Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
8 Ғинуар 2022, 14:50

Заһир Исмәғилевтең йырҙары кисебеҙҙе йәмләһен!

Бөгөн Заһир Исмәғилевтең тыуыуына - 105 йыл.  Атаһы улының урмансы булыуын теләй. 1932 йылда Инйәр урман-химия техникумына уҡырға инә, уны ваҡытынан алда тамамлай һәм Белорет леспромхозында таксатор булып эш башлай. 1934 йылда Белоретҡа гастролдәр менән Өфө артистары килеүе тураһында ишеткәс, 30 саҡрым алыҫлыҡтағы Белоретҡа китә. Унда үҙенең яҡташы Арыҫлан Мөбәрәковты осратып, ҡурайсы итеп концертта ҡатнаштырыуын һорай. 

Заһир Исмәғилевтең йырҙары кисебеҙҙе йәмләһен!Заһир Исмәғилевтең йырҙары кисебеҙҙе йәмләһен!
Заһир Исмәғилевтең йырҙары кисебеҙҙе йәмләһен!

Заһир Исмәғилев 1917 йылдың 8 ғинуарында Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Үрге Сермән ауылында[1] тыуған.

Түбәнге Сермән ауылында ете йыллыҡ башҡорт мәктәбендә уҡый. Бала саҡтан милли музыка менән мауыға, ҡурайҙа уйнай. Атаһы улының урмансы булыуын теләй. 1932 йылда Инйәр урман-химия техникумына уҡырға инә, уны ваҡытынан алда тамамлай һәм Белорет леспромхозында таксатор булып эш башлай. 1934 йылда Белоретҡа гастролдәр менән Өфө артистары килеүе тураһында ишеткәс, 30 саҡрым алыҫлыҡтағы Белоретҡа китә. Унда үҙенең яҡташы Арыҫлан Мөбәрәковты осратып, ҡурайсы итеп концертта ҡатнаштырыуын һорай. Осраҡлы рәүештә генә Заһир Исмәғилевкә ауырып киткән артист-ҡурайсыһын алмаштырырға тура килә. Сәхнәгә бик ҡыйыуһыҙ ғына сыҡһа ла, сығышын бик оҫта башҡара. — Һин музыкант булырға тейешһең! — тип, Булат Имашев Өфөгә Башҡорт академия драма театры янындағы студияға уҡырға саҡыра. 1937 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһының башҡорт төркөмөнә (педагогы В. А. Белый) уҡырға инә.

Һуғыш ваҡытында Өфөлә эшләй, фронт бригадалары концерттарында ҡатнаша, патриотик йөкмәткеле йырҙар яҙа.

1948 йылда студияла уҡыуын тамамлағас, Мәскәү консерваторияһының композиторлыҡ факультетына уҡырға инә, уны 1954 йылда композиция класы (педагогы В. Г. Фере) буйынса тамамлай. Диплом эше — «Салауат Юлаев» операһы.

Композиторҙың ижады киң күләмле. Милли опера, камера-вокал, хор һәм инструменталь музыканы үҫтереүгә ифрат ҙур өлөш индерә. Әҫәрҙәренең идея йүнәлеше һәм тематикаһы замана талаптарына тап килә һәм дуҫлыҡ һәм мөхәббәт темаларын раҫлаған гражданлыҡ-патриотик, ижадының милли йүнәлешен сағылдыра. Үҙенең ижадында урыҫ музыкаль мәҙәниәте классиктары традицияларын, уларҙың тарихи һәм музыкаль-драматик концепцияларын үҫтереү буйынса эшен дауам итә (М. Глинка, М. Мусоргский, Н. Римский-Корсаков, А. Бородин).

Операларҙа милли-тарихи тематикаға, билдәле тарих шәхестәр образдарын кәүҙәләндереүгә тартыла. Улар араһында милли батыр тураһында бәйән иткән «Салауат Юлаев» тарихи-героик операһы, «Урал илселәре» һәм «Ҡаһым түрә» героик-эпик опералары. «Аҡмулла» операһының үҙәгендә — XIX быуаттағы башҡорт шағир-мәғрифәтсеһе образы. «Шәүрә» һәм «Ағиҙел тулҡындары» опералары, «Ҡоҙаса» һәм «Алмаҡай» музыкаль комедиялары лирик-драматик әҫәрҙәре төрҙәренә инә.

Милли хор кантатаһы, оратория («Мин — рәсәйле», «Әсә һүҙе» һәм башҡалар), симфоник музыкаһы (оркестр менән фортепьяно өсөн Концерт һәм Концертино, «Байрам увертюраһы», Симфоник сюита) жанрҙарын үҙтереүгә байтаҡ өлөш индерҙе. Композиторҙың камера-вокал ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһенә 300-ҙән ашыу йыр һәм романстар тәшкил итә. Йырҙар ижад иткән композиторҙарҙың береһе була, уларҙа нескә субъектив лирик ҡараш, тәбиғәт һүрәтләмәләре, юмористик жанрлы йырҙар сағылыш таба («Һандуғас» (Я. Ҡолмой һуҙ.), «Котелок» (Н. Нәжми һүҙ.), «Грузин сәйе, башҡорт балы» (С. Ҡудаш һүҙ.) һәм башҡалар.

Заһир Исмәғилевтың әҫәрҙәре Рәсәйҙә, СССР-ҙың элекке милли республикаларында һәм сит илдәрҙә (БолгарияҠытайРумынияТөньяҡ КореяЮгославияЭфиопия) башҡарыла, даими рәүештә нәшер ителә һәм «Мелодия» Бөтә Союз грампластинкалар фирмаһында яҙҙырыла, Бөтә Союз, башҡорт радиоһы һәм телевидение фондарында һаҡлана.

Өфө сәнғәт институтын ойоштороусыһы һәм тәүге ректоры (1968—1988) (доцент с 1973 йылдан 1973 йылдан доцент, 1977 йылдан профессор).

СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1941—1944 йылдарҙа — яуаплы секретарь, 1954—1978 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының Композиторҙар союзы рәйесе, РСФСР-ҙың Композиторҙар союзы секретары (1960 йылдан).

1943 йылдан — ВКП(б) ағзаһы. Башҡорт АССР-ының Юғары Советы рәйесе (6-8 саҡырылыштар).

2003 йылдың 30 майында Өфө ҡалаһында вафат була, Өфө мосолман зыяратында ерләнә.

Башҡорт Википедияһынан.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас