Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
2 Ғинуар 2022, 08:30

Юлға сыҡмай тороғоҙ!

Күңелһеҙ хәл килеп тыумаһын өсөн бындай көндә алыҫ юлға сығыуҙан тыйылып тороу кәрәк.

Юлға сыҡмай тороғоҙ!Юлға сыҡмай тороғоҙ!
Юлға сыҡмай тороғоҙ!

Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт баш инспекторы Владимир Севастьянов водителдәргә юлға сығып йөрөмәҫкә үтенес менән мөрәжәғәт итте. «Республикала  һауа шарттары боҙолдо, ҡар  көслө һәм күп яуа.  Күңелһеҙ хәл килеп тыумаһын өсөн бындай көндә алыҫ юлға сығыуҙан тыйылып тороу кәрәк. Әгәр юлда булһағыҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ, йәйәүлеләр үткәүеле эргәһендә иғтибарлы булыу кәрәк, ҡапыл маневрҙар яһамаҫҡа кәңәш ителә, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктереү мотлаҡ», — тине ул.

 ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләй. Теге йәки был хәл килеп тыуғанда  235-84-02, 233-27-31 йәки  237-84-80, 237-02-02 телефондарына мөрәжәғәт итегеҙ.

"Башинформ"

 

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас