Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
24 Декабрь 2021, 14:20

Бөрйән ҡыҙы 2-се урынға сыҡҡан!

"Был конкурс миңә бик күп белем һәм тәжрибә бирҙе. 3 ай буйы уҡытыусылар менән шәхсән  шөғөлләнеү ҙә минең өсөн ҙур ярҙам булды", - Айгүзәл Шаһимәрҙәнова.

Бөрйән ҡыҙы 2-се урынға сыҡҡан!Бөрйән ҡыҙы 2-се урынға сыҡҡан!
Бөрйән ҡыҙы 2-се урынға сыҡҡан!

Бөрө ҡалаһында 6 колледж араһында уҙғарылған VII «Йәш һөнәрмәндәр» төбәк чемпионатында Айгүзәл фельдшерҙар компетенцияһында үҙен һынап ҡарай.

Өфө медицина колледжының 3-сө курс студенты, Байназар ауылы ҡыҙы Айгүзәл Шаһимәрҙәнова ла был мәртәбәле конкурста ҡатнашып, 2-се урынға һәм көмөш миҙалға лайыҡ булған.

-Конкурс 3 көн дауамында барҙы. Диагностика, тиҙ ярҙам, акушерлыҡ, профилактика, дауалау, аналитика модулдәре буйынса ауырыу симптомдарына ҡарап, “сирлегә” диагноз ҡуйырға, тиҙ ярҙам күрһәтергә һәм дауалау курсы билдәләргә тейеш инек. Был конкурс миңә бик күп белем һәм тәжрибә бирҙе. 3 ай буйы уҡытыусылар менән шәхсән  шөғөлләнеү ҙә минең өсөн ҙур ярҙам булды. Еңеүемә бик шатмын. Киләсәктә уҡыуымды дауам итергә теләйем, шул уҡ ваҡытта тиҙ ярҙам бүлегендә эшләп ҡарарға иҫәп тотам, - ти Айгүзәл.

Тырыш, маҡсатына ынтылыусан ҡыҙ йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша. Яратҡан шөғөлдәренең береһе - шиғырҙар һөйләү. Был шөғөлөнөң дә үҙ емештәре бар: “Тере һүҙ” поэтик һүҙ оҫталығы конкурстарында еңеүҙәр яулай ул.

Автор: Ә. ЮЛСУРИНА.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас