

Архангел районындағы Мәғлүмәт-консультация үҙәгенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр ителеүенсә, унда ат ярыштары уҙған.
«18 декабрҙә Тирәкле ауылында, Архангел тарихында тәүге тапҡыр, ат спорты буйынса ҡышҡы асыҡ ярыштар үтте. Маҡсат — йылҡысылыҡты, ат спортын үҫтереү ярҙамында башҡорт аттары генофондын формалаштырыу һәм арттырыу.
Ярыштарҙа күрше Белорет, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондарынан да ҡатнаштылар. Дүрт заезд үтте: паспорты булған башҡорт тоҡомло аттарҙа, паспортһыҙ башҡорт тоҡомло аттарҙа, саналарҙа (эш аттары) һәм бәйге (төрлө тоҡомло аттар). Ярыш ҡатмарлы, сағыу, көсөргәнешле булды», — тип яҙҙы архангелдәр.
"Ҡоролтай" төркөмөнән.