Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
1 Ғинуар 2022, 04:55

Улар Яңы йыл төнөндә лә эшләне

Уларҙың барыһына ла хеҙмәттәре өсөн рәхмәт. Яңы йыл төнө тыныс һәм хәүефһеҙ үтһен.

Улар Яңы йыл төнөндә лә эшләнеУлар Яңы йыл төнөндә лә эшләне
Улар Яңы йыл төнөндә лә эшләне

Радий Хәбиров: "Уларҙың барыһына ла хеҙмәттәре өсөн рәхмәт! Яңы йыл төнө тыныс һәм хәүефһеҙ үтһен".

Яңы йыл төнөндә лә улар сафта

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге #ЖЗЛ_Башкортостан рубрикаһында Яңы йыл төнөндә эшләйәсәк кешеләр тураһында яҙҙы.

* Рәмис Сабирйән улы Абдуллин – Өфө ҡалаһындағы ашығыс ярҙам хеҙмәтенең Ленин подстанцияһы табип-реаниматологы. Реанимация бригадаһында эшләүселәр менән бергә иң ауыр хәлдәрҙе хеҙмәтләндерә.

* Бөгөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының 38-се янғын-ҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәре лә поста. Бригада составы – Азат Салауат улы Вәлиев, Руслан Рим улы Зәйнуллин, Андрей Геннадьевич Васильев, Әбделвәли Әбдерәүеф улы Үмәров, Динар Флүр улы Шарапов, Илья Владимирович Волков.

* Рәмил Хәлил улы Ғафаров – Өфөлә ашығыс медицина ярҙамы табибы. Ул 23 йыл ошо эштә. Смена һайын төрлө саҡырыуҙарға бара.

* Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы махсус янғын-ҡотҡарыу часының икенсе ҡарауылы ла төндә дежур итәсәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Яңы йыл байрамдарында янғындар йыш теркәлә. Ут менән һаҡ эш итергә кәрәк, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Фотола - Александр Рафаэль улы Латипов, Артур Йәмил улы Ғаянов, Илдар Рәзит улы Каспранов, Руслан Рәмил улы Ниғмәтуллин, Марат Камил улы Тәүембаев.    

* Дмитрий Рәмил улы Фәрхетдинов 2013 йылдан янғын һүндереүсе булып эшләй. Ул - Өфө районының Шамонин ауылындағы янғын часы бүлексәһе командиры. Хеҙмәттәштәре менән һәр саҡ ярҙамға килергә әҙерҙәр.

* Бөгөн Светлана Фәрит ҡыҙы Гончарова ла сменала. Ул - 112 хеҙмәтенең өлкән диспетчеры. Бында бар яҡтан да шылтыратыуҙар килә – янғындар, юл-транспорт ваҡиғалары, ғәҙәттән тыш хәлдәр. Бөр төндә хеҙмәт туғыҙ меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул итә. Күп осраҡта тиҙ һәм юғалып ҡалмайынса хәл итергә кәрәк – Светлана һәм уның хеҙмәттәштәре был бурысты оҫта үтәй.

* 31 декабрҙә Белорет районының Үрге Әүжән ауылынан янғын һүндереүсе Александр Владимирович Дубинан да хәрби дежурҙа. Уның хеҙмәт стажы - 15 йыл. Александр Владимирович – икенсе быуын янғын һүндереүсе, уның атаһы ла 25 йыл ошо хеҙмәттә эшләй.

* Был көндәрҙә дәүләт автоинспекцияһы ла үҙ бурыстарын үтәүен дауам итә. Юл-патруль хеҙмәте инспекторы, полицияның кесе лейтенанты Илнур Мөхәмәтйәнов та хеҙмәттәштәре менән Стәрлетамаҡта эшләй. Ул бөтәһенә лә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә тәҡдим итә. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

* Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы Баш идаралығынан Ишембайҙағы 42-се янғын-ҡотҡарыу часы ошо көндәрҙә тапшырылған яңы техникаға һынау үткәрә. Бөгөн төндә был техниканың кәрәге булмаҫ тип ышанабыҙ. Фотола – Рөстәм Әхәт улы Әлибаев, Айҙар Мәүләүи улы Малюков, Роман Николаевич Самбурский, Дмитрий Сергеевич Чуманов, Дмитрий Александрович Серяков һәм Дамир Юрьевич Фәхретдинов.

Уларҙың барыһына ла хеҙмәттәре өсөн рәхмәт. Яңы йыл төнө тыныс һәм хәүефһеҙ үтһен.

Башҡортостандың барлыҡ халҡына һаулыҡ теләйем, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!      

Фото һәм яҙма Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас