Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
2 Ғинуар 2022, 12:50

Халыҡ именлеген һаҡлай торған оло бурыс бар

Бөрйән егеттәре быны яҡшы аңлай.

Халыҡ именлеген һаҡлай торған оло бурыс барХалыҡ именлеген һаҡлай торған оло бурыс бар
Халыҡ именлеген һаҡлай торған оло бурыс бар

73 -сө янғын һағы урынлашҡан бинаға табан яңы йылдың икенсе көнөндә көрт йырып атлайым.
Уларҙың биләмәһе ҡарҙан тап - таҡыр итеп көрәлгән, шар асыҡ ҙур ҡапҡалар күңелгә шом һала - әллә бер - бер хәл булдымы, янғын сыҡтымы икән тигән уй мейене телеп үтә.
Бина эсендә бөгөн 8:30 сәғәттә эш башлаған 4 -се ҡарауыл егеттәре тып баҫып ҡаршылай.
Ҡарауыл начальнигы Камил Ҡәҙерғолов йылдың имен башланыуынан ҡәнәғәт: "Аллаға шөкөр, йыл тыныс, бәлә -ҡазаһыҙ башланып китте. Аҙағы ла шулай хәйерле булһын", - ти ул.
Айбулат Абдрахманов, Урал Байбулатов, Фәнис Ҡотломөхәмәтов, Нур Исҡужин, Азамат Уразаев, Урал Мирасовтар ғәҙәттән тыш хәл сыға ҡалһа, һәр ваҡыт әҙер.

Эйе, имен - аманлыҡта, бәрәкәтендә старт алған өр-яңы йыл һәр беребеҙ өсөн имен-аман үтһен, һәр хеҙмәт, һәр ойошма үҙ эшенең матур һөҙөмтәләрен генә күреп ҡыуанһын!

Автор:А. Ғарифуллина

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас