Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
9 Ғинуар 2022, 10:00

Остаз, өйрәнсек һәм ҡыҙ бала

Әммә өйрәнсек үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмаған. Ул юл буйына эстән генә остазының ҡылығы хаҡында уйланып килгән: “Нисек инде ул ҡыҙға ҡағыла алды?! Етмәһә, йылға аша күтәреп үк алып сыҡты! Мин бит уға ышана инем! Алдаҡсы. Ике йөҙлө...” Ахыр сиктә егет кеше түҙмәгән, уйҙарын ярһый-ярһый уға әйтеп һалған. Ә остазы тыныс ҡына былай тигән:

Хикмәт

Остаз, өйрәнсек һәм ҡыҙ бала

Өйрәнсек менән остаз өйҙәренә ҡайтып бара икән. Өйрәнсек,  тыңлаусан бала шикелле, остазы ҡушҡанды һәр саҡ  теүәл үтәп барған. Барлыҡ ләззәттәрҙән, ҡыуаныстан баш тартып, үҙенсә гонаһһыҙ тормош рәүеше алып барам, тип уйлаған.

Бына улар йылға буйына килеп еткән. Ә унда һыуҙы аша атлап сыға алмай ҡыҙ бала баҫып тора икән. Остазы  ҡыҙға ярҙам  тәҡдим иткән.  Тегеһе баш тартмаған.  Шулай итеп, ул ҡыҙ баланы күтәреп йылға аша сығарған. Остаз менән өйрәнсек юлдарын ары дауам иткән.

Әммә өйрәнсек үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмаған.  Ул юл буйына эстән генә остазының ҡылығы хаҡында  уйланып килгән: “Нисек инде ул ҡыҙға ҡағыла алды?!  Етмәһә, йылға аша күтәреп үк  алып сыҡты! Мин бит уға ышана инем! Алдаҡсы. Ике йөҙлө...”

Ахыр сиктә егет кеше түҙмәгән, уйҙарын ярһый-ярһый уға әйтеп һалған. Ә остазы тыныс ҡына былай тигән:

‒ Мин ул ҡыҙҙы күптән инде ярҙа ҡалдырып киттем. Ә һин әле  булһа уны үҙең менән йөрөтәһең!

Ысынлап та, беҙ йыш осраҡта әһәмиәте ҡалмаған күп нәмәләрҙе   үҙ күңелебеҙҙә йөрөтәбеҙ. Үткән ваҡиғалар шауҡымы менән йәшәйбеҙ йәки киләсәк хаҡында хафаланабыҙ. Ә бөгөнгө көнөбөҙҙөң, әлеге мәлебеҙҙең әһәмиәте хаҡында онотабыҙ.

Фото - Pinterest

 

Остаз, өйрәнсек һәм ҡыҙ бала
Остаз, өйрәнсек һәм ҡыҙ бала
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас