

25 ноябрҙә юғалған Учалы музыканты иҫән-һау табылған. Был хаҡта «ЛизаАлерт» хеҙмәткәрҙәре хәбәр итә. Йырсының шул ваҡыт эсендә ҡайҙа булғанын активистар аныҡланмаған.
Ниһәйәт, туғаны Илгизәр уның был ваҡытта Өфөлә булыуын һөйләне. Баҡһаң, ул йәшеренергә мәжбүр булған. "Уның элемтәгә сығыу мөмкинлеге булмаған. Ул уны әйләндереп алған мөхиттән ваҡытлыса ял итергә, хәлде үҙгәртергә ҡарар иткән. Быға етди сәбәптәре булған. Ул эсмәгән, притондарҙа булмаған. Хәлдәрҙең башҡа юлдан китеүен көтөп алғас, ул элемтәгә сыҡты. Мин уның менән һөйләштем. Бәлки, һуңыраҡ барыһын да һөйләрмен. Иң мөһиме - туғаным иҫән-һау», - тип белдергән Илгизәр.
Фото: "Башинформ"