Новости
5 Января 2022, 03:50

"Минең тешкә, ә Зинираның "сыйылдауына" бәйләнәләр"

Әлбиттә, йырсыларҙың үҙ тамашасыһы ла бар, өнәп етмәгәндәре лә етерлек. Был турала йырсылар бына нимә ти.

"Минең тешкә, ә Зинираның "сыйылдауына" бәйләнәләр""Минең тешкә, ә Зинираның "сыйылдауына" бәйләнәләр"
"Минең тешкә, ә Зинираның "сыйылдауына" бәйләнәләр"
Күптәребеҙ уларҙың ижадына ғашиҡ, йәш йырсыларҙың һәр сығышын байрам кеүек ҡабул итәбеҙ, уларҙы яратабыҙ... Һүҙебеҙ йәш йырсылар Зинира менән Ризат Рамаҙановтар тураһында.
 
Зинираны Ҡариҙел районы ҡыҙы булараҡ яратһаҡ, Ризатты иһә кейәү итеп яҡын күрәбеҙ. Әлбиттә, йырсыларҙың үҙ тамашасыһы ла бар, өнәп етмәгәндәре лә етерлек. Был турала йырсылар бына нимә ти.

- Танылған һайын, аудитория үҫкән һайын, ғәйбәте лә арта ғына. Нимә генә яҙмайҙар беҙгә, хатта аптырайбыҙ. Миңә "Зинираны яратмайбыҙ", тиҙәр, ә Зинираға - киреһенсә. Əммә беҙ - дуэт, беҙҙе тамашасы шулай ҡабул итте һәм бер-беребеҙҙән башҡа сәхнәгә сығыуҙы күҙ алдына килтерә алмайбыҙ.
Бынан тыш, минең кәкре тешкә бәйләнәләр, Зинира сыйылдап йырлай, тиҙәр. Беҙ уларға йылмайыу смайлигы ебәрәбеҙ ҙә, шуның менән бөттө. Үпкәләмәйбеҙ, асыу тотмайбыҙ.
Сәхнә артында ғәйбәт булдырмаҫ өсөн, "солянка" концерттар ваҡытында сығышыбыҙға ғына киләбеҙ ҙә, йырлап, шунда уҡ ҡайтып китәбеҙ. Əммә былай ҙа ярамай булып сыҡты әле... Хәҙер беҙҙе эреләр тиҙәр.
Үҙебеҙ бар артистарға хөрмәт менән ҡарайбыҙ. Өлгө алырлыҡ шәхестәребеҙ бар. Һәр ҡайһыһының яҡшы яғын алырға тырышабыҙ. Заманында Илсөйә апай төркөмө менән йөрөгән инек. Ул ваҡытта күп нәмәне Илфаҡ ағайҙан өйрәндек. Ул бит шундай ғәжәйеп кеше ине: кәрәк икән, көтөүсе менән ултырып һөйләшә, депутат янына килһә, уның менән дә шунда уҡ уртаҡ тел таба. Ауыр тупрағы еңел булһын. Улар беҙҙең туйға һыуытҡыс бүләк иткәйнеләр, әле булһа эшләй, рәхәтләнеп ҡулланабыҙ.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2019-12-06/mine-teshk-zinirany-syyyldauyna-b-yl-n-l-r-627025
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас