

Йыр-моң донъяһы ниндәйҙер бер сихри тартыу көсөнә эйә. Үҙе йырламаған кеше лә моңға тартыла, эстән генә көйләп йөрөй. Ә йырлай белгәне тормошон йырһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Бәләкәй саҡтан ашнаҡсы булырға хыялланған Ғайсарҙы ла йыр үҙенә әйҙәй. Һүҙем – сәхнәгә күптән түгел генә сыҡһа ла, алсаҡлығы, сибәрлеге, моңло, йомшаҡ тауышы менән йәш ҡыҙҙарҙың йөрәген йышыраҡ тибергә мәжбүр иткән йәш йырсы Ғайсар Миңлеғолов тураһында.
Бөрйән районының Әтек ауылында тыуып үҫкән егеттә, бәләкәй саҡтан йырларға яратһа ла, ашнаҡсы булыу теләге көслө була. Төрлө торттар, кекс, былау бешерергә яратҡан Ғайсар 9-сы синыфта ғына йыр менән ныҡлап шөғөлләнергә ҡарар итә. Районда йыр конкурстарында ҡатнашып, урындар яулай. 11-се синыфты бөткәс, һис икеләнеүһеҙ Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә имтихан тота һәм уҡырға инеп китә. Күренекле йырсы Тәнзилә Үҙәнбаева класында уҡый. Классик әҫәрҙәргә, халыҡ йырҙарына ла ҡыҙыҡһыныуы арта. Быйыл уның сығарылыш йылы. Әммә Ғайсар үҙен артабан бүтән өлкәлә лә һынап ҡарарға теләй. Уны геодезия ҡыҙыҡһындыра. «Ә йыр, хобби һымаҡ, күңел талабы һымаҡ, һәр саҡ минең менән буласаҡ», – ти егет.
«Тамашасы иғтибарын, һөйөүен яулар өсөн йырсы бүтәндәрҙән айырылып торорға тейеш. Тауышы менән дә, кейеме, стиле, йөҙө менән дә. Һәм, әлбиттә, йыр ҙа мәғәнәле булһын. Сәхнә матурлыҡты ярата», – ти Ғайсар. Матурлыҡ тигәндән, йөҙө генә сибәр түгел егеттең, күңел донъяһы ла матур. Спиртлы эсемлектәр эсеү, тәмәке тартыу – уның өсөн ят күренеш. Мәсеткә йөрөй. Кешеләрҙе иманлылығы, алсаҡлығы, иплелеге, тырышлығы өсөн дә ихтирам итә. Замана тырыш, белемле кешеләрҙеке, тигән фекерҙә Ғайсар.
Руфина ДӘҮЛӘТОВА.