Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
12 Ғинуар 2022, 15:17

Сер дуҫы

Бөгөн һинән серҙәш, иртәгәһенә дошман яһайҙар, кәрәкмәй!

Сер дуҫыСер дуҫы
Сер дуҫы
Ләйсән ҠОРМАНОВА (МАРАҠАНОВА)

...Кешеләр бер-береһе менән сер бүлешергә әүәҫ.
Эштә ултырам. Бөтмәҫ-төкән- мәҫ ҡағыҙ яуы. Бер өҫтәлдән икенсеһенә күсә, өсөнсөһөнән – дүртенсеһенә. Компьютерҙағы отчеттан ялҡып, талсыҡҡан күҙҙәремде тәҙрәгә күсерәм. Тәҙрәнән ике метр алыҫлыҡта ғына бер ҡартлас ҡарға түшәлгән балаҫына ҡорһағы менән ятып алған да саң һуҡҡысы менән шаҡ-шоҡ килә. Бер килке уға ҡарап, йылмайып ултырам. Көлкө. Рәхәт. Кабинетта йылы, ойоп барам. Тәҙрәгә ҡарап ултыр ҙа ултыр ине. Ярамай. Йәнә компьютерға төбәләм, танауыма төшөп барған күҙле- гемде урынына этәм. Тыҡ-тыҡ- тыҡ... Бармаҡтарға күҙ эйәрмәй, мин – эшем эйәһе. Эшләргә кәрәк. Ишек шығырланы. Әлфиә. Һуңғы арала көмрәйеп китте. Элек асыҡ-ярыҡ сағыу күлдәктәрҙә йөрөһә, хәҙер буй- һынын йәмһеҙләгән йөнтәҫ ҡара- һоро свитерҙарҙа. Ниндәй һылыу ҡатын ине... Үҙ уйыма үҙем тертләнем. Ине, тиемсе... Әлфиә, минең ҡарашымды тойоп, асыу менән күҙ генә һирпеп алды ла урынына боҫто. Элек был кабинетта мин бер үҙем генә ултыра торғайным, хәҙер шул ҡатынҡай менән ҡушарлап эшләйбеҙ. Мин – уны, ул мине яратмай. Хәйер, мине кем яратһын? Мин барыһының да серен беләм бит. Үҙҙәре һөйләй... Һөйләй ҙә күрә алмай. Кеше серен белер өсөн күп аҡыл кәрәкмәй икән. Күҙәтеүсәнлек һәм бары һиҙгерлек, йәнә кешене тыңлай һәм аңлай белеү. Сәғәтемә күҙ һирпәм.
– Төшкө аш мәле етеп килә икә-ә-ән...
Һүҙ юҡта һүҙ булһын тигән кеүек килеп сыҡты. Әлфиә ишет- мәҫтән ултыра. Үҙе мыш-мыш килә. Ҡулындағы ҡулъяулығын йомарлапмы-йомарлай.
– Тымау тейҙеме әллә, һылыу...
– Тымау ғына тейһә...
Дорфа һөйләшә. Йәнәһе, белһәң икән минең нимәләр кисереп йөрөгәнемде, тымау ғына нимә ул?!
– Ярар...
Ҡырҡҡа етеп барған ҡарт ҡыҙға бара ул ундай тон, тип артыҡ бошонмай ғына уйлап ҡуйҙым да урынымдан ҡалҡынып, көҙгө янына килдем. Бесәйемдең тамағына алайым, ҡапҡыларға ла кәрәк... Төшкө аш мәле, офис кабинеттарының ишектәре шарт-шорт килә, кемдеңдер коридор буйлап ларҫ-лорҫ йүгереп үткәнлеге ҡолаҡҡа салынды. Шкафтағы пальтоға үрелдем тигәндә генә Әлфиәнең ҡапыл яңғыраған һорауынан ауып китә яҙҙым.
– Ә һеҙ үлем тураһында уй- ланғанығыҙ бармы?
Бәтәс... Шулай тине лә Әлфиә түгелеп илап ебәрҙе. Нисек әйтергә белмәй оҙаҡ аҙапланған, ахыры, тауышы яһалма һәм артыҡ театраль яңғыраны. Туҙған сәс, ҡып-ҡыҙыл танау, күҙ төптә- рендәге ҡаралар...
Йоҡоһоҙ төндәр, көнө-төнө уйланыуҙан шаңҡыған мейе һәм... үлемдән ҡурҡыу. Яңыраҡ ҡына минән йәшерә-йәшерә Интернеттан ниҙер уҡып, балауыҙ һығып ул- тырғанын шәйләгәйнем. Йәнә эш өҫтәлендә дарыу ҡаптары туҙышып ятҡанын күреп ҡалдым – кабинетҡа ҡапыл килеп ингәй- нем, йәшереп өлгөрә алманы. Сире аламалыр бисараҡайҙың, ябыҡты, бигерәк бөтөрөндө һуңғы арала.
Мин Әлфиәгә ризаһыҙ ғына ҡарап ҡуйҙым. Хәҙер-хәҙер уның күкрәген йыртырҙай булып тулаған ҡурҡыныс сере йырылып китер ҙә мине ялмап алыр кеүек.
– Ҡуй, Әлфиә... – тауышым ғәҙәттәгенән тыш йомшаҡ сыҡты.
Мин бары тик һөйләшеүҙән ҡасырға, кабинеттан тайырға ғына теләгәйнем, тик ул быны үҙенсә аңланы ла тағы ярһыбы- раҡ, ҡысҡырыбыраҡ үкһергә тотондо. Йәлләһендәр, аңлаһындар, тыңлаһындар өсөн... Хәүеф тыуған януарҙай, мин ҡабалана- ҡарһалана кейенә башланым.
– Бик бөтөрөнмә, һылыу, хәҙер медицина шәп... – Үҙем йыуатырға тырышам, үҙем өҙәйолҡа тун төймәләрен эләм дә эре бәйләм менән бәйләнгән ҡолас буйы көрәнһыу шарфымды муйыныма урайым. Тиҙерәк кабинеттан сығып китергә, тиҙерәк! Кеше һағышы, кешенең һыҙланыуы менән күп йәшәлде, етеп торор. Кәрәкмәй... Бөгөн һинән серҙәш, иртәгәһенә дошман яһайҙар, кәрәкмәй!
Өлгөрмәнем.
– Миндә яман шеш таптылар. Әлфиәгә еңел булып китте,
ҡапыл маңлайындағы һырҙары яҙылып, йонсоу йөҙө яҡтырып киткәндәй булды. Мин иҙән уртаһына ҡағылған бағана ише ҡуҙғала алмай тора бирҙем. Тынсыу булып китте.
– Һылыу, хәҙер медицина көслө, дауалау шәп...
Үҙем бер үк хәбәремде ҡабатлайым, үҙем йылмайырға итәм инде, иҫәр! Иҫәр... Алдан сығып китергә ине, хәҙер һуң инде. Хәлһеҙләнеп, ултырғысҡа лап барып ҡунаҡланым. Тәнем буй- лап ҡара тирем аҡты. Инде тың- ламай башҡа сарам юҡ. Быны һиҙгән Әлфиә, ҡаршыма улты- рып, ҡабаланмай ғына серен систе. Ҡорбанын аяҡһыҙландырған йыртҡыс ише... Миңә бөтә һыҙланыуы, хәсрәте менән ҡапланды, иланы, сәсен йолҡто, алйыған ише көлдө.
– Оперативка!
Офис хужаһы башын тығып ҡына асылған ишек аша беҙгә ынтылып ҡараны.
– Әллә илашып ултыралар инде... Ну, ҡыҙҙа-а-а-р!
– Юҡ, Салауат ағай! Беҙ... Сер бүлешә инек, – бушанған, хәсрәттән таҙарынған Әлфиә һикереп торҙо ла көлә-йылмая, миңә боролоп та ҡарамай, кабинеттан сығып китте.

***
Иртәгәһенә Әлфиә көн оҙоно миңә һыртын ҡуйып, үпкәләгән төҫлө шымтайып ултырҙы. Мин дә өндәшмәнем. Тәүҙә ул минең кабинеттан кабинетҡа йөрөп, уның серен кешегә шыпыртын ғына фаш итеүемде ҡурҡынып көттө, һис юғы үҙе менән һөйләшергә ынтылыр, йәнен көйҙөрөп уны йәлләр, маҙаһын килтереп ярҙам тәҡдим итер тип уйланы. Быларҙың береһе лә булмағас, аптыранған һәм минән нимә көтөргә белмәгән Әлфиә йәнә аҙарынды, мине дошман күрҙе.
Ғөмүмән, кисәге һөйләшеүҙән һуң мөнәсәбәттәрҙең нисек дауам итерен алдан күҙаллағай- ным инде мин, шуға артыҡ апты- раманым да, көйөнмәнем дә. Ниңәлер әсәйемдең һүҙҙәре иҫемә төштө: “Башым ярылһа ла, бүркем эсендә”. Мәрхүмкәй ғүмере буйы йомоҡ кеше булды, өйөнә бер кем инмәне, бер кем сыҡманы. Күпте күрҙе, ауыҙы ҡан булһа ла, кешегә белгертмәне. Йәнә бер һөйләгәне иҫемдә: “Дуҫтар төрлө була. Иң яҡшыһы
– кәңәш дуҫы булыу. Кәрәк икән, кеше кәңәшеңә ҡолаҡ һала, кәрәкмәй икән, юҡ. Иң күңеллеһе – мәжлес дуҫы. Шат йырҙар, тәмле һый, ҡотлашыуҙар. Иң аяныслыһы – сер дуҫы булыу. Бөгөн һиңә дуҫыңдың сере һыя, иртәгә һинән ситкә тайшана. Йә иң ҡурҡынысы – һине серҙәренең ҡәберлеге итеп ҡуллана, һиңә үҙ хәсрәтен өҫтәй ҙә өҫтәй, ә һин торонбаштар көйрәткән мейес ише ҡыҙғандан- ҡыҙа бараһың...”
Эш сәғәте бөтөр саҡта Әлфиә хушлашмайынса кабинет ишеген шарт ябып сығып китте, ә иртә- гәһенә уны директор кадрҙар бүлеге ҡыҙҙары янына күсереп ултыртты.
 
***
...Сылтыр-сылтыр йырғанаҡтар гөрләй. Кабинетта бер үҙем. Эргәмә бер кемде лә ултыртманылар. Дөрөҫөрәге, бер кемдең дә минең менән ултырғыһы килмәне. Хәйер, серҙәш яһап китеүселәр байтаҡ әле һаман да.
Ишегем коридорға шар асыҡ. Кадрҙар бүлеге ҡыҙҙарының тегеләй-былай йөрөп һауытһаба сайҡап, йәшелсә-емеш ташып йөрөгәнлеге күренә. Береһе асыҡ ишек ауыҙына килеп, миңә ҡул иҙәне.
– Төшкө ашта бөтәбеҙ ҙә бергә ултырып сәй эсәйек әле, апай... Әлфиәне хәтергә алайыҡ. Иртәгә ҡырҡы... Яман шеш менән сирләгән икән, белмәнек тә, үҙе һөйләмәне лә... Һеҙ ҙә белмәнегеҙме, апай? Бер кабинетта ултырҙығыҙ...
– Уй, Аллам! – мин тертләп киткән булдым. – Шулай уҡ булғанмы ни?.. Әйтәм, өс ай туҡ- тауһыҙ больничныйҙа... Уның менән бер кабинетта һуңынан һеҙ ҙә ултырғайнығыҙ ҙа ул... – Һөйләнә-һөйләнә сынаяғым менән ҡалағымды эләктереп, һөйләнсек коллегам артынан эйәрәм. – Бахыр ғына, ике балағынаһы...
– Әйткәндәй, иртәгәнән һеҙ яңы хеҙмәткәр менән бер каби- нетта ултырып эшләйәсәкһегеҙ. Бухучет буйынса шәп белгес, тик... телһеҙ, тиҙәрсе... Барыбер күңелһеҙ була инде, бар ни кеше, юҡ ни... Исмаһам, һөйләшеп, сәй эсеп алыр инегеҙ төш мәлендә, сер бүлешеп...
– Шулай икән дә, – күңеле булһын өсөн, ҡайғырған ҡиәфәт сығарып, ҡыҙыҡайҙың арҡаһы- нан ҡағып алам.
– Мин һеҙгә һуңынан инермен әле... – ти шыпырт ҡына ҡыҙыҡай.
– Һөйләшәһе һүҙ бар! Әллә ниш- ләп һеҙгә генә һөйләгем килә.
Ҡыҙый миңә күҙ ҡыҫты ла кәзә тәкәһе ише коридор осона сапты, мин иһә бағана төҫлө ҡатып ҡалдым. Серҙең осо ла, ҡырыйы ла булмаҫ, ахыры...
Мин әкрен генә ҡуҙғалып, кире кабинетыма инеп киттем дә ишегемде эстән бикләп ҡуйҙым.
...Кешеләр бер-береһе менән сер бүлешергә әүәҫ...

Фото: https://yandex.ru/images/search?from=tabbar&text=девушка%20рисунок%20карандашом&pos=1&img_url=https%3A%2F%2Fbipbap.ru%2Fwp-content%2Fuploads%2F2020%2F08%2F0f4076e7f7e5ba541a13e1ef6e9cdac5.jpg&rpt=simage
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас