Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
12 Ғинуар 2022, 04:15

Танһыҡ тойғо. Гөлнур Бураҡаева

Уның һәр саҡ янымда булыуын бик-бик те­­ләр инем…

Танһыҡ тойғо. Гөлнур БураҡаеваТанһыҡ тойғо. Гөлнур Бураҡаева
Танһыҡ тойғо. Гөлнур Бураҡаева

Мин подъездан сығыу менән Уны абайлап ҡал­дым. Ул, сәләмләп, эйәк ҡаҡты, һәм мин ма­­шинаһына ултырҙым. Беҙ ҡуҙғалдыҡ.
Бына бер аҙна инде, ул мине һәр көн ир­тән­сәк эшләгән еремә яҡын туҡталышҡа тиклем оҙа­та. Әммә был әлегә бәләкәй генә сер.
Беҙ иртәнге сәғәт һигеҙҙә таныштыҡ. Ғә­ҙәти көн башланған саҡ, үҙем ултырасаҡ трол­лейбусты көтөп, туҡталышта торам. Шул мәлдә бер машина килеп туҡтаны ла руль артында ул­тырған егет миңә ҡул болғаны. Ҡапыл ап­ты­рап киттем, ә ул йылмая, шундай яғымлы итеп йыл­мая, миңә ул донъялағы иң матур егет кеүек кү­ренде. Әлбиттә, таныш булмаған ят ке­ше ма­ши­наһына ултырырға ярамай, әммә уның йыл­ма­йыуы шул тиклем ихлас ине, бөтөн ике­лә­неүҙәрем һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты.
Бына хәҙер бер аҙна инде ул мине эшемә оҙа­та... Зиһенемде, хәҙер егетем бар, ти­гән шатлыҡлы тойғо биләп алды.
Ул һоро күҙле. Маңлайына бер шәлкем сә­се төшөп тора. Ә ҡулдары… Бер генә тапҡыр күҙ ташлауҙан уҡ Уның көслө икәнлеген самалап була. Шулайтып уға ҡарап барған саҡта, уның да миңә иғтибар итеүен һиҙеп ҡалдым. Уң­ай­һыҙланыуымды һиҙҙермәҫ өсөн, бәләкәй сум­камда ниҙер эҙләгән булып маташтым, йә­һәт кенә кескәй генә көҙгөмә ҡарап алдым. Яңы ирен буяғысым төҫөмә шул тиклем килешә, әл дә оҙаҡ итеп һайлағанмын әле.
Машинала музыка уйнай. Ғәҙәтемсә, уның рит­мына иғтибар иттем. Күңелле, дәрт­ле ине көй.
Мин музыка тыңларға яратам. Айырыуса кү­­­ңеллеләрен. Шунда уҡ илһамландырып ебә­рә, кемгәлер яҡшылыҡ эшләге килә, тормош та ау­ыр түгел, еңел тойола башлай, йәнгә тын­ғы­лыҡ бирмәй, күңелде өйкәп торған хәлдәр онотола... Әле­ге мәлдә икәүләшеп ошо ритмдағы көйҙө тың­лап бергә барыуыбыҙ был иртәне айырым бер кинәнесле итә, бөгөн, тап бөгөн нин­дәй­ҙер бер ҡыуаныс булыр һымаҡ.
Үҙем дә аңғармаҫтан тыңлап барған көй ың­ғайына тубыҡтарымда бармаҡтарымды бе­йе­­тә баш­лағанмын. Ул миңә ҡарап эйәк ҡаҡ­ты ла йыл­майҙы. Мин дә музыканың оҡ­ша­ған­лығын аң­латып баш һелктем. Йыл­ма­йы­уы уның асыҡ, йы­лы ине. Миңә Уның серле итеп йылмайыуы оҡ­­шай. Йылмайыуҙың да төрлөһө була бит. Мыҫ­ҡыллы, оялсан, уҫал. Минеңсә, бөтәһенә лә йыл­майып ҡарау килешмәйҙер. Ә бына Уға ҡа­рап йылмайыу – күңел ялы. Үҙенең миңә оҡ­ша­ған­лығын тойһон әйҙә. Мин көнө буйы бө­тә­һенә лә йылмайып ҡараған кешеләрҙе аңлап ет­мә­йем. Мәҫәлән, һатыусыларҙы… Һин кем­гә­лер йыл­маяһың икән, тимәк, уға ҡарата нин­дәй­ҙер хис­тәрең уянған да шуны аңлатырға те­ләй­һең. Ә һа­тыусыға бөтөнөһөнөң дә оҡшауы мөм­кин тү­гел дә инде…
Машина туҡтаны. Мин Уға ҡараным. Ул ни­­ҙер һо­раған кеүек булды. Мин бер ни ҙә әй­тер­гә өл­гөр­мәнем, Ул машинанан сыҡты ла ки­ос­­кыға табан китте.
Бер аҙҙан туңдырма менән сигарет тотоп ки­лә ине. Беҙ ҡуҙғалдыҡ. Тәүҙәрәк ул етеҙ елә тор­ғай­ны, мин ҡурҡа инем. Әле инде тиҙлеген аҡ­ры­найтты. Туңдырманы тыныс ҡына ашаһын, тип уй­лағандыр.
Мин яйлап ҡына ашаным. Ул сәйер итеп ҡул­дарын һелтәп ниҙер һөйләй башланы. Бына ул ҡулын болғай, ҡайһы саҡта хатта рулде ысҡын­ды­рып ҡуя. Кеше ни эшләп һәр хәрәкәттең мө­һим­леген, ниҙер аң­лат­ҡанлығын аңламай икән, ә бит бер генә хәрәкәт менән кешене үҙеңә ылыҡ­­­­тырып та йәки һы­уын­­дырып та була. Ул ни­ҙер аң­латырға тырыша ине. Мин уның ирен­дәре­нә иғтибар итәм. Ул ни­ҙер һөйләй, тик ирен хә­рәкәттәре бик тилбер, аб­айлап өлгөрөп тә булмай. Мин алға, юлға күҙ һа­лам.
Ул ипле генә итеп яурыныма ҡағылды. Ми­­ңә сигарет тәҡдим итә ине. Мин баш тарттым. Бер ваҡытта ла тәмәке тартмаясаҡмын, һау-сәләмәт балалар үҫтергем ки­лә. Тәмәке төтөнөн бер тапҡыр ғына татып ҡа­ра­­ған кеше лә һау бала таба алмаясаҡ кеүек то­ям.
Ул тәмәке тоҡандырҙы. Минең янымда бығаса бер ваҡытта ла тәмәке тартманы, тә­мә­ке тар­талыр тигән уй башыма ла килмәй ине. Күҙ ҡы­рыйы менән генә күҙәтәм. Бына ул ҡул­да­рын бол­ғауҙан туҡтаны. Әле генә ҡулдарын ҡыҙыу-ҡы­­ҙыу хәбәр һөйләп бар­ған кеше ни эшләп ҡа­пыл ғына тынып ҡалды, тип уй­ланым. Һорағым килде. Оялдым. Мин бит Уны бик аҙ беләм. Беҙ бит бер генә тапҡыр ҙа йүнләп аралашманыҡ.
Итәгемә туңдырма тамды. Мин сумкамды асып ҡулъяулыҡ алмаҡсы булдым. Әммә ул өл­гөр булып сыҡты, ҡағыҙ майъяулыҡ бирҙе. Шул ара­ла итәгемдәге туңдырма тамсыһы йәйелеп өл­гөргәйне инде. Беҙ икебеҙ ҙә хахылдап көл­дөк.
Мин үҙ туҡталышыма еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡал­ғанмын. Һәр ваҡыттағыса машинанан те­ләк­һеҙ генә сыҡтым. Ни эшләп был юл бер-ике тап­ҡырға оҙонораҡ түгел икән, тип уйланым. Ун­ың ме­нән алыҫҡа-алыҫҡа барыр ҙа барыр, бер ҙә ялҡмаҫ инем, музыка тыңлар, кө­лө­шөр инек. Тик бына Уның йөҙө ни эшләптер сә­йе­рерәк, ни уй­лағанын аңларлыҡ түгел.
Бәлки Ул миңә ниҙер әйтергә теләгәндер, ә мин иғтибар итмәгәнмендер. Мин шула­йы­раҡ шул, уйланып китһәм, бер нәмәгә лә иғ­ти­бар ит­мә­йем.
Машинанан сығыр алдынан мин Уға ҡараным да йылмайҙым. Ул да йылмайҙы, тик ҡарашы бик моңһоу ине. Ниҙер әйтергә теләне лә, яңа­ғым­дан ғына һыйпап алды. Моңһоулығы тә­рә­нәй­­ҙе, күҙҙәрендә генә түгел, хатта маң­лайын­да ла сағылып үткәндәй булды.
Мин аҡрын ғына атлап үҙ юлым менән кит­­тем. Үҙемде һаман бер үк уй борсой – ни эш­ләп Ул ми­не көн һайын эшкә тиклем алып килә икән? Көн һа­йын күргеһе киләме? Әллә, бәлки, мин Уға оҡ­ша­йымдыр? Уғамы? Минме? Мине көн һа­йын күр­геһе киләме? Ғөмүмән, бер-бе­ре­һе­нә оҡ­ша­ған кешеләр көн һайын күрешергә те­йеш­тер... Хатта уларҙың береһе сәйерерәк бул­һа ла…
Яратҡан кешең менән айырым булыу холо­ҡ­то үҙ­­гәртәлер. Кеше тиҙ генә асыуланып ба­рыу­санға, көйәләнгә әйләнәлер. Был инде ты­ныс йә­шәр­гә лә, эшләргә лә ҡамасаулайҙыр. Ке­­­шеләр бер-береһен тапһа, ҡайһылай һәйбәт. Ә өй­лә­не­шә­ләр икән – мәңгелеккә! Һәр ваҡыт бер-бе­ре­ңә ярҙам итәһең, бер ваҡытта ла асыу­ла­­ныш­май­һың...
Уның һәр саҡ янымда булыуын бик-бик те­­ләр инем…
Бына мин эшләгән мәктәп. Килеп етеүем бул­­ды, тотош класым уҡыусылары уратып ал­ды. Һәр береһе хәрәкәттәр, ым-ишаралар ме­нән яңы­­лыҡтарын һөйләй, шатлығын уртаҡлаша… Улар артынан физкультура уҡытыусыһы йү­ге­рә. Ти­ҙерәк, һуңлайбыҙ бит, тип ҡул бол­ғай. Ә мин ба­лаларҙың әле береһен, әле икенсе­һен ҡо­сағыма алам… Мин бит уларҙы бик яратам, шу­ның өсөн ошонда, үҙ­­ем тамамлаған һаң­ғы­рау­ҙар өсөн махсус мәктәптә эшкә ҡалдым да ин­де.


Гөлнур Бураҡаева.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас