Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
5 Ғинуар 2022, 05:25

Үҙе уйнай, үҙе йырлай

Бөгөн үҙе баянсы, үҙе ҡурайсы Таһир Шәһивәлиев тыуған көнөн билдәләй. Таһирҙы матур байрамы менән ҡотлап, сәләмәтлек, бәхетле ғүмер, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.

Үҙе уйнай, үҙе йырлайҮҙе уйнай, үҙе йырлай
Үҙе уйнай, үҙе йырлай

Яңауыл ҡалаһында Фәтих Ихсанов исемендәге «Моңға бай гармун» Х гармун байрамында  Башҡортостан, Татарстан, Мари Иле, Удмурт Республикаларынан, Ханты-Манси округынан, Ырымбур өлкәһенән, Перм крайынан 300-ҙән ашыу гармун оҫтаһы ҡатнашты. Сараның тәүге көнөндә һәүәҫкәр музыканттар ҡала урамдарын гармун моңдарына сорнап парад менән үтте. Икенсе көндә улар сәхнәлә, жюри алдында сығыш яһаны. Ә инде байрам һуңынан тамашасылар һоҡланғыс гала-концертҡа шаһит булды.

 Өфөлә эшләп йөрөгән Әбйәлил районы Ишкилде ауылы егете, шәп гармунсы Таһир Алсынбай улы Шаһивәлиев был конкурс-фестивалдең Гран-приһын яуланы һәм БР Мәҙәниәт министрлығының дипломына лайыҡ булды.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас