

Хәким Ғиләжев
Бар тирә яҡ һөттәй ап-аҡ,
Ем-ем итеп ҡар көлә.
Көмөш ҡыңғырауҙар тағып,
Беҙгә Яңы йыл килә.
Көрткә сумып ҡойона шыршы,
Энәһе йәшел генә;
Йәшел ҡыңғырауҙар тағып,
Беҙгә Яңы йыл килә.
Күктә йондоҙҙар бейейҙәр,
Еҙ ҡыңғырау – ай елә;
Арғымаҡтарын ярһытып,
Беҙгә яны йыл килә.
Әкрәм Ҡәйепҡолов
Ҡыш бабай.
Аҡ ҡарҙарға баҫып,
Аҡ толобон кейеп,
Аҡ бурандар алып,
Яңы йылда килде
Ҡыш бабай.
Пак күңелең менән,
Аҡ күгәрсен тотоп,
Хызыр Ильяс булып,
Килдеңме һин ергә
Ҡыш бабай.
Бүләктәрең күптер
Тоғоң һәлмәк кенә,
Өләшерҙән алда
Асып күрһәт әле
Ҡыш бабай.
Кешеләргә тиеп,
Бүләк тиеп, яңылыш,
Тоғоңа әсе яҙмыш
Һалып ҡуйманыңмы,
Ҡыш бабай?
Донъя тыныс түгел,
Бармолейҙарың күп,
Айболиттарың әҙ,
Шуға әрней күңел.
Ҡыш бабай.
Тыныс булһын төндәр,
Аяҙ булһын көндәр,
Матур булһын өндәр,
Шуны килтер беҙгә.
Ҡыш бабай.
Фәнил Бүләков
Теләктәр
Сағыу уттарын балҡыта
Йәшел энәле шыршы.
Яңы йыл баҫҡан тупһаға
Сығып алайыҡ ҡаршы!
Өмөт менән ҡул һуҙайыҡ,
Әйҙәйек уны түргә.
Бәхетле булһын яңы йыл,
Муллыҡ килтерһен Ергә.
Һөйгәндәр һөйөлөп кенә,
Шатлыҡтар өйөлөп кенә,
Килер булһын ошо йыл.
Ҡот килтерһен Яңы йыл!
Тик килтермәһен беҙгә
Йөрәктең әрнеүҙәрен.
Кешеләрҙең кешеләргә
Нахаҡҡа рәнйеүҙәрен.
Яңы йыл атлай тупһанан,
Килер йылға ул хужа.
Ошо йылда беҙҙән, дуҫтар,
Ҡасып китһен бар нужа!
Буранбай
Яңы йылда — яңырырға!
Яңы йылда яҙыусы ла,
Яҙмаусы ла шағир булһын,
Ярты ауыҙ һүҙҙәре лә
Ятҡан ерҙән йығыр булһын.
Яңы йылда яһилдар ҙа,
Ябайҙар ҙа бер иш булһын,
Ялтыр бүләк, татлы ризыҡ
Яҡындарға биреш булһын.
Яңы йылға һимеҙҙәр ҙә,
Ябыҡтар ҙа асыҡмаһын,
Яҡуттарҙың, башҡорттарҙың
Янсыҡтары буш булмаһын.
Яңы йылда яллаусы ла,
Ялсылар ҙа бөтһөн байып,
Ярлылар ҙа, банкирҙар ҙа
Яҡты күҙҙә ҡайтһын айыҡ.
Яңы йылда,
көн һайламай,
Яуһын бәхет ҡап - ҡапылда,
Ялындырмай ҡарҙар яуһын,
Ямғыр яуһын ваҡытында.
Яңы йылда яҡшырырға
Ярҙам бирһен үҙе Хоҙа,
Яңғырап торһон девиз - ауаз:
Яңырайыҡ барыбыҙ ҙа!