Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
8 Ғинуар 2022, 12:10

Әсәй булып уйнай торғас...

Уйымды быларҙың йырлай башлауҙары бүлде. Бына “иҫереп” алған балалар ҡосаҡлашып йырлай башланы. Унан һуң кәйкәнләй-кәйкәйнләй йөрөй башланылар. Ҡыҙ әсәһенән отҡан йырҙы һуҙып маташты.

Әсәй булып уйнай торғас...Әсәй булып уйнай торғас...
Әсәй булып уйнай торғас...

Бынан 20 йылдар элек булды был хәл. Ауылға йәйге ялға ҡайтҡанмын. Бер көндө күршеләрҙең алты-ете йәштәрҙәге ҡыҙы сыр-сыу килеп үҙе тиңендәге малай менән уйнауына иғтибар итә ҡуйҙым. Бер мәл ҡыҙыҡай малайға:

  • Әйҙә, атай-әсәй булып уйнайыҡ, - тимәһенме!
  • Әйҙә, - тине дуҫы.

Былар  йәһәт кенә өҫтәл кеүек нәмә ҡуйҙылар. Унан һөйләнә-һөйләнә табын әҙерләй башланылар.

Бер аҙҙан “атай” менән “әсәй” матур ғына итеп өҫтәл янында ултыра ине. Өҫтәлгә буш шешә ҡуйылған. Бына “атай кеше” шешәне асып, икеһен лә “араҡы” ҡойҙо һәм стаканды “әсәй”гә һондо.

-Әйҙә!

-Әйҙә.

Улар стаканды сәкәштереп, ундағы һыуҙы эсеп ҡуйҙы. Унан “әсәй” йөҙөн сирып.

- Әсе булды, - тине. - Өҫтәлдән нимәлер алып ҡапты. “Атай” еңе менән ауыҙын һөрттө. Бер аҙҙан “атай” стакандарға тағы ҡойоп:

- Ике аяҡҡа икәү итәйек, - тип “әсәй”гә һондо. - Тағы сәкәштерҙеләр.

Артабан нимә булыр тип уйындың дауамын көтәм. Ике баланың да атай-әсәһен яҡшы беләм. Малайҙың әсәһе эске менән дуҫ булһа ла, атайһы ул тиклем түгел. Донъялары төҙөк, матур. Ә бына ҡыҙҙың атаһы ла, әсәһе лә күптән эсә. Шул эске арҡаһында ике балаһын ҡарамай башына еттеләр. Эскән кешелә донъя таҙалау ҡайғыһы бармы ни! Иртән урам буйлап сығып китәләр ҙә бер аҙҙан иҫереп ҡайталар. Тәүҙә итен, башҡа әйберҙәрен һатып эсә инеләр ине. Тора-бирә бөтөнләй малдан яҙҙылар. Кәртә-ҡуралар ишелеп төштө.

Уйымды быларҙың йырлай башлауҙары бүлде. Бына “иҫереп” алған балалар ҡосаҡлашып йырлай башланы. Унан һуң кәйкәнләй-кәйкәйнләй йөрөй башланылар. Ҡыҙ әсәһенән отҡан йырҙы һуҙып маташты.

Тыуған яғым гөлдәр иле.

Гөлдәр былбылдар иле.

... Унан һуң шаҡтай йылдар үтте. Шайтан һыуының бер ваҡытта ла яҡшыға алып барғаны юҡ. Эсеп йөрөй торғас, ҡыҙҙың атаһы, әсәһе, ағаһы ла мәрхүм булды. Ә ҡыҙ күрше ауылға үҙе кеүек эскегә әүәҫ егеткә кейәүгә сыҡты. Әсәй булып уйнаған ҡыҙ үҙе әсәй булғас та  араҡы менән шаярыуын ташламаны. Бер-бер артлы тапҡан өс балаһын да ҡарарға, тәрбиәләргә уйламаны. Урам буйлап сығып китә дә үҙе кеүек эскегә әүәҫ кешеләргә барып инә. Хатта аҙналар буйы өйөнә ҡайтып инмәй. Ҡатынды бер нисә тапҡыр дауаханаға алып китеп дауалап та ҡаранылар. Ҡайтып бер сама йөрөй ҙә йәнә шешәгә тотона, балаларын онота. Күрәһең, бала саҡтан әсәй ҡаны менән һеңгән насар ғәҙәтте анһат ҡына еңеп булмайҙыр. Бер аҙҙан уны әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеп, балаларын приютҡа тапшырҙылар. Юҡҡа ғына боронғолар “Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос” тип әйтмәгәндәрҙер.

Фото:severdv.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас