

Ғәлиә ултырған автобус, ул төшәһе ауылдың туҡталышына килеп туҡтаны.
- Элек автобустар туҙан туҙҙырып йөрөйҙәр ине, хәҙер туҙандың әҫәре юҡ, юлдарға асфальт түшәлгән, тигеҙ – тип уйлап алды ла, үҙ алдына йылмайып ҡуйҙы. Туҡталышта күрше ауылдарҙан, ҡайһыһы матай, ҡайһыһы машина менән, яҡындарын ҡаршы алырға туғандары килгән.
- Эх, атайым тере булһа мине лә ҡаршы алыр ине! Юҡ шул! Беҙҙең ауылдан бер кем дә күренмәй, алты саҡырымды нисек үтермен икән?– тип, яманһыулап алды ла, ауыл осона ыңғайланы. Бындағы һәр бер бағана, һәр бер өй уға яҡшы таныш, сөнки ун йәштән үк ошо ауыл мәктәбенә йөрөп уҡыны, ошо ауылда эшләне, йәшәне, ҡыҫҡаһы тыуған ауылы менән бәйләнеш ошо ауыл аша үтә.
Бына ауылды үтеп, ауыл эргәһендәге һөҙәк кенә тауға артылды. Юлдың уң яғында, тау аҫтында трактор гаражы, унан малсылыҡ фермаһы, һул яғында ауыл зыяраты. Үҙ ғүмерендә нисә тапҡыр үтте икән ошо юлдарҙан? Көнөнә ике, хатта өс тапҡыр урағаны булды. Бына бөгөн дә, ҡалалағы фатирында ғына ятмай, «ауылым» – тип, ашҡынып ҡайтып бара. Шул төпкөлдә урынлашҡан бәләкәй генә ауылы, ниндәйҙер тылсым көсө менән тарта шул үҙенә. Аяҡтары ауыртып торһа ла, әсәйем иҫән саҡта ҡайтып йөрөргә кәрәк – тип, тағы юлға сыҡты. Аяҡтарының ауыртыуына ла ошо юл ғәйепле. Хәҙер генә юл – тип әйтерлек, бығаса юл бөтөнләй булманы – тиһәң дә хата булмаҫ. Әҙме һыуыҡтарҙа туңды, бурандарҙа юл һалып алға атланы, һалҡын, епшек ҡарлы ямғырҙарҙа үтәнән -үтә сыланды. Ямғырҙарҙа, бысраҡ йәбешкән итектәрен көскә һөйрәп, ошо юлды үтте. Яҙлы-көҙлө машина менән ауылға барып етеүе – үҙе бер ҡаза ине. Ирекһеҙҙән уға үҙенең күптән түгел яҙған шиғыры иҫенә төштө:
Ҡайтып барам тыуған ауылыма,
Йәшлегемә алам күҙ атып.
Тирбәндереп күңел ҡылдарымды,
Үткәндәрем килә оҙатып.
Ҡайтып киләм…
Алда тыуған ауыл,
Хәтер йомғаҡтарым һүтелде…
Юлдар..Юлдар..
Ҡар-бурандарҙа ла
Көҙгө ямғырҙа ла үтелде.
Төпкөл ауыл…
Үгәй бала кеүек,
Ситләтелдең ғүмер - ғүмергә,
Автобусҡа тиклем алты саҡрым
Йәйәү генә ҡала үтергә.
Ире иҫән булһа, былай йәйәү йөрөмәҫ ине. Юҡ шул! Фажиғәгә тарып, һәләк булды.
Ғәлиә ике юл айырмаһына килеп туҡтаны, артына әйләнеп ҡарашы менән ауылды байҡаны. Ул баҫып торған урындан ауылдың көнсығыш яғы ус төбөндәгеләй күренә, бына уның ҡарашы үҙҙәре, йәшәп киткән урамды, өйҙө эҙләп тапты. Уларҙың өйөнөң яртыһы ғына күренә, янында яңы өйҙәр ҡалҡып сыҡҡан. Йылғаның арғы яғында автогараж. Матайға атланған бер абзый, автогараждан сығып, ауылға йүнәлде. Ғәлиә уны атаһына оҡшатып ҡуйҙы, сөнки уның атаһы ғүмер буйы ошо ауылға йөрөп эшләне. Ошо күренеш ирекһеҙҙән уны хәтирәләргә алып китте.
Йәй үтеп бара, июль аҙағы яҡынлашты, бер нимә эшләнмәгән, сарҙаҡтарҙы, кәрниздәрҙе буяп алайым тип, Ғәлиә ике көнгә ял алғайны. Ҙур итеп өй һалып, бер генә ҡыш ҡышланылар. Ире лә көнө – төнө эштә, бына нисә йыл инде отпуск та алғаны юҡ, машинаһын башҡа шоферға ҡалдырырға йәлләй, күҙ ҡараһы кеүек итеп һаҡлай. Бына бөгөн йүнәтәһе ерен йүнәтеп, ҡараштырып алыр өсөн, автогаражға китте.
- Тегеһенә барып тотондо, быныһына барып тотондо, ҡулына бер эш тә барманы Ғәлиәнең. Ире төшкөлөккә ҡайтып ашап китте, көнөм бушҡа үтә инде тип йөрөгәндә, күрше ауылдан велосипедҡа атланып ҡайныһы килде. Тиктормаҫ ҡайныһы ҡыҙмаса, әле бында, әле тегендә барып һуғылды. Уға сәй эсерәйем тип йөрөһә, ҡыҙын эйәртеп, күршеләге әхирәте килеп керҙе. Ул нисектер сәйер кеүек тойолдо Ғәлиәгә. Элек йылмайып ҡына торған йөҙө бойоҡ, күҙҙәрендә ниндәйҙер һағышмы, ҡайғымы күрҙе Ғәлиә, тик был турала һораша алманы, әлеге ҡайныһы:
- Беҙ үлһәк, бөтә донъябыҙ һеҙгә ҡала, әле бына һарай һалырға бура белешеп йөрөйөм – тип һөйләнде. Улар бынан алты саҡрым күрше ауылда йәшәйҙәр, уға яуап итеп Ғәлиә:
- Юҡты һөйләмә! Донъяғыҙҙың рәхәтен үҙегеҙ күреп йәшәгеҙ! Аллаға шөкөр! Үҙебеҙҙең донъябыҙ бар!-тине. Быларҙың ни һөйләгәнен тыңлап торған, һүҙсән әхирәте был юлы ниңәҙер һүҙгә ҡушылманы, сәй эсергә лә ултырманы, Рәхимдең бөгөн ҡайҙа эшләгәнлеген генә һораны ла, ҡыҙын эйәртеп, ҡабаланып сығып китте.
- Берәй ҡайғыһы булып һөйләргә тип кергәндер ҙә, кеше алдында һөйләргә ҡыйманы күрәһең – тип, уйланы Ғәлиә. Тәҙрәнән уларҙың ни эшләптер үҙҙәренең өйҙәренә түгел, ә автогараж яғына китеүен күреп аптыраны. Ул яҡта нимә бар икән, еләк ваҡыты ла үтте, тип уйланы. Сөнки уларҙың өйө урамдың ситендә урынлашҡан.
Ярты сәғәт тә ваҡыт үтмәне, гараждан ире ҡабаланып ҡайтып килде, йүгереп өйгә инде лә:
- Ултыр әле! Һиңә әйтергә генә ҡайттым! - тип диванға әйҙәне. Уның төҫ-ҡиәфәтенә ҡарап, ниндәйҙер аяныс хәл булғанын аңлаған Ғәлиәнең башынан:
- Моғайын яңылыш берәйһен тапатҡандыр ҙа, милиция килгәнсе күреп китәйем тип ҡайтҡандыр, - тигән уй йәшен тиҙлеге менән зиһенен ярып үтте. Йөрәге ярһып тибә башланы, сикә тамырҙары буйлап жыйлатып ҡан йүгерҙе. Ире һаман да ултыр ҙа, ултыр! - тип ныҡышҡас, дивандың ситенә генә ултырҙы ла, тиҙ генә әйт инде тигән кеүек, һораулы ҡарашын иренә төбәне.
- Атайың бағана ултыртҡанда бәләгә тарыған, - тип әйтеү менән:
- Ҡайҙа? Әйҙә киттек! – тип, һикереп урынынан торҙо. Уға яуап
итеп ире:
- Миләш ауылы янында телефон үткәрергә бағана ултыртып йөрөгәндәр. Әле генә күрше әхирәтең килеп әйтеп китте, уларға шылтыратып әйткәндәр, һинең янға кергән, әйтә алмаған. Тик һин барып йөрөмә, өйҙә генә ултыр, - тине. Ғәлиәне туҡтатырлыҡ түгел ине:
- Барам! Ни йәнем менән түҙеп ултырайым, әйҙә мине алып бар!- тип, кейенә башланы. Ул ишеген бикләп сығыуға ире матайын ҡыҙҙырған ине инде. Ғәлиә иренең биленә тотоноп ултырғас:
- Бензин етмәй, бензин һалып алайыҡ алайыҡ, - тип гараж яғына боролдо.
Гараж янында шоферҙар бер тирәгә йыйылып, нимәлер һөйләшәләр. Рәхим заправка яғына боролғас, уларҙың ҡаршыһына кул болғап автомеханик Рәшит ағай йүгереп сыҡты. Улар шоферҙар янына барып туҡтауға барыһы ла шымып ҡалды. Рәшит ағай ғына:
- Рәхим, машина менән барып ал, - тине. Ире ГАЗ-130 машинаһын йөрөтә:
- Шулсаҡлы ҙур машина нимәгә кәрәк? Ҡаза күрһә лә тере кешене «тиҙ ярҙам» машинаһы алып китә,- тип уйланы Ғәлиә. Уның үҙәген өҙөп, мейеһен ҡурҡыныс уй телеп үтте, үҙе лә һиҙмәҫтән, йөрәк ярылырҙай итеп, асырғанып:
- Үлгәнмени?!..– тип ҡысҡырып ебәрҙе лә, һығылып төштө. Уның ҡара ҡайғы, һағыш тулы тауышы тирә-яҡты тетрәндерҙе. Күпте күргән ағайҙар ҙа, күҙҙәрен йәшереп, баштарын түбән эйҙеләр.
- Юҡ! Юҡ! Үлмәгән! - тип, Рәшит ағай Ғәлиәне тынысландырырға ашыҡты:
- Һуң үлмәгәс, нимәгә уға йөк машинаһы, матайы бар бит уның?- тине асырғанып. Уға яуап итеп автомеханик ғәйепле кешеләй:
- Ундағы әйберҙәрен алып ҡайтырға ҡуштылар,- тине. Рәшит ағай йыуатырға тырышһа ла, уның тауышынан, шоферҙарҙың нисектер йәлләгән кеүек, сәйер ҡарашынан, ҙур бәлә килгәнен аңланы Ғәлиә. Эсендә нимәһеҙер өҙөлгәндәй әрней, һис тә түҙерлек түгел, исмаһам күҙ йәше лә сыҡмай бит, илаһа ла еңеләйеп китәр ине. Атаһы менән әсәһе күрше ауылда йәшәйҙәр, ә Гәлиә менән Рәхим бернисә йыл йөрөп эшләнеләр ҙә, колхоз үҙәге булған ауылға күсенеп килделәр. Атаһы оҙаҡ йылдар ошо ауылға йөрөп эшләй. Кисә генә кис менән Ғәлиәнең әсәһен матайына ултыртып, уларҙың яңы ғына тау яғынан алып ҡайтҡан мунса бураһын күрһәтергә алып килгән ине. Балаларының яңы һалып сыҡҡан иркен йорттарын бер нисә тапҡыр ҡарап сыҡты, ейәнсәрҙәрен ҡабат-ҡабат яратты, улар менән балалар кеүек йүгереп уйнап алды. Уларҙың тормошонан ҡәнәғәт булып, ғорурлыҡ хисе кисерә ине атаһы. Бөгөн килеп ошо кеше бәләгә тарыған. Юҡ! Юҡ! Ул үлергә тейеш түгел! Түгел! Бәләгә тарыған хәлдә лә тере булырға тейеш:
- Сыҡмаған йәндә өмөт бар, – ти торған ине бит әсәһе, һисшикһеҙ тереләсәк ул, быға тиклем бер ауырып ҡараған кеше түгел. Ғәлиә үҙен шулай тип йыуатты.
- Бер юлы әсәйемдәргә инеп, әйтеп сығайыҡ, бәлки уларҙы ла ултыртып алып барырбыҙ,- тигәс, Рәхим дә һүҙһеҙ генә рульде әсәләре йәшәгән ауылға табан борҙо. Бындай ауыр хәбәрҙән, әсәһенең йөрәгенә ауыр булһа тип, ярҙам күрһәтер өсөн фельдшерҙы ла алып килеп еткәндә, өй тирәһендә бер кем дә юҡ ине. Әсәләренең урам ҡапҡалары асыҡ, яңы өйгә алдаҡсы ғына йоҙаҡ эленгән. Иҫке өйҙөң ишеге бикһеҙ булғанға, унда ыңғайланылар.
Атаһы менән әсәһе лә яңы ғына дүрт бүлмәле өй һалып инделәр. Элек йәшәгән өйҙәре ҙур булһа ла, дүрт босмаҡлы ғына булғанлыҡтан, атаһы ғүмер буйына дүрт бүлмәле өй һалырға хыялланғайны. Хыялын тормошҡа ашырҙы. Бына инде бер ҡыш унда ҡышланылар, тик соланы ғына эшләнеп бөтмәгән. Эшләнеп тә бөтөр ине, яңы өйҙәренә күсенеп, шатланып йәшәп ятҡанда көтөлмәгән ҡаза килде. Бер һауыуҙа бер күнәк һөт биреүсе һыйырҙары ҡыш сығып ҡына килгәндә, быҙаулай алмайынса үлеп ҡуйҙы. Страховка аҡсаһына йыйған килемдәрҙе лә ҡушып, һыйыр һатып алырға тура килде.
Иҫке өйҙә лә бер кем дә юҡ ине. «Ҡайҙа йөрөйҙәр икән, бында хәбәр итеүсе булмағандыр инде», - тип уйлап та бөтмәне, Ғәлиәнең күҙе өҫтәл өҫтөндә ятҡан, бөтәрләнеп бөткән ҡағыҙға төштө. Тиҙ генә алып, уҡый башланылар. Ҡағыҙҙа: «Баҡый ағай Миләш ауылы фермаһы янында үлеп ята» - тигән һүҙҙәр яҙылғайны. «Рәшит ағай үлмәгән тип әйтте бит, ни эшлән үлгән тип яҙҙылар икән, бәлки яңылышҡандарҙыр» - тип, ҡурҡыныс уйҙарын үҙенән ҡыуырға тырышты Ғәлиә. Ҡағыҙҙы уҡығас барыһы ла аңлашылды. Моғайын бөтәһе лә шунда киткәндәрҙер тип, уйлап, тура юлдан ғына Миләш ауылына юл тоттолар.
- Ғәлиәләр барып етеүгә, унда бер нисә машина килеп туҡтаған ине. Йыраҡ түгел малсылыҡ фермаһы, ул рәшәткә менән уратып алынған. Тирә яҡта тиреҫ өйөмдәренә сүп- сар үҫкән. Ферманан әсе еҫ килә. Эргәнән генә юл үтә. Бер яҡта кешеләр өйөлөп тора, унда милиция инспекторы шаһиттарҙан һорау алып, протокол төҙөй. Ситән буйында атаһының йәшел мотоциклы күҙгә салынды. Әсәһе лә, бәләкәй һеңлеһе менән энеһе лә шунда инеләр. Уларҙы йәшел «Москвич» менән, күршеләре алып килгән икән. Йыраҡ түгел үлем әйҙәгән бағана аунап ята, уның янында атаһының кәүҙәһе плащ менән ябылған, ә башындағы яраһынан ер өҫтөнә куйы ҡара ҡан аҡҡан. Көн эҫе, ҡояш ҡыҙҙыра, себендәр йыйылмаһын өсөн, уларҙы кемдер үлән менән ҡыуып тора. Был күренеш Ғәлиәнең күңелендә булған «Бәлки үлмәгәндер, яңылышҡандарҙыр, Рәшит ағай ҙа үлмәгән тип, әйтте бит» - тигән һуңғы өмөттөн дә юҡҡа сығарҙы. Ул атаһының кәүҙәһе янына килеп:
- Атайыма нимә булды? – тип, йөҙөн асып ҡарарға теләне, тик эргәһендәге ире уны тиҙерәк алып китергә ашыҡты:
- Уға тейергә ярамай, әле тикшереү бөтмәгән, әйҙә киттек,- тип биленән ҡосаҡлап, кешеләр янына әйҙәне. Ғәлиә теләр – теләмәҫ кенә, аяҡтарын саҡ-саҡ алыштырап, иренә буйһондо.
Эш ғәҙәттәгесә әүҙем генә барған. Техника булмағанлыҡтан, бағаналарҙы өс кеше ат ярҙамында тарттырып күтәреп ултыртҡандар. Был улар ултыртҡан ун өсөнсө бағана булған. Ул ферма эргәһендәге тиреҫ өйөмө янына тура килгән. Бағана ултыртырға тиҙ генә соҡор ҡаҙып эш башлағандар. Бағана башына арҡылы ҡуйыла торған тимерҙе, уны ултыртҡас ҡына мендереп ҡуйырға тейеш булғандар. Һаман да шул техника юҡлыҡтан инде, бағана башына менеп, тимерҙәрҙе мендереп ҡуйғансы ярты көн үтә тип, эште тиҙләтергә була, ерҙә ятҡан сағында уҡ беркетеп ҡуялар. Эргәләге тиреҫ өйөмө лә ҡамасаулаған. Ат менән идара итеүсе кеше уның артында, атаһы менән тағы бер монтер соҡор янында, бағананы эләктереп, соҡорға ултыртырға тейеш булғандар. Бағананы күттәртергә бойороҡто, бригадир булараҡ, атаһы үҙе бирә. Ат нимәнәндер өркә, бағана соҡорға ултырып өлгөрмәй, күҙ асып йомғансы әйләнеп китә. Өҫтәренә төшөүҙән ҡурҡып, төрлөһө төрлө яҡҡа ҡаса башлайҙар. Ә бағана үс иткәндәй Ғәлиәнең атаһы йүгергән яҡҡа ауа, уны үлемесле йәрәхәтләй. Бағанаға арҡылы ҡағылған тимер уның башын уйып төшөргән икән.
Тормошто яратҡан, киң күңелле, йор телле, һәрваҡыт күтәренке күңел менән йәшәгән атаһы шулай итеп, һис уйламағанда һәләк була. Ошо хәлгә тиклем бер-ике аҙна элек, эштән ҡайтып, матайынан төшөп, ишек алдында нимәлер эшләп йөрөгән ҡатынына шаяртып:
- Бөгөн мине бәхетһеҙ осраҡтан мең һумға, һәр ай һайын түләй торғанына биш йөҙ һумға страховать итеп киттеләр. Мин үлһәм мең ярым аҡса алаһың» - тине лә, ҡысҡырып көлдө. Әсәһе:
- Уйнап һөйләһәң дә ,уйлап һөйлә, телеңә тилсә сыҡҡыры, - тине асыуланып.
- Миңә нимә булыр тиһең? – тип яуаплаған ине атаһы. Кем уйлаған, шап-шаҡтай кеше шулай тиҙ генә үлеп китер тип. Стәрлетамаҡта экспертиза яһаған врач та:
- Бындай осраҡ булмаһа, атайығыҙ йәшәр ҙә йәшәр ине, бер ағзаһында ла ауырыу тапманым, уның кеүек сәләмәт кешеләр бик һирәк була,- тигән. Сөнки, ҡышмы – йәйме, һәр көн иртән, сәғәт етелә радионы ебәрер өсөн алты километрҙағы күрше ауылға барып етә ине. Ҡыш көндәрендә күпселек йәйәү, ә йәй көндәрендә матайҙа йөрөнө. Ошо ун өсөнсө бағана ултыртҡанда ошондай фажиғә булмаһа, йәшәр ҙә, йәшәр ине әле ул.
Эргәһенә килеп туҡтаған машина тауышы, Ғәлиәне хәтирәләренән айырҙы. Ундағы ир кеше, машина ишеген асып, уны саҡырҙы. Әйберҙәрен тиҙ генә ҡулына алып, ҡабаланып, Ғәлиә
машинаға табан атланы.