Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
24 Декабрь 2021, 06:00

Шишмә ҡыҙы Гөлфинә

Йырсыны тыуған көнө менән ҡотлап, изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Сәләмәтлек, бәхетле ғүмер, яңы артылыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.

Шишмә ҡыҙы ГөлфинәШишмә ҡыҙы Гөлфинә
Шишмә ҡыҙы Гөлфинә

Гөлфинә тыумышы менән Шишмә районынан, тыуып үҫкән ауылы – Әлбәй. Ул бәләкәйҙән йырларға яратҡан, мәктәп тормошондағы барлыҡ мәҙәни сараларҙы ойоштороусы булған, ҙур үҫкәс инде, юғары уҡыу йорттарында белем эстәгәндә лә, төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнаған.

Беҙҙе, ябай тамашасыларҙы, Гөлфинә Хәмитова башҡарыуындағы “Берҙән-берем”, “Һандуғас минең күңел”, “Мин бит бары һинең өсөн”, “Пар сейәләй”, “Зәңгәр төймә”, “Төштәремә ин һин, әсәй”, “Тыуған яҡ һағыштары” һәм бүтән дәртле йырҙар күңелдәрҙе елкендәрә лә, һағышландыра ла.

Гөлфинәнең Диана исемле ҡыҙы буй еткерә, әлбиттә, ул әсәһенең кәңәшсеһе лә, терәк-таянысы ла.

– Сәхнә – минең тормошом, булмышым, тамашасыларым иһә йәшәүгә көс-дәрт бирә, – ти йырсы. 

Фото: “Бәйләнештә” төркөмөнән.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас