Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
25 Декабрь 2021, 03:20

Шағирә Гөлназ Ҡотоева тыуған көнөн билдәләй

Шағирә, журналист, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Гөлназ Ҡотоева Әбйәлил районы Ишҡол ауылында тыуған. Шағирәне тыуған көнө менән ҡотлап, ғаилә именлеге, сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ.

Шағирә Гөлназ Ҡотоева тыуған көнөн билдәләйШағирә Гөлназ Ҡотоева тыуған көнөн билдәләй
Шағирә Гөлназ Ҡотоева тыуған көнөн билдәләй

 

Һыйынаһым килә

Килә һиңә,
Һыйынаһым килә,
Ҡағылаһым килә сәстәреңә.
Өмөттәрем ҡыйралған бер мәлдә
Төрөнәһем килә хәстәреңә.

Килә минең,
Ҡағылаһым килә
Мөлдөрәп тә тыуған хистәреңә.
Йәйғор кеүек һуҙылаһым килә
Көтмәгәндә төшөп иҫтәреңә.

Килә минең,
Өндәшәһе килә
Наҙға тулып, балҡып ҡарашыңдан.
Күҙәтәһем килә һәр уйыңды,
Тип-тиң баҫып һинең ярашыңдан.

Бәләкәй ҙә, кәм дә, юғары ла
Булмаҫмын мин һинең алда, тиңем!
Ҡанат булырмын мин осҡаныңда,
Ҡуйырмын мин ауыр саҡта иңем.

Иртән торғас тәүге уйым һинең хаҡта

Ҡар яуамы, әллә ямғыр
һинең яҡта.
Беләм шуны: ҡай ерҙә лә
Бер үк шул Ай.
Ул тулғанда хистәр таша
Эскә һыймай.
Шул ваҡытта һин киләһең
Минең уйға.
Ул уйҙарҙы аҡыл ғына
Бәйләп ҡуйған.
Йөрәк үҙе ҡабул иткән
Сыҙам, сабыр.
Хис кенә үҙен белдерер
Юлын табыр.
Әйләнә лә килә уйҙар
Һинең хаҡта.
Гүйә улар тора кеүек
Гелән һаҡта.
Асҡан кеүек көнгә ҡарап
Тажын сәскә,
Һинең хаҡта уйҙан тула
Күңел хискә.

Көйәнтәләп һыу ташыған ҡыҙҙар,
Ҡайҙаһығыҙ?
Мәке уйылған.
Айҙа ғына көйәнтәле Зөһрә,
Һайығайған инде, эх, йылғам.

Килендәр ҙә хәҙер һыуға бармай
Көйәнтәгә аҫып күнәктәрен.
Һалмаҡ ҡына, талғын ғына баҫып,
Кейеп күҙ ҡыҙҙырыр күлдәктәрен.

Көйәнтәле ҡыҙҙар, һәйкәл булып,
Һикергәндәр әллә тулы Айға?
Тамсыһын да түкмәй һыу ташыған
Аҡҡош һынлы һомғол ҡыҙҙар ҡайҙа?

Киленгә һыу башлап бикәс бара,
Сыҡҡан юлҡайҙары булһын уңай.
Бәхеткә тип килен тәңкә һала,
Фатихалар ала, йола шулай.

Тамсыһын да ергә түкмәй-сәсмәй,
Һалмаҡ ҡына баҫып килә килен.
Бәхеткәйең булһын мөлдөрәмә
Барыһы ла һиңә ыңғай килһен!

Башҡорт теле

Башҡорт телем минең, аҫылым,
Балҡып ҡына китер асылым,—
Башҡортсалап берәү өндәшһә,
Бер туғаны кеүек һөйләшә.
Башҡорт теле — тыуған илгенәм,
Иркәләп тә һөйөр елгенәм.
Әсәм ҡулдарының наҙы ул,
Күңелемдең шаулы яҙы ул.
Башҡорт телем минең — сабырлыҡ,
Инәйҙәрҙән ҡалған таһыллыҡ,
Башҡорт теле — минең тамырым,
Селләләрҙә көткән ямғырым.
Башҡорт теле — минең улғынам,
Киләсәккә илтер юлғынам.
Башҡорт теле — минең киләсәк,
Килер быуындарға бирәсәк.
Башҡорт телем минең, аҫылым,
Балҡып ҡына китер асылым,—
Башҡортсалап берәү өндәшһә,
Йәнем ирей.
Телем, мең йәшә!

 

Яҙ бит ул!

 

Яҙ бит ул!

Наҙ бит ул!

Осош тәмен татығанға

Осмай йәшәү һаҙ бит ул!

Яҙ бит ул!

Яҙ бит ул!!!

Яҙ ғүмере аҙ бит ул!

Яҙҙарыңда ҡанат яҙ ҙа

Ғүмереңде наҙ ит ул!

Гөлназ Ҡотоева.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас