

Туҡһанынсы йылдар аҙағында башҡорт эстрадаһы көмбәҙендә сағыу йондоҙ булып балҡыған Дияна Ишниязова әле лә киң билдәле сәнғәт оҫтаһы булып ҡала килә. Уның дәртле, рухлы, мөхәббәткә бағышланған йырҙары бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, талантлы композитор, йырсы Дияна Ишниязова бөгөн беҙҙә ҡунаҡта.
– Дияна, һеҙҙе ҙур сәхнәгә алып сыҡҡан оло юлдың башы ҡайҙа барып тоташа?
– Мин Калининград ҡалаһында тыуып үҫтем. Атай-әсәйем тамырҙары менән Учалы районынан. Атайым Рафаэль Мәхмүт улы Силәбе хәрби танк училищеһын тамамлағас, Калининград ҡалаһына йүнәлтелә. Майор дәрәжәһендә Мәскәү-Минск дивизияһы полкының техника буйынса начальнигы урынбаҫары булып хеҙмәт итте. Әсәйем Рауза Георгий ҡыҙы тәүҙә элемтә операторы, һуңынан почта начальнигы булып эшләне. Ике яҡтан да олатай-өләсәйҙәрем йыр-моңға маһир булған. Ғаиләлә өс ҡыҙ – Леля апайым, мин һәм Гөлнара һеңлем буй еткерҙек. Апайым музыка мәктәбендә скрипка класында уҡыны. Мин дә унан ҡалышмай кескәй генә сағымдан йырларға һәм уйнарға өйрәндем.
Башланғыс кластарҙа уҡығанда, табип булып, кешеләрҙе дауалаясаҡмын, тип хыяллана торғайным. Бишенсе кластан ныҡлап музыка менән шөғөлләнә башланым. Элек мәктәптәрҙә үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары конкурстары йыш үткәрелә ине. Мин хор солисы булдым. Коллективыбыҙ менән төрлө урындарҙа гастролдәрҙә булдыҡ, хатта сит илгә – Польшаға барыу бәхете лә йылмайҙы. Уҡыуҙа ла һынатманым, бигерәк тә гуманитар фәндәрҙән яҡшы өлгәштем.
Күп тә үтмәй, музыка мәктәбенә фортепиано класына уҡырға индем, шулай уҡ бейеү түңәрәгендә шөғөлләндем. Сәнғәт донъяһы үҙенә арбаны, 9-сы класты тамамлағас, Калининград музыка училищеһында уҡый башланым.
Атайым менән әсәйем йәшләй генә ситтә йәшәй башлайҙар. Тыуған тупраҡ ныҡ тартҡандыр инде, һәр ваҡыт Башҡортостанға ҡайтырға хыялланалар ине. Атайым отставкаға сығыу менән Учалы ҡалаһына күсендек, мин уҡыуымды урындағы музыка училищеһында дауам иттем.
Уны тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтының хор дирижеры йүнәлешенә индем. Төрлө яҡлап һәләтле, талапсан педагог Светлана Слягузова минең йырсы булып китеүемә ҙур өлөш индерҙе.
– Рус мөхитендә үҫһәгеҙ ҙә, башҡортса аралашаһығыҙ, йырлайһығыҙ...
– Бала саҡта Учалыға йыл һайын ҡайттыҡ, өләсәйем беҙҙең менән башҡортса һөйләшә ине, атай-әсәйем дә туған телгә һөйөү тәрбиәләргә тырышты. Әммә башҡорт телендә аралашырға институтта уҡыған сағымда өйрәндем, бүлмәләш әхирәтем дә быға ҙур көс һалды.
– Беренсе тапҡыр ҙур сәхнәгә ҡасан сыҡтығыҙ? Профессиональ артист булараҡ, хеҙмәт юлығыҙ нисек башланды?
– Институтта уҡыған саҡта, мин Мәскәүгә Гнесиндар исемендәге музыка академияһына күсергә хыялланғайным. 1996 йылда “Ант” төркөмө менән таныштым. Улар миңә башҡорт телендә сығыш яһарға тәҡдим итте. Быға тиклем рус, итальян, француз, инглиз телдәрендә генә йырлай инем. Иң тәүҙә килеп сыҡмаҫ, тип икеләндем. Тырыша торғас, булдырҙым. “Аманат-шоу”, “Урал моңо” бәйгеләрендә ҡатнашып, еңеү яуланым.
Хеҙмәт юлымды төҙөлөш колледжында музыка етәксеһе булып башланым, 2005 йылда Өфө ҡала мәҙәниәт һарайына солист-вокалист итеп эшкә саҡырҙылар. Төрлө музыкаль проекттарҙа, фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша башланым, ҡала кимәлендә ойошторолған бар сараларға ла йәлеп итә торғайнылар. Ошо дәүерҙә Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһы составында сит илдәрҙә һәм Рәсәйҙең байтаҡ ҡалаларында ижади сәфәрҙәргә лә сығырға насип булды. 2018 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләйем.
– Дияна, һеҙ бит йырсы ғына түгел, композитор ҙа. Йырҙар яҙа башлауығыҙға нимә этәргес булды?
– Ҙур сәхнәлә сығыш яһай башлау менән, ниндәй йырҙар һайларға, репертуарҙы нисек байытырға, тигән һорау тыуҙы. Дуҫтарым миңә “Ысын йырсы үҙенең йырҙарын башҡара. Үҙең көй яҙып ҡара” тип кәңәш бирҙе. Тәүәккәлләнем, тырыша торғас, “Оран” тип аталған беренсе йырымды ижад иттем. Ошо йырым менән “Аманат-шоу” йыр конкурсында ҡатнаштым, бик матур, эстәлекле клип та төшөрөлдө. Һуңынан “Йәшлек” йырын ижад иттем. 2001 йылда уны башҡарып, “Урал моңо” конкурсында беренсе урынды яуланым. Бигерәк тә йәштәр араһында был йырым киң танылыу алды.
– Ниндәй йырҙарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ? Йыр һеҙҙең өсөн нимә ул?
– Үҙемдең йырҙарымдан тыш, башҡа композиторҙарҙың ижадын да яратып башҡарам. Халыҡ йырҙарын да бик яҡын күрәм.
Йыр – минең тормошом, тип әйтһәм дә, арттырыу булмаҫ, йыр – ул көс, хистәр өйөрмәһе, энергия. Йыр аша мин кешеләр менән аралашам, уларҙың күңелен күтәрәм, дәртләндерәм йәки уйға һалам. Советтар заманынан килгән “Беҙгә йыр йәшәргә һәм төҙөргә ярҙам итә” тигән һүҙҙәр бер ҡасан да актуаллеген юғалтмаясаҡ.
– Бихисап конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашып, лауреат, еңеүсе булдығыҙ. Иң ҙур уңышығыҙ тип ҡайһыһын һанайһығыҙ?
– Һәр еңеү яңы ҡаҙаныштарға этәрә, дәрт өҫтәй. Өҫтә әйтеп үтелгәндәрҙән тыш, “Башҡорт йыры”, “Гәлсәр һандуғас”, “Юлдаш-хит”, “Планеталар парады” фестиваль-конкурстарында ҡатнашып, еңеүҙәр яуланым, тәжрибә тупланым. Төркиәлә уҙғарылған төрки телле халыҡтарҙың “Тюрквидение” халыҡ-ара фестивалендә, аҙаҡ конкурсында ҡатнашыу бәхете йылмайҙы миңә. 20 ил араһында Башҡортостан исеменән лайыҡлы сығыш яһауым менән ғорурланам.
– Ҡатын-ҡыҙ хеҙмәттә ни тиклем уңыштарға өлгәшмәһен, уның өсөн ғаиләһе, яҡындары иң мөһиме булып ҡала. Тормош иптәшегеҙ, ғаиләгеҙ тураһында ла һөйләгеҙсе...
– Ғаиләм – төп таянысым, терәгем, йәшәү мәғәнәһе. Тормош иптәшем, ике ҡыҙым – улар мине рухи яҡтан байыуға, үҫеүгә этәреүсе кешеләр. Ирем Марат, һөнәре буйынса иҡтисадсы булһа ла, сәнғәткә, ижадҡа ғашиҡ кеше. Артист тормошоноң ни тиклем ҡатмарлы икәнлеген ул яҡшы белә, ижад кешеһен аңлай, һәр башланғысымды хуплап ҡына тора. Быйыл мине филармонияның ижад төркөмө етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр. Маратты беҙҙең төркөмдөң концерт директоры-администраторы итеп эшкә саҡырҙыҡ. Бергә, бер коллективта эшләү мөнәсәбәттәрҙе нығыта.
Ике балабыҙҙың да музыкаль һәләте бар. Оло ҡыҙыбыҙ Алинаға 17 йәш, мәктәптә яҡшы уҡыны, бигерәк тә теүәл фәндәр еңел бирелде, әммә барыбер сәнғәт юлын һайланы, бөгөн ул – сәнғәт училищеһының эстрада вокалы бүлеге студенты. Кесе ҡыҙыбыҙ Йәсминәгә – 8 йәш, музыка мәктәбенең скрипка класында белем ала. Тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратабыҙ. Бергәләп сәйәхәт итеү ғаиләне берләштерә, туплай, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар уята. Атайым мәрхүм инде, әсәйем беҙгә яҡыныраҡ булһын тип, Кушнаренко районынан йорт алып, шунда йәшәй, ял һайын уға барып хужалыҡ, баҡса эштәрендә ярҙам итергә тырышабыҙ.
– Дияна, әле ниндәй проекттар өҫтөндә эшләйһегеҙ? Киләсәккә пландарығыҙ ниндәй?
– Апрелдә минең соло концертым үтергә тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия арҡаһында ул кисектерелде. Әммә һис тә борсолмайым, донъялар рәтләнгәс, барыһы ла булыр әле. Ошо ваҡытты файҙаланып, яңы йырҙар яҙам, өйрәнәм, репертуарымды байытыу өҫтөндә эшләйем.
Рөстәм Ғиззәтуллин менән оҙаҡ йылдар таныш булһаҡ та, бергә эшләгәнебеҙ юҡ ине, әле уның менән яңы проект әҙерләй башланыҡ.
Шулай уҡ, күптән түгел Фирдус Тимаев менән аралашырға насип булды. Һөҙөмтәлә йәнә бер яңы ижади проект төҫмөрләнә буғай. Яңы йырҙар ижад итеү, яңы концерттар ҡуйыу, гастролдәргә сығыу – ошо инде сәхнә кешеһенең иң ҙур хыялы.
– Дияна, үҙегеҙ кеүек һомғол буйлы булып ҡалыу өсөн ҡатын-ҡыҙға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Барыһы ла кешенең үҙенән ҡала. Мин бер ҡасан да спорт залдарында шөғөлләнмәнем. Хәйер, бының өсөн ваҡытым да юҡ. Ҡатын-ҡыҙҙың эше күп икәнлеге барыһына ла мәғлүм. Гастролдәрҙән ҡайтҡас, йорт мәшәҡәттәренә сумам, балалар ҙа күп иғтибар талап итә. Бынан тыш, яңы йырҙарҙың һүҙҙәрен ятларға кәрәк. Яңы образ өҫтөндә эшләү ҙә күп ваҡыт талап итә.
Әлбиттә, спорт менән шөғөлләнәм, әммә күнекмәләрҙе өйҙә генә эшләйем һәм күберәк йәйәү йөрөргә тырышам. Һуңғы ваҡытта, таныш бейеүсе кәңәше буйынса, ҡулса (обруч) өйрөлтәм. Көнөнә 20 минут шөғөлләнеү үҙеңде тейешле формала тоторға ярҙам итә.
– Тамашасыларға ниндәй теләктәрегеҙҙе еткерер инегеҙ?
– Барыһына ла иң тәүҙә сәләмәтлек теләйем. Бөгөн был бигерәк тә актуаль. Кеше өсөн иң мөһиме – үҙеңдең һәм яҡындарыңдың һаулығы. Һине өйҙә һағынып көтөүсе, һине аңлаусы яҡын кешеләреңдең булыуы – иң ҙур бәхет. Бар хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, күңелегеҙҙә гел яҙ булһын, сөнки яҙ – ул мөхәббәт, ә мөхәббәт йәшәү өсөн көс, дәрт бирә.
"Башҡортостан" гәзитенән.