Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
23 Декабрь 2021, 17:16

Күңел күҙе

Әҙәм балаһының булмышы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шуға көйләнгән.

Күңел күҙеКүңел күҙе
Күңел күҙе

Ҡалала йәшәүсе бер бай сауҙагәргә ауылдан дуҫы килә. Ҡаланың матур, иҫтәлекле урындарын ҡарап йөрөгәндә, ҡунаҡ нимәгәлер туҡтап тынып ҡала. Бының сәбәбен һорашҡан сауҙагәргә дуҫы:
– Мин сиңерткә сирҡылдауын тыңлайым, – тип яуап бирә.
Тегенеһе быға ышанмай. Тирә-яҡ бетондан ғына уратып алынған цивилизациялы ҡалала нин­дәй сиңерткә йәшәһен инде?! Ә яҡында махсус ултыртылған сәскәләр араһынан дуҫы си­ңерт­­­кәне алып сыҡҡас, һоҡланыуын йәшер­мәй:
– Үәт һин һаҡҡолаҡ, – тип арҡаһынан ҡағып ҡуя.
– Юҡ, – ти тегеһе. – Мин дә һинең кеүек ғәҙәти бер кешемен. Бары тик күңелем нимә ишетергә теләгәнен генә ишеттем. Ҡара! – ти ҙә, бер нисә баҡыр тәңкәне асфальтҡа һибеп ебәрә. Шунда ҡайҙалыр ашығып йүгерешкән кешеләр ағымы туҡталып тирә-яҡтарына ҡарана башлай. Йәнәһе лә, минең кеҫәнән аҡсаларым ҡойолманымы икән?
– Һәр кем нимә ишеткеһе, нимә күргеһе килә, шуны тоя, күрә шул. Әҙәм балаһының булмышы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шуға көйләнгән.

Хөрмәтле дуҫтар, ҡайҙа ғына булһаҡ та, тәбиғәт балалары икәнебеҙҙе онот­маһаҡ, уға ҡарата хилафлыҡ ҡылмаһаҡ ине! Ә күңел күҙҙәребеҙ гел матурлыҡты күреп, ҡолаҡтарыбыҙ ғына түгел, аңыбыҙ ҙа тәбиғәттең сихри моңдарын ғына ишетеп, йә­шәүгә көс, дәрт алып, йөрәк­тәребеҙҙе изгелек, яҡшылыҡ менән тултырырға ярҙам итһен.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас