Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
23 Декабрь 2021, 16:40

Ҡыш бабай Путиндың теләктәрен үтәйме?

Матбуғат конференцияһында Президентҡа шундай һорау ҙа бирҙеләр.

Ҡыш бабай Путиндың теләктәрен үтәйме?Ҡыш бабай Путиндың теләктәрен үтәйме?
Ҡыш бабай Путиндың теләктәрен үтәйме?

 "Санкт-Петербургтағы юрист Бөйөк Устюгта йәшәүсе Ҡыш бабайҙы судҡа биргән. Ул 23 йыл буйына уның теләген бер генә лә үтәмәгән. Ә һеҙҙең Ҡыш бабай менән мөнәсәбәтегеҙ нисек?" Матбуғат конференцияһында Президентҡа шундай һорау ҙа бирҙеләр.

— Мин дә юрист, Санкт-Петербургтан, бына ошо оҡшашлыҡ бар. Юрист булараҡ, мин Ҡыш бабайҙың адвокаты була алам. Теге әйтә алам: Ҡыш бабай тәртибе яҡшы булған ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың ғына теләктәрен үтәй. Был иң элек кеше үҙенең ғәмәлдәренә  бәйле. Ә Ҡыш бабайға мөнәсәбәтем бик яҡшы. Бөгөн һеҙҙең алда ултырыуым менән  мин уға һәм Рәсәй халҡына рәхмәтлемен. Ҡыш бабай бүләктәр генә таратып ҡалмай, хыялдарҙы ла тормошҡа  ашыра, — тине Владимир Путин.


Автор:Венер Исхаков
Читайте нас