләп, ҡарайҙар, әммә тәме юғалғас, эсеп булмай. Был юлы ла табип Дэвидҡа рөхсәт итмәй. Ә бер нисә көндән, 1984 йылдың 22 февралендә, малай үлеп ҡала.

Асыҡланыуынса, Дэвидты апаһының елегенең күҙәнәктәрендә булған Эпштейн—Барр вирусы үлтерә. Електе күсереп ултыртыу алдынан булған тикшеренеү ваҡытында вирусты таба алмайҙар, әммә

малайҙың иммунитетһыҙ организмына килеп эләккәс, ул тиҙ арала йөҙләгән яман шеш барлыҡҡа килтерә.

Рәхимлекме? Тәжрибәме?

Дэвидтың ата-әсәһенә күп кенә ҡурҡыныс хаттар килә. Уларҙың эстәлектәре бер үк: нисек һеҙ генетик ауырыуҙы йөрөтөүсе икәнегеҙҙе белә тороп, бала табырға булдығыҙ? Һеҙ баланы бәхетһеҙ иттегеҙ! Үҙегеҙҙе генә уйлайһығыҙ!

Был ғәйепләүҙәр табиптарға ла эләгә. Уларҙы бала өҫтөндә тәжрибә үткәрҙегеҙ, тип кешеләр күрә алмаҫ була. Халыҡ араһында бындай ҡараштар таралыуы белгестәрҙе бер өҫтәл артына йыйылып, хәлдең әхләҡи яғын тикшеререгә мәжбүр итә.

Ултырыш барышында Дэвидтың тәүге табибынан, Джон Монтгомеринан, берәү: “Бындай проекттарҙы тағы күпме тормошҡа ашырасаҡһығыҙ?” — тигән һорау бирә. Ул: “Башҡа унан бер мәғлүмәт тә алып булмағанға йә проекттың нимә менән бөткәнен асыҡлағансыға тиклем”, — тип яуап ҡайтара.

Йылдар үткәс, ул табип былай ти: “Ул ваҡытта алған мәғлүмәттәр беҙҙе ҡанатландыра ине. Кешеләр тәүәккәллек итмәһә, беҙ һеҙҙең менән булмаҫ инек. Әгәр Колумбҡа алдан уҡ ул Ер сигенә етмәйәсәкһең тиһәләр, ул Испанияла ҡалып, тортилья һатып ҡына ғүмер итер ине”.

Нисек кенә булмаһын, Дэвидты бөтә донъя менән дә ҡотҡара алмайҙар. Нәҫелде дауам итеүсе тураһында хыялланған Джозеф менән Кэрол Энн улдары үлгәс, айырылыша. Ә Дэвидтың ҡәбер ташында “Ул был донъяның үҙенә тейә алмаһа ла, донъяның күңеленә тейҙе” тигән һүҙҙәр яҙылған.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас