

Кәримов Илгиз Мостафа улы — тәржемәсе, журналист. 1982 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Мостай Кәримдең улы.
Илгиз Кәримов 1942 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Келәш ауылында тыуған.
1967 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған. 1977 йылға саҡлы (өҙөклөк менән) РСФСР Яҙыусылар союзының Мәскәүҙә сыҡҡан «Литературная Россия» гәзитендә эшләй, шул иҫәптән 1974 йылдан — бүлек мөдире.
1972 йылдан — СССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәре.
1973 йылдан «Молодой коммунист» журналында бүлек мөдире.
1997—2005 йылдарҙа «Оракул» журналы хеҙмәткәре.
Илгиз Кәримов ауырығандан һуң 2019 йылдың 15 мартында Мәскәү ҡалаһында вафат булды.
Илгиз Кәримов Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Ауыл адвокаттары», «Ғүмер миҙгелдәре», Афзал Таһировтың «Буранлы көндәр» китабына ингән повестарын һәм хикәйәләрен руссаға ауҙара.
Әхиәр Хәкимдең «Думбыра сыңы» романын тәржемәләй.
Шулай уҡ балҡар, татар, сыуаш һәм башҡа ҡайһы бер халыҡтар яҙыусыларының әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итә.