

Миҙалһыҙ ҡалған Күзмәкәй. Мәүлиҙә Әхмәтйәнова.
Гүзәл Хәйбуллина һүрәте.
– Күзмәкәй, бына исмаһам, булған кеше. Һыңар аяғы ла юҡ бит әле, ә бына етмәгән ере юҡ. Сатан күп йөрөр, һуҡыр күп күрер тип, бер ҙә юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.
Күрше-тирә ирҙәр эскәмйәлә тәмәке көйрәтә, мин уларға ҡыҫылмай тик кенә ултырам, сөнки ололар һөйләшкәндә тыңлап ҡына ултырһаң да бик яҡшы.
– Э-э-й, Күзмә йәшендә, уның кеүек йөрөһәк, бик шәп булыр ине әле ул.
Ысынлап та, бер аяғын һуғышта ҡалдырып ҡайтҡан Күзмә бабай, йәшенә ҡарамай, йорт тирәһендә – һайыҫҡан шикелле ҡултыҡ таяҡтарында һикергеләп, ә ауыл буйлап, йә ҡалаға барырға булһа, машинаһын ҡыҙҙырып, бик маладис ҡына йөрөп ята. Бармаған ере юҡ үҙенең.
– Ышанмаҫһың, бер көн, – тип дәртләнеп китә Мотой, – ултырғысҡа артын терәп, утын яра. Шарт та, шорт килтерә, малай. Ә нисек ишек яңаҡтары ултыртып ҡуя, ике аяҡлылар ҙа улай эшләй алмай бит. Ҡулдарынан килмәй. Ә мейес сығара, кемде шулай пощёт менән ауылдан-ауылға йөрөтәләр. Яҡын-тирәлә юҡ ундай оҫта мейес сығарыусы.
Ҡарт, һуғыш ветераны, инвалид та булғас, хөкүмәт уға “Запорожец” машинаһы бүлә. Ҡасан биргәндәрен генә әйтә алмайым, сөнки мин белә-белгәне бирле, ул машинаһынан төшмәне. Бына шуны ул күҙ асып йомғансы, уйынсыҡ шикелле һүтеп, йорт алдындағы сирәмгә брезент өҫтөнә тимер-томорон йәйеп, таҙартып, ҡайһы аралалыр кире йыйып, ҡыҙҙырып, ҡалағамы, ҡайҙалыр сығып та китә.
Бына әле лә ҡарт, көн боҙолоп тороуына ҡарамай, машинаһын аҡтарып маташа. Шундай холҡо бар, эшләгәндә бер кемде лә яҡын килтермәй, өндәшмәй-нитмәй танау аҫтынан берәй көй мыңғырҙап, аҡрын ғына үҙе маташа.
– Һеҙ белмәйһеҙ, уның тағын бер һөнәре бар ине бит әле, – тип дауам итә Мотой, туҡтап, ян-яғына ҡарап алғас, – ул элек шундай оҫта итеп гармун яһай торғайны. Ҡулыңда ғына тотоп торорһоң. Әллә ҡайҙарҙан һорап киләләр ине. Шулай… Яңғырап торған тальян гармундар яһай ине ҡарт.
– Халыҡты кәртешкәгә төшөрөп, рәсемдәрен яһап, таратып ятҡанын беләм, ә гармун яһағанын беренсе мәртәбә һинән ишетәм, – тип һүҙгә ҡушыла, өндәшмәй генә ултырған икенсе күрше.
– Ә бала-сағаға кина күрһәтеп ятты…
– Бала-сағаға ғынамы, ярты ауыл йөрөнө бит ул диафильмдарҙы ҡарарға. Шундай ирмәк ине.
– Кинаһына йөрөмәнем, белмәйем, ирмәк булғандырмы, ә бына радио тыңларға кергеләнем. Маладис, һүҙ ҙә юҡ, бик шәп радио көйләп ҡуйғайны. Ниндәй “кансирт”тар тыңлатты. Элек бит йырсыларҙа, исмаһам, тауыш бар ине. Илһам Шакировты күп тыңлаттырҙы ҡарт, рәхмәт.
Күзмә ҡултыҡ таяҡтарына таянып, һайыҫҡан шикелле уралып, һикергеләп йөрөй торғас, машинаһын йыйып бөттө. Кәкшәңдәп бәрелеп-һуғылып бөткән иҫке биҙрәгә күрһәтеп, миңә ҡысҡырҙы:
– Улым, бар әле йүгертеп кенә ҡойонан һыу алып кил!
Машинаһын йыуырға булғас, тимәк ул ҡалаға барырға йыйына. Кәйефе булып ултыртып та алыр әле. Шундай уйҙар менән етеҙ генә һыу алып килеп, күрһәткән сепрәген тотоп, машинаны йыуырға керешәм. Ҡарт тәмәке тоҡандырып, руль яғындағы ишекте асып ҡуйып, ултырғысҡа артын терәп, тәмәке көйрәтә. Бер биҙрә һыу алып килеп, ҡабат бер ҡат яҡшылап һөртөп сығам. Ҡалғанын ситкә сәсрәтеп түгәм дә, биҙрәне ситәнгә ҡаплап ҡуям.
– Шунан, киттекме?
Урра-а! Мин ҡарт эргәһенә ултырҙым да, ҡайышын эләктереп тә ҡуйҙым.
– Маладис!
Ҡарттың, нимә уйлаптыр, борсолоп килгәнен һиҙеп, мин өндәшмәй генә барам. Ауыл боролмаһынан ҡала юлына сығыу менән ул, бөкөһөн асып енен сығарҙылармы ни, миңә ҡарамай ғына башлап ебәрҙе:
– Вәлигә биргәндәр, Сабиръянға биргәндәр, Себенейгә, плендә булһа ла, биргәндәр… Ә миңә… Мин аяғымды ҡалдырып ҡайтһам да… Юҡ! Күзмәг-ә-ә миҙал юҡ. Гвардии рядовой Күзмәгә ниположно…
Ә-ә-ә, бына нимә артынан китеп барабыҙ икән беҙ ҡалаға – !
9 майҙа һуғыш ветерандарына миҙал килтереп тараттылыр. Клубҡа йыйып, һәр береһенә тағып та сыҡтылар, өҫтәл төҙөп, йөҙәр грамм да һалдылар. Ә беҙҙең Күзмә бабайға миҙал бирмәнеләр. Ул буш ҡалды. Стаканына ла йоғанманы.
– Эсәһем килһә, йәщщиге менән еффәрәм мин аны, мының менән ауыҙымды ла бысратмайым, – тине лә, машинаһына ултырып, ҡайтып китте.
Кем унда шулай, ветеранды төшөрөп ҡалдырып, исемлек төҙөгән? Бына шуны асыҡларға китеп барабыҙ икән ҡалаға.
– Улар бәлки шулай тиҙәрҙер. Эй, кем ул Күзмә, уны төшөрөп ҡалдырһаҡ та ярар. Төшөрмәй тороң әле! Иҫән саҡта умырып алырмын положныйын.
Әһә, бына ни өсөн Күзмә бабай бөгөн миҙалдары тағылған костюмын кейеп алған икән!
Килеп еткәнсе, ул бары ошо хаҡта ғына һөйләп барҙы. Мин хәрби комиссариатҡа инмәй (унда миңә нимә әҙерләп ҡуйғандар?) машина эсендә генә ултырып торорға уйлағайным… Ҡайҙа ул? Ҡарт бик дәртле итеп:
– Әйҙә, улым, беҙ кем нәҫеленән икәнен онотма! Китт-е-е-к! Бер иҙәндә гармунһыҙ бейетәбеҙ беҙ аларҙы, – тип, ең аҫтары һүтелеп бөткән иҫке курткаһын машина эсенә ырғытты ла, костюмында ғына ҡултыҡ таяҡтарына таянып, миҙалдарын шалтыратып, инеп китте. Мин ҡарт алдында ишек асып, ябып торҙом.
– Миңә – комиссарға! – тип, ишек һаҡлап ултырыусы ҡатынға урыҫсалап ҡысҡырып, алға үттек.
Килеп тә инде, иҫәнлек тә һорашып торманы:
– Иптәш ваенком! Шту такой? Вәлигә, значит, миҙал бар, Сабиръянға бар, Себенейгә, пленгә эләкһә лә, бар… Ә миңә, аяғымды ҡалдырып ҡайтһам да, миҙал юҡ.
Аптырап өҫтәл артынан тороп баҫҡан хәрби кеше, башта бер нәмә лә аңламай торҙо. Шунан эштең асылы башына барып еткәс, ул өҫтәл аҫтындағы тартманы шытырҙатып һурып алды ла, ҡарт алдына шап иттереп килтереп ҡуйҙы:
– Күңелеңә теләгәнен һайлап ал!
Күзмә бабай бер миҙалды һайлап алып, түшенә ҡаҙап ҡуйҙы.
– Ә дүкәмите! – тине ул миҙал һорағандағы талапсан тауыш менән.
– Хәҙер! Ҡайҙа китһен! Хәҙер! Эшләйбеҙ уны!
Ул өҫтәл аҫтындағы икенсе тартманан бәләкәй генә зәңгәр төҫтәге кенәгәне алып, ҡулын өҫкә үк күтәреп мисәт һуҡты ла:
– Ә фамилияһын үҙең ҡуйырһың! – тип, ҡарттың ҡулын ҡыҫып, уға тотторҙо.
Күзмә бабай күҙенең ҡыры менән генә миңә ҡарап ҡуйҙы, йәнәһе: “Күрҙеңме, беҙҙекеләрҙе!”
Мин инде, берәй ергә инеп ашарбыҙ ҙа, тиҙ генә ауылға ҡайтып китербеҙ, тип уйлаһам, пландар бөтөнләй икенсе төрлө һыҙылған булып сыҡты:
– Хәҙер мин һине бер ергә алып барам. Бына шундай кешегә! – Ҡарт баш бармағын күтәреп, ул кешенең шәплеген күрһәтте. – Йөҙә беләһеңме? Во, һыу төшөрһөң.
Йылға буйындараҡ урынлашҡан бер йортҡа килеп туҡтаныҡ. Оло ғына йәштәрҙәге бер бабай беҙҙе бик йылы ҡаршы алды. Ҡарсығы өҫтәлгә аш-һыу ҡуйҙы, ҡарты бер ярты сығарҙы. Тамағым туйғас, мин уларҙың йортонда йөрөгән эт менән уйнаным, баҡсала торған кәкүктә атындым. Әбей мине, бәлә-ҡазанан баш-аяҡ тип, һыуға ебәрмәне. Әйҙә, ҡайтайыҡ инде, тип әйтергә ҡыймай, унда бәрелеп, бында һуғылып, йөрөнөм.
Күзмә бабай ҡунаҡта ултыра торғас, ҡыҙып уҡ китте:
– Иптәш военком тим, Вәлигә бар, Сабирьянға бар, Себенейгә, плендә булһа ла бар, ә миңә, значит, аяғымды ҡалдырып ҡайтһам да, юҡ! Теге честь биреп, минең алда ысмирна тора... Ҡуйҙы минең алға бер тартма миҙал. Һайлап ал ти, гварди рәдәвой Күзмә…
Беҙ ҡайтырға сыҡҡанда ҡараңғы төшкәйне инде. Әбей менән бабай, тәүҙә ҡунып ҡал, нисек былай ҡайтып етерһегеҙ тип, ҡыйыш тейәгән ҡартты бик оҙаҡ ыҡҡа килтерергә тырышты. Ҡайҙа ул!
– Гварди рәдәвой Күзмә!.. Врагу не сдайо-о-тся, наш славный Варя-а-к…
Улар ҡартты көскә, ике яғынан ҡултыҡлап килтереп машинаға ултырттылар, ҡултыҡ таяҡтарын үҙем күтәреп алдым.
Беҙ яҡшы ғына йырлай-йырлай ҡайттыҡ. Мин, Күзмә бабайҙың һорауы буйынса, “Взве-е-йса костр-а-ами..”нан башлап, “Вихри вражд-е-ебные…”ға хәтлем бөтә белгән йырҙарымды дәртле генә итеп йырлап ҡайттым. Ауыл боролмаһына етәрәк ҡарайым, бабайҙың күҙе йомолоп-йомолоп китә башланы, мин уның ҡолағы янынараҡ килеп ҡысҡырам, ул уянып китә. Шулай ҡайтып еттек тигәндә…
Күзмә бабайҙың өйө эргәһендә тәрән генә соҡор бар, яҙ булһа, унда тауҙан ағып төшкән һыу йыйылып ята, хатта йәй көнө лә ҡоромай, ә иңе-буйы бер биш метр ғына ер тәрән һаҙлыҡҡа әйләнә лә ҡуя. Соҡор уртаһындағы был һаҙлыҡҡа мал-тыуар ҙа килеп төшөп интектерә, йышыраҡ быҙауҙар керә лә, ҡорһаҡтарынан батҡаҡҡа батып, мөңрәп торалар.
Мин инде йырлауҙан туҡтаным, сөнки бына машина уты беҙҙең өйҙәрҙе яҡтырта. Килеп еттек. Шул ваҡыт, ниндәйҙер бер ен, башҡаса булыуы мөмкин түгел, сөнки беҙ бына тигән генә килеп ултырабыҙ, беҙҙең машинаны әйләндереп ебәрҙе лә, әллә ҡайҙа йәһәннәм төбөнө алып төшөп китте.
Күпме ятҡанмындыр, иҫемә килһәм, тубыҡтан һыуҙа ултырам, башым, бәрелгәнме берәй ергә, үлтереп ауырта, ә Күзмә бабай… башын рулгә һалған да, ғырлап йоҡлай.
Күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек ҡараңғы төн, ишектәр асылмай. Һыйпана торғас, тәҙрәне аса торған тотҡосто таптым. Ҡымшанмай ҙа. Тырыша торғас, әйләнә башланы был. Тәҙрә быялаһы сыйылдай-сыйылдай аҫҡа төшә. Шунан ултырғысҡа баҫып сыҡтым тышҡа. Аяғымды тартып алып, ергә баҫыуым булды, батҡаҡҡа кереп баттым, алмаш-тилмәш саҡ һурып алдым. Тәүҙә берәүһен, аҙаҡ икенсеһен, ә кроссовкиҙарым төптә тороп ҡалды. Сыҡтым батҡаҡтан, дүрт аяҡланып мендем өҫкә.
– Машина уты ялтлаған кеүек булды,ҡайҙа юғалды һуң? – тип һөйләнеп, әсәйем минең ҡаршыға килеп сыҡты.
Мине күргәс ҡото алынды. Уны тиҙ генә тынысландырҙым да, өйҙәгеләрҙе торғоҙоп, күршеләрҙе уятып, фонарҙар алып, киттек Күзмә бабай артынан.
Уны машина эсенән саҡ һөйрәтеп сығарҙыҡ, үгеҙ шикелле ауыр кәүҙәле кешене ул соҡорҙан нисек алып менгәнебеҙҙе һөйләп тә тормайым, алып менгән кешеләр үҙҙәре генә белә. Ҡара тиргә баттыҡ. Ҡарт бот сабып:
– Аҫтыма еббәрҙем малай, ер убылып китте тип торам… – тип килде.
Саҡ ҡайтып йығылдыҡ.
Икенсе көндө күршем торманы әле, ятты. Өсөнсө көндө генә, оло малайы трактор табып килтереп, тростар менән бәйләп, тарттырып “Запорожец”ты соҡорҙан сығарҙылар. Бер көн ҡыйышҡандыр, булһа, сирәм өҫтөнә ҡабат брезент йәйеп, ҡарт машинаһын ҡутарып теҙеп һалды ла, майлап-һайлап ҡабат йыйып, әллә ҡайҙа сығып та китте. Шундай ул беҙҙең Күзмә бабай, алтын ҡуллы кеше.
Эсеп алһа, комиссарҙың уны хөрмәтләп, ҡулын маңлайына ҡуйып, тура баҫып торғанын һөйләй. Йәнәшендә мин дә булһам:
– Ышанмайһыҙмы? Бына, свиҙетель! – тип мине күрһәтә. Мин эйе, тап шулай булды тип, уның һүҙен йөпләйем.
Әммә, Күзмә бабай бер ҡасан да, нисек руль артында йоҡлап китеп, осоп, соҡорға төшөп ултырғаныбыҙҙы һөйләмәй.
Уларын яйы сыҡҡан һайын ауыл халҡы үҙе ҡарттың иҫенә төшөрөп тора. Ундайҙы ауылда тиҙ генә онотмайҙаар.
Ә кроссовкиҙарымды төшөп алдым соҡорҙан, ветерандар магазинынан ғына алған аяҡ кейеме бит ул, йыуып, ҡоротоп, яңы бауҙар бәйләп ебәрҙем, бына тигәндәр. Әле лә кейәм.