

Гөлшат Рауил ҡыҙы Абҙаҡ ауылында тыуған. Абҙаҡ мәктәбендә 27 йыл эшләү осоронда 21 йыл директор вазифаһын атҡара. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы”, “Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
Белем усағы директоры булараҡ, төрлө шәхестәр, яҙыусылар менән ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыуҙарҙы йыш үткәрә. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов, химия фәндәре докторы, академик, башҡорт әҙәбиәте классигы Зәйнәб Биишеваның улы Телмән Әминев менән үткән осрашыуҙы мәктәп коллективы әле лә һағынып иҫкә ала. «Бындай осрашыуҙар беҙҙең өсөн оло әһәмиәткә эйә. Уҡыусыларҙың әлегә саҡлы дәреслектәр буйынса ғына белгән яҙыусылар менән яҡындан аралашыу мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, танылған ҡаурый оҫталары – Ирек Кинйәбулатов, Таңсулпан Ғарипова, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Венер Исхаҡов, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, йырсылар Әлфиә Юлсурина, Айтуған Ғәйзуллин булды. Бындай осрашыуҙар шәхес тәрбиәләүҙә лә ыңғай йоғонто яһай», — ти Гөлшат Йомағужина.
Гөлшат Рауил ҡыҙы данлыҡлы педагогия колледжында ла матур йолаларҙы дауам итә.