Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2022, 09:00

Иркемде сикләгәндәрен, ҡаты күҙәтеүҙе яратмайым.

Яңы йылға, үҙ йылыма яңы өмөттәр бағлайым, үҙемә яңы уныштар, үрҙәр теләйем. Яңы йыл төнө минең өсөн мөғжизә менән бер.

Иркемде сикләгәндәрен, ҡаты күҙәтеүҙе яратмайым.
Иркемде сикләгәндәрен, ҡаты күҙәтеүҙе яратмайым.

Йыл хужаһы –
Зәңгәр Юлбарыҫ

2022 йылда һеҙ, ниһайәт, быға тиклем оҙаҡ хыялланған үҙгәрештәр тураһында ныҡлап ҡарар ҡабул итә алаһығыҙ. Эш урынын алмаштырыу уңайлы. Бынан тыш, эшмәкәрлекте тамырынан үҙгәртеп, яңы һөнәр үҙләштерегеҙ, белем алығыҙ. Яңы фатир, торлаҡ тураһында ла уйларға була. Юлбарыҫ – үҙенсәлекле һәм ҡаты холоҡло хайуан. Уның менән бик һаҡ булырға кәрәк: тиҙ ҡыҙып барыусан, талапсан, үҙен дә аямай. Ул һәр ваҡыт яңылыҡ эҙләй, ҡыҙыҡһыныусан, үҙгәрештәрҙән бөтөнләй ҡурҡмай. Һыу билдәһе уны бер аҙ йомшарта, тынысландыра, агрессияһын һүндерә. Шуға ла йыл артыҡ ҡаты булмаҫ тип фараз ителә.
Был билдә аҫтында тыуған кешеләр тирә-йүнде шаҡ ҡатырырлыҡ эштәр башҡара ала. Нимәлер алдына алған икән, уларҙы тыйып булмай, аҙағына тиклем алып барып еткерәләр. Ә инде кәрәкмәй тип һанаһа, Юлбарыҫты өгөт-нәсихәт менән генә алға әйҙәп булмай. Юлбарыҫ – дәрткә тулы, энергиялы, намыҫлы, ҡыйыу, һәр эштә уңышҡа өлгәшә алған лидер. Ғәҙеллек өсөн көрәшкәндә ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыуҙан да ҡурҡмай. Ауыр саҡта ла бирешмәҫлек эске көсө бар. Юлбарыҫ йәмғиәт урынлаштырған тәртип буйынса йәшәмәй: үҙ юлы менән бара. Һәр хәлгә, кешегә, эшкә үҙ фекере бар. Шул уҡ ваҡытта хискә бай нескә күңелле, тәбиғәт һөйгән кеше лә ул. Сәйәхәт итергә ярата. Көсһөҙҙәргә ярҙам итеүҙе үҙенең бурысы тип һанай. Тиҙ ҡыҙып китеүсән, шул уҡ ваҡытта тиҙ һүнә лә.
Белгестәр Юлбарыҫ йылын дөрөҫ ҡаршыларға кәңәш итә. Был осраҡта бәхет урап уҙмаҫ. Өйҙө зәңгәрһыу, аҡ, һары, ҡыҙғылт һары төҫлө уйынсыҡ, шарҙар менән биҙәү мөһим. Йыл хужаһы яһалма шыршыны өнәмәй, өйөгөҙгә хуш еҫле урман гүзәле алып ҡайтып ҡуйығыҙ. Яңы йылды тапочкала, халатта ҡаршыламағыҙ! Тәбиғи туҡыма ларҙан тегелгән матур кейемдәр Юлбарыҫ күңеленә хуш килер. Кейемегеҙ күк, зәңгәрһыу, ҡара, һоро, һорғолт, аҡһыл, ҡыҙғылт һары йәки һары булһа, һәйбәт. Ә инде тулыһынса бәхетле булайым тиһәгеҙ, яңы кейем, бик булмаһа, биҙәүес алығыҙ. Биҙәүестәрҙе ҡурҡмайынса тағығыҙ – Юлбарыҫ уларҙы бик ярата. Һис шикһеҙ, тәмле-татлы ризыҡтар тураһында ла онотмайбыҙ. Эре мал итенән әҙерләнгән һый-хөрмәт йыл хужаһының күңеленә хуш килер. Ҡош-ҡорт ите яратһағыҙ, эре күркәнән йә иһә бик һимеҙ тауыҡтан ризыҡтар әҙерләгеҙ. Һары, ҡыҙғылт һары төҫтәге емештәр ҙә уны ҡәнәғәт ҡалдырыр. Юлбарыҫ — бик зауыҡлы йәнлек. Шуға эсемлектең затлыһын ҡулланырға тырышығыҙ. Юғары градуслы, ҡаты иҫерткес эсемлектәрҙе яратмай. Шампан шарабы йәки ҡыҙыл һәм аҡ шарап быйылғы табынға урынлы. Белгестәргә ышанһаҡ, Юлбарыҫ йылын ҡаршылағанда, өҫтәлдә балыҡ булмаҫҡа тейеш икән.
Юлбарыҫ — көслө, ләкин һиҙҙермәй генә яҡыная торған йәнлек. Шуға күрә 2022 йылда һиҙҙермәй килгән үҙгәрештәргә әҙер булығыҙ. Ә хәҙер әйҙәгеҙ, йыл хужаларының үҙҙәренә һүҙ бирәйек. Улар үҙ йылына ниндәй өмөттәр бағлай? Йондоҙнамәгә ышаналармы икән?

Ләйсән МИҢЛЕҒӘЛИЕВА,
Мостай Кәрим исе мен дәге Милли йәш тәр театры актрисаһы:
– Йондоҙнамәгә ышанам тип әйтә алмайым. Әммә уны уҡып ҡараһаң, үҙеңә тап килгән осраҡтарҙы йыш осратырға була. Юлбарыҫ тарға хас һыҙаттар – йомартлыҡ, сағыу, көслө характер, темперамент мине урап үтмәгән. Ыңғай сифаттарҙы һанағанда шуны ла әйтеп үтә алам: кешене ғәфү итә беләм һәм миңә ниндәй генә насарлыҡ эшләһәләр ҙә, тиҙ онотам. Кире һыҙаттарға килгәндә, тиҙ тоҡанып китәм, тиҫкәрелегем дә осрап ҡуя. Тағы ла Юлбарыҫ йылының биш төрө бар, мин иһә Утлы Юлбарыҫ йылында тыуғанмын. Иркемде сикләгәндәрен, ҡаты күҙәтеүҙе яратмайым. Юлбарыҫ йылында тыуған Игеҙәктәргә (тыуған көнөм буйынса) иһә һиҙгерлек, алдан күрә белеүсәнлек хас. Шулай уҡ ҙур, күңелле компанияларҙы яратам, яңғыҙ ҡалғанда башыма төрлө күңелһеҙ уйҙар килә.
Шулай ҙа, алдан әйткәнемсә, йондоҙнамәгә, юрауҙарға артыҡ ышанып бармайым. Уға ҡарап, көнөм бөгөн насар үтәсәк, тип ышанып ултырһаң, тап шулай буласаҡ. Ни тиклем позитив булып, кәйеф күтәрелһә, көн дә яҡшы үтәсәк. Бөтә нәмә кешенең үҙенән тора.
Яңы йылға, үҙ йылыма яңы өмөттәр бағлайым, үҙемә яңы уныштар, үрҙәр теләйем. Яңы йыл төнө минең өсөн мөғжизә менән бер. Мин ул төндө теләктәремде ҡағыҙға яҙып ҡуям. Шөкөр, күбеһе тормошҡа аша. Яңы Юлбарыҫ йылында үҙемдең ишемде осратып, мөхәббәткә төрөнөп, яратып-яратылып йәшәрмен тип өмөт итәм.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: