

Ҡазан федераль университеты ректоры Илшат Ғәфүровтың ҡулдарына бығау һалып шунда уҡ Мәскәүҙең Басман судына алып китеп рәшәткә артына тығып ҡуйыуҙары барыбыҙға мәғлүм инде. Был күренеште йәмәғәтселек төрлөсә ҡабул итте: берәүҙәре, шул кәрәк уға, университетта туған телде бөтөрөүгә ҙур өлөш индерҙе тиһә, икенселәре, беҙҙең халыҡ шул инде, бер-беребеҙҙе батырырға әҙер торабыҙ, тигән фекерҙәрен белдерҙе.
Татарстандың Дәүләт Советы депутаты Илшат Ғәфуров енәйәтсел ойошма аша кеше үлтереүҙә ғәйепләнә. 1999 йылдың 29 авгусында Яр Саллылағы «29-сы комплекс» енәйәтсел төркөмөнөң лидерҙары Мәскәүҙә Алабуға ҡала советы депутаты Айҙар Исрафиловҡа атып ғүмерен өҙә. Был енәйәт Илшат Ғәфуровтың заказ буйынса ҡылынған тип белдерәләр.
Ғәфүровтың енәйәте раҫланһа, уны ғүмерлеккә төрмәгә ябыуҙары ихтимал.