Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2022, 14:05

"Шоңҡар"ға бүләк мулдан тәтене!

Журналистарҙың ижади эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. 

"Шоңҡар"ға бүләк мулдан тәтене!
"Шоңҡар"ға бүләк мулдан тәтене!

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө. Ошо уңайҙан республика баҫмаларының йыл дауамында барған эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Шуныһы ҡыуаныслы - "Шоңҡар" коллективы хеҙмәткәрҙәренең  ижади емештәре  юғары баһаланды. Баҫма өс номинацияла еңеүселәр исемлегендә булып, дипломдар, иҫтәлекле приздар  менән бүләкләнде. Атап әйткәндә, "Сәләмәтлек һәм әүҙем тормош" йылын уңышлы яҡтыртыу буйынса - икенсе, "Наркоманияны иҫкәртеү һәм сәләмәт тормошто пропагандалау" номинацияһында - икенсе, "Коррупцияға ҡаршы көрәш" номинацияһында өсөнсө урын бирелде. Журналды йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле итеп сығарыу өсөн көс һалған хеҙмәттәштәребеҙгә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, киләсәктә лә ижади уңыштар теләйбеҙ. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: