Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2022, 13:05

Гоголь геройы Минира БИКӘНӘСОВА

Ҡәйнә ҡайтып, бикһеҙ өйөн күргәс, саҡ йығылып китмәй, сиғандар йөрөгәнлеген юлда уҡ ишеткән була. Әйберҙәре юғалмағанлығын белгәс, йөрәге жыу итеп ҡала – йыйған аҡсаларын алманылармы икән? Уларҙы ышаныслы урынға ҡуйған ул – баҙ нигеҙендә быяла банкаларҙа һаҡлай, ҡапҡас менән ябып, сепрәк менән дә уратып бәйләп ҡуйған.

Гоголь геройы    Минира БИКӘНӘСОВА
Гоголь геройы Минира БИКӘНӘСОВА

Айһылыу әхирәтемдә икәүҙән-икәү сөкөрләшеп сәй эсеп ултырғанда, 35 йәштәр самаһындағы ҡатын килеп керҙе. Класташымдың күршеһе икән.
Район үҙәгенә бараһы йомошом барҡәйнәм сирләп китте, дарыу-маҙар алып ҡайтырға кәрәк, һыйырым быҙауларға тора, зинһар, ҡараштырып тороғоҙ, ирем эштә, – тип бер тынала хәбәрен һөйләп, ашығып сығып китте.
– Ярай, бер ҙә борсолма, ҡарарбыҙ, – тип оҙатып ҡалды әхирәтем. – Күршемдән уңдым, шөкөр, бер ғаилә кеүек йәшәйбеҙ. Сит өлкәнән төшкән килен үҙ туғандары менән бик йөрөшә алмай, атай-әсәйе лә күптән мәрхүм, – тип һөйләп алып китте Айһылыу.
Был килен бик йомарт икән, ниндәй ризығы бар, йәлләп тормай, тәмле итеп бешереүгә ваҡытын, аш-һыуын ҡыҙғанмай, күрше-тирә менән дә яҡшы мөғәмәләлә, ярҙамсыл да. Ә бына ҡәйнәһе тап киреһе – үтә һаран, шыҡыры. “Килен – ҡәйнә тупрағынан” тигән әйтем бер ҙә тура килмәй уларға.

– Бер яндырған шырпыны ташлама, кире ҡабына һалып ҡуй, тоҡанған утты күсерергә ярап ҡала ул, – тип өйрәтә икән киленен. Тегеһе ҡәйнәһенең һаҡсыллығына хайран ҡала. Хәйер, ун биш йыл һуҙымында өйрәнеп тә бөткәндер.
– Күршегә йомошҡа йөрөмә, үҙең дә бирмә. Бер бирһәң, гел һорана улар, – тип ҡабат-ҡабат киҫәтеп тора. Шуғалыр ҙа үҙенә теге йәки был әйбер һорап кергән кеше юҡ икән ауылда.
Ҡатынының ошо һаранлығын өнәмәгән ире күптән сығып тайған. Шулай булмай! Ни ашарға йүнле бешермәй, итен бармаҡ башындай, һыуын бер кәстрүл итеп һала, йөрө шунан ҡоро һыу һемереп. Магазиндан тоҙҙан башҡа бер әйбер алмай, онотҡанда бер ризыҡ һатып алһа ла, ашамай-эсмәй һалып ҡуя, аҡсаһын таҫлап йыя бара.
Иҫләйһегеҙме, “донъя бөтә икән” тип бөтә кеше ҡырылышып шырпы, тоҙ, шәм һатып алғанын? Был ҡәйнә лә бер йәшник итеп шуларҙы тултырып ҡуйған, ти. Инде бер бөртөк улы ир уртаһына етеп килә, ә уның тыуғандан алып кәләш алғанға тиклем кейгән кейемдәре һандыҡта шул килеш һаҡлана икән, оҙаҡ ятып күк еҫе һеңеп, бәҫәрә башлаған. Тик шулай ҙа хәстәрлекле әсә уларҙы һаҡлай бирә, кәрәге тейер әле! Быларҙан тыш, ҡәйнәһенең баҙында Совет осоронда сыҡҡан, ҡаптарының тышы һарғайған “Лотос” кер йыуыу порошогы, “Русский лес” һабыны, таушалып-онталып бөткән һинд сәйе һәм башҡа бик күп “ҡомартҡылары” тулып ята. Талон заманында йыйып ҡалған “байлығы” һаман ултыра бирә. Кем белә, бәлки, һуғыш йә аслыҡ заманы була ҡалһа, кәрәге тейер ҙә...

Улы менән килене айырым йорт һалып сыҡҡас, ейән-ейәнсәрҙәрен күрергә ҡәйнәһе ике айға бер булһа ла килеп китә, тыуған көндәренә бик йөрөргә яратмай, бүләк ҡыйбатҡа төшә. Хәйер, һаҡсыл кешенең һағы ята, тиҙәр. Тик бынан 30-40 йыл элек алынған, күптән моданан сыҡҡан һәм хәҙерге тормошҡа яраҡһыҙ кейемде кем кейһен? Бүләк иткән әйберҙәрен ташҡа үлсәйем: сатин ыштан, оҙаҡ ятып һарғайған яулыҡ тиһеңме, ептәре сереп һүтелергә торған ойоҡбаштар...
Һаранлыҡтың да нәфсе кеүек сиге юҡтыр инде! Кәнфит-печеньеһын теүәл иҫәпләп кеҫәһенә һала – ике ейәненә икешәрҙән. Бер әйберен дә ташларға йыйынмай: биҙрәләре балсыҡ төҫөнә инеп тутыҡҡан, сынаяҡ-тәрилкәләре оҙаҡ ултырыуҙан үҙенән-үҙе йоҡарған, тотһаң ыуалырға тора. Йорт йыһаздарын әйтергә лә түгел – бөгөндән музейға тапшырһаң да була. Ейәндәренә, башҡа бала-саға кеүек, өләсәй йылыһын татырға тура килмәй. Уларға ла үтә ҡаты. Сағыу бүләк, уйынсыҡ, тәмле-татлы ризыҡ төҫө күрһәтмәй. Килене ҡәйнәһенең һаранлығына йомартлыҡ менән яуап бирә. Берәй ваҡыт аңлар әле, тип уйлай. Тик кәкрене нимә төҙәткәнен һәр кем белә.
Ҡомһоҙлоҡ, һаранлыҡты дин дә инҡар итә, ә йомартлыҡ, мохтаждарға ярҙам итеүҙе хуп күрә. “Ҡомһоҙҙоң көнөн ҡурырмын”, – тиелгән изге китапта. Йәнтәслим йыйған аҡсалары ла “янып” юҡҡа сыға ҡәйнәнең, үҙенә яҙмай. “Ҡыҙғанған ике түләр” тиҙәрме әле? “Һаҡсыллығы” арҡаһында үҙе лә ашамаған, балаларын да кинәндермәгән ҡәйнәнең алып һалып ҡуйған он-ярмалары ҡортлап, сәй-шәкәре, кәнфит-маҙары таштай ҡатып, май-фәләне күгәреп ултыра бирә. Бәй, шулай булмай! Һәр нәмәнең ҡулланыу ваҡыты бар ҙабаһа!
Бер көн килене ҡәйнәһенең хәлен белергә килһә, боҙолоп ултырған аҙыҡ-түлеген күреп, эстән әсенеп тә ҡуя. Мохтаждарға бирһә була бит! Күршеһендә генә яңғыҙ ҡатын өс бала үҫтерә! Килененә лә кеше балаһы тип ҡарай, бер ҡабымын биштәй күрә.
Үҙенән үҙе йәлләп көн күргән ҡәйнәнең тормошо ла иҫкергән әйбер кеүек төҫһөҙ, йүнле аралашмағанлыҡтан күңелһеҙ, бер төрлө үтә бирә, кешеләр ҙә унан ситләшеп бөткән, кергән-сыҡҡан әҙәм юҡ! Кейеп йөрөгән кейемдәре лә зауыҡһыҙ, күп әйбер өйөлгән йортонан әскелтем һаҫыҡ еҫ бөркөлә.

Әлбиттә, кейем-һалымды һаҡлап кейеү, аҙыҡ-түлекте исраф итмәү, аҡсаны тәләфләмәү кеүек төшөнсәләр менән ҡомһоҙлоҡ, һаранлыҡты, нәфсе ҡоло булыуҙы бутарға ярамай. Заман менән бергә атларға кәрәк: ваҡытында матур кейенергә, ейән-ейәнсәрҙәрҙе шатландырып, улар менән бергә ҡыуанырға, бала-сағаны тәмле-татлы ризыҡтар менән һыйлап, кинәнес табып йәшәргә. Ғүмер үтә лә китә...
– Шулаймы, әхирәт?
– Эйе, дөп-дөрөҫ!
Айһылыу көлөмһөрәп ҡуйҙы ла дауам итте:
– Берҙән-бер көндө ғүмер буйы йыйған әйберҙәрен һаҡлап, көндөҙ ҙә бикләнеп ултырған ҡәйнәһе, ишеген йоҙаҡларға онотоп, күрше ауылда йәшәгән апаһына ҡунаҡҡа китә. Бәхетһеҙгә ел ҡаршы тигәндәй, шул уҡ көндә ауылға сиғандар килеп тула. Өйҙән өйгә йөрөп, кемдә нимә бар һоранып, ҡыйыш ятҡанын сәлдереп, бының да йортона килеп инәләр.
– Әллә бөтә нәмәһенә айыу майы һөртөп китәләрме? – тим ҡурҡыбыраҡ.
– Юҡ шул! Хатта сиғандарҙың күҙенә салынған бер әйбере лә булмай, ҡарап-ҡарап торалар ҙа бер-ике ҡап шырпыһын ғына алалар.
– Аҙаҡ нимә була һуң?
– Ҡәйнә ҡайтып, бикһеҙ өйөн күргәс, саҡ йығылып китмәй, сиғандар йөрөгәнлеген юлда уҡ ишеткән була. Әйберҙәре юғалмағанлығын белгәс, йөрәге жыу итеп ҡала – йыйған аҡсаларын алманылармы икән? Уларҙы ышаныслы урынға ҡуйған ул – баҙ нигеҙендә быяла банкаларҙа һаҡлай, ҡапҡас менән ябып, сепрәк менән дә уратып бәйләп ҡуйған.
– Шунан, аҡсаһы урынында буламы һуң?
– Баҙына төшөп, ут яҡтыртып ҡараһа – иҫе китә: өй нигеҙендәге тупраҡ аҡтарылған, банкалар тырым-тырағай һибелгән...
– Әллә сиғандар баҙына уҡ төшкәндәрме?
– Ваҡ ҡына итеп тураҡланған ҡағыҙ киҫәктәре туҙылып ята икән. Ныҡлабыраҡ ҡараһа, аҡса, ти.
– Кит!
– Эйе, баҙындағы иҫке-моҫҡоға эйәләгән ҡомаҡтар шулай ҡомһоҙ ҡыланған икән! Бына шулай “аҡылға ултырта” ҡомаҡтар һаранбикәне, – тип тамамланы Айһылыу һүҙен. – Ҡыҙғанғандыҡы ҡыҙыл эткә, – тип тә өҫтәп ҡуйҙы.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: