Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2022, 11:10

11 айлыҡ бала һәләк булған

Әсә кеше янғын сыҡҡан мәлдә 3 һәм 6 йәшлек балалары менән күршеләге өйҙә булған.

11 айлыҡ бала һәләк булған
11 айлыҡ бала һәләк булған

 

Ах, был өлкәндәрҙең битарафлығы! Сабыйҙарҙың һәләк булыуында йыш ҡына уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу сәбәпсе. 12 ғинуар кисендә Туймазы районы Булат ауылында янғын сыҡҡан.

Янғын һүндерелгәс,  төнгө сәғәт 3-сө 24 минутта янғын урынын тикшергән ваҡытта 2021 йылғы малайҙың кәүҙәһе табылған.

Һәләк булған сабыйҙың әсәһе янғын сыҡҡан мәлдә 3 һәм 6 йәшлек балалары менән күршеләге өйҙә булған.

Йортта «Күп балалы ғаилә» программаһы буйынса янғынды иҫкәртеү приборы ҡуйылған булған. Фажиғәнең сәбәптәре тикшерелә.

Фото: "Башинформ"

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: