Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
12 Ғинуар 2022, 08:00

Ун бер йәшлек малай вафат булған

Мәрхүмдең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Ун бер йәшлек малай вафат булғанУн бер йәшлек малай вафат булған
Ун бер йәшлек малай вафат булған

3 ғинуарҙа Иглин ауылының Мелиораторҙар урамындағы ике ҡатлы ағас йортта янғында 11 йәшлек малайҙың бешеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Фажиғә ваҡытында 11 йәшлек малай өйҙә яңғыҙы ғына булған. Ҡыҙғанысҡа күрә, малай 12 ғинуар төнөндә дауаханала вафат булған. Ошо хаҡта Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Әйткәндәй, был йортта әсә һәм уның өс улы йәшәгән, берәүһе Өфөлә көн күрә.   Янғында  1 малайҙың тәне — 85, үпкәһе 50 процентҡа бешкән. Ул Өфөнөң 18-се дауаханаһы реанимацияһында ятҡан.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас