Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2022, 19:25

Тарих йылы - тарихта...

Ҡоролтай тарафынан иғлан ителгән башҡорт тарихы йылы “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге тарихында ниндәй ваҡиғалар менән билдәләнде

Тарих йылы - тарихта...
Тарих йылы - тарихта...

Әлеге көндә Башҡортостан Респубикаһында биш башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге эшләп килә. Әммә иң яуаплы осрашыуҙарға, башҡорт халҡының мәҙәниәтенең байлығын төрлө яҡлап күрһәтергә булһа, төп көс беҙҙең үҙәккә төшә. Әйтергә кәрәк, күпселек был осрашыуҙар халыҡ-ара кимәлдәге осрашыуҙар булып тора. Йәғни, башҡорт халҡын Рәсәй граждандарына ғына түгел, сит ил вәкилдәренә танытып торабыҙ.
Мәҫәлән, май айында Сәйетбабаға Польшанан һәм Рәсәйҙәге поляк халҡының милли үҙәктәре белгестәре килде. Июндә иһә ОБСЕ комиссары Кайрат Абдрахманов алдында сығыш яһаныҡ, башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен сағылдырған бай күргәҙмә лә әҙерләнек. Башҡортостанда үткән бөтә донъя фольклориадаһында ла сәйетбабалар ихлас ҡатнашты. Ун көн эсендә ҡырмыҫҡалылар менән берлектә тере оркестр ойоштора һалып, бейеү ансамблдәрен тере көйгә бейеттеләр. Бында Илһам Байбулдинға ҙур көс төштө. Барлыҡ инструменттарҙа ла уйнай белгән оҫта булараҡ, нота буйынса ғына уйнаған профессионалдарҙы ла, ишетеп кенә уйнаған үҙешмәкәрҙәрҙе лә ул ғына бер команда итеп ойоштора ала ине. Халыҡ ижады буйынса Башҡортостандың атҡаҙанған коллективы “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле ағзалары оркестрға ҡурай, баян, дөңгөр, таштояҡ, ҡумыҙ, быҙыбыт менән ҡушылып, уникаль яңғырау булдырҙы. (Барабан, виолончель, скрипка, думбыра, балалайка кеүек инструменттар ҡырмыҫҡалыларҙан ине). Бынан тыш “Асанай” үҙе лә тере оркестр аҫтында үҙенең матур композицияһы менән сығыш яһаны, башҡорт милләте мәҙәниәтен лайыҡлы күрһәтте. Илһам Ханнан улы аҙаҡ Ҡырғыҙстанда үткәрелгән “Рәсәй мәҙәниәте көндәре”ндә лә илебеҙҙең делегация сос-тавында музыка белгесе, оҫта булараҡ ҡатнашты.
Августа Германияла уҙғарылған “Башҡортостан - баллы ил” халыҡ-ара фестивалендә лә беҙҙең үҙәктең белгестәре һәм активистары ситтән тороп ҡатнашты. Йәғни башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары, башҡорт халыҡ милли кейемдәре һәм биҙәүестәре, һөнәрселек буйынса видеофильмдар беҙҙә төшөрөлгәйне.
Сентябрҙә Һамар ҡалаһына Халыҡтар дуҫлығы паркын асыуға барып ҡайттыҡ. Был паркта егерме милләттең тормош-көнкүреш үҙенсәлектәрен сағылдырған егерме йорт-ихата урынлашҡан, беҙ Һамар башҡорттарын күтәрмәләнек. Һамар өлкәһе губернаторы Ю.Азаров, Самар ҡалаһының почетлы гражданины Ростислав Хугаев, президент хакимиәте етәксеһе Магомедсалам Магомедов кеүек абруйлы ҡунаҡтар был йортҡа кереп, ҡымыҙ-бауырһаҡтан ауыҙ итеп, башҡорт халҡы тарихы, йолалары менән таныштылар. Ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең рухын күтәреп, йәш быуынды бай тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ менән ҡыҙыҡһындырыуҙы төп бурыстарыбыҙҙың береһе тип аңлайбыҙ. Шуға күрә Свердловск өлкәһе Красноуфимск ҡалаһы һәм районы, Арти, Ачит райондарында, Һамар өлкәһенең Похвистнево ра-йондарында үҙҙәренең башҡорт тамырҙарын бик танып етмәгән замандаштарыбыҙ менән осрашыуға, уларға милли мәҙәниәтебеҙ хаҡында һөйләп, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтергә, күңелдәренә тамыр барлау идеяһы һалырға тип, ихлас “Зов предков” проектына ла ҡушылдыҡ.
Күп федераль проекттарҙа ҡатнашырға яйы сығып ҡына тора. “Зов предков” төбәк проектынан һуң, Рәсәй федерацияһы Президенты В.Путин тарафынан әүҙем йәштәр, студенттарҙы ҙур территория биләгән илебеҙ менән яҡыныраҡ таныштырыу өсөн “Больше, чем путешествие” тип аталған проектҡа ҡул ҡуйылды. Көньяҡ Урал тирәһенә юлланған сәйәхәтсе йәштәрҙе Башҡортостан, уның бай тәбиғәте, башҡорт халҡы мәҙәниәте, кейем үҙенсәлектәре, йолаһы, милли аштар менән таныштырыуҙа беҙҙең төбәк иң яйлыһы тип табылған. Рәсәйҙең байтаҡ мөйөштәренән килгән йөҙәрләгән студентты “Урал батыр” эпосынан башлап мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ менән таныштыра киләбеҙ, бик ҡыҙыҡһынып ҡабул итәләр, милли кейем менән фотосессия, милли музыка ҡоралыбыҙ ҡурайҙа оҫталыҡ дәрестәрен бик оҡшаттылар. Рәсәйҙең иң алдынғы 15 видео-продакшн студиялары исемлегендәге Росвидеопродакшн студияһы Уҡыусылар һәм үҫмерҙәр өсөн Рәсәй халыҡтары тураһында танып-белеү һәм энциклопедик фильмдар әҙерләгәндә, башҡорт халҡын күрһәтергә шулай уҡ “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген һайланы. Башҡорт балы һәм умартасылыҡ, милли ризыҡ әҙерләү һәм күптөрлөлөгө, ауыҙ-тел ижады һәм фольклор, яуҙар, яусыллыҡ һәм башҡорт аты, дине һәм әүлиәләре, этимологик үҙенсәлектәр, этномәҙәниәт берәмектәре... Башҡорт мәҙәниәтенең йыр-бейеүҙән генә тормауы, ә меңәр йыллыҡ тәрән ҡатламы булыуын тәҡрарлайбыҙ. Иң боронғо дәүерҙән алып, йәғни мифология, “Урал батыр” эпосына таянып, мәҙәниәтебеҙҙең һәм тарихыбыҙҙың боронғолоғон, тәрәнлеген һәм юғарылығын күрһәтергә тырышабыҙ.
Омскиҙан “Продвижение” федераль каналы ла шуға килде:
- 2022 йыл Рәсәйҙә "РФ халыҡтарының ижады һәм мәҙәни мираҫы йылы" тип иғлан ителде,- тине төркөм етәксеһе Надежда Орлова. - Шуға бәйле телевидениела заставка булараҡ ҡулланыласаҡ күркәм, матур, тарихи нигеҙҙәге кадрҙар төшөрөргә тарихи-мәҙәни үҙәкте һайланыҡ...
Байтаҡ йылдар эшләп килгән тыуған яҡты өйрәнеү музейы ла быйыл яңы һулыш кисерҙе. Косметик ремонт эшләп, экспозициялар яңыртылғас, тиҫтәнән ашыу төркөм турис-тар ҡабул иттек. Төрлө мәктәптәрҙән класы-класы менән балалар күп килде, музей ул бик ҡыҙыҡлы урын тигән тойғолар уянды уларҙа. Өфөнән “Китап” нәшриәте хеҙмәткәрҙәре, Өфө туризм үҙәге белгестәре, Благовар ра-йонынан фольклор ансамбле, Рәми Ғарипов исемендәге мәктәп-интернатын тамамлаусылар, Рәсәй Фәндәр академияһынан бер төркөм ғалимдар, яҙыусылар булһынмы, барыһы ла ауылыбыҙҙың тарихы аша башҡорт халҡының бай тарихын күҙаллай алды. Экспонаттар ҙа өҫтәлә бара. Ул ғына ла түгел, экспонаттарға бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә арта. Мәҫәлән, байтаҡ йылдар ятҡан аҫҡы яңаҡ һөйәгенең ниндәй йәнлектеке икәне билдәһеҙ ине. Өфөнән килгән белгестәр уны фотоға төшөрөп, ғалимдар менән кәңәшләшкәс, шуны хәбәр иттеләр. Баҡтиһәң, ул бынан 12-14 мең йыл элек ер йөҙөнән юғалған йөнтәҫ мөгөҙморондоҡо булып сыҡты! (шерстистый носорог).
Башҡорт милли кейеме белгесе, технологик фәндәр кандидаты, ғалимә Айгөл Камалиева иһә, Сәйетбаба ауылына экспедиция менән килгәнендә музейҙа һаҡланған бер алъяпҡыстың боронғо тамбур сигеүе ҡағиҙәләренә ярашлы икәнен асыҡланы. Был техника Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышына ғына хас тигән фекер йөрөй ине бығаса. Быйыл, ғөмүмән, Кесе Табын ырыуының кейем-биҙәүескә бәйле тарихында һынылыш йылы булды тиергә лә була. Сөнки күп йылдар эҙләнеү, ентек-ле анализ һәм боронғо өлгөләр табылыу һөҙөмтәһендә түш биҙәүесе-һаҡал формаһы, дәүмәле, биҙәү үҙенсәлектәре асыҡланды. Ул ғына ла түгел - ысынға ярашлы материалдар менән тергеҙелде. Унан башҡа этнограф Руденко китабында яҙып ҡалдырылған башҡа биҙәүестәр ҙә формалашты (теркәмә һырға, тәңкәле муйынса). Тағы байтаҡ мәғлүмәттәр табылды, алда тергеҙәһе әйберҙәр бар әле. Быларҙы киң йәмәғәтселек, ҡыҙыҡһыныусылар менән ихлас уртаҡлашабыҙ.
Райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн төбәгебеҙҙәге кейем-биҙәүестәр буйынса семинар ҙа үткәрҙек, оҫталыҡ дәрестәрен иһә даими рәүештә үткәреп торабыҙ. Беҙҙең тарихи-мәҙәни үҙәктә тарихи эҙләнеүҙәр, ғөмүмән, иң мөһим тармаҡ. Беҙгә тиклем үҙәктә эшләгән белгестәрҙең тырышлығы менән йыйылған бай мәғлүмәттәрҙе ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ, рәхмәт менән ҡулланабыҙ. Әле, мәҫәлән, Йөҙимән ауылынан да, Ҡолҡан ауылынан да Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарҙың исемдәрен мәңгеләштерергә тигән теләк менән яныусылар килеп, яугир ауылдаштарының исемлектәрен һорап алдылар. Тыл ветерандары менән дә ҡыҙыҡһыналар. Шуларға бәйле ошо Сәйетбаба ауыл советы биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан сыҡҡан ветерандар хаҡында хәтирәләр, уларҙың үҙҙәренән ҡалған яҙмалар менән китап эшләргәлер, бәлки, тигән уй тыуҙы. Тағы ла беҙҙең төбәктә ижад ителгән ауыҙ-тел ижадын, легенда-риүәйәттәрен, көләмәс-лаҡаптарын бер йыйынтыҡҡа туплап сығарырға ине, киләһе быуындар өсөн шулай уҡ бер иҫтәлек итеп.
Шәжәрәһен, нәҫел ебен барлаусыларға ла мөмкин тиклем ярҙам итергә әҙербеҙ. Быйыл Шәжәрә байрамы уҙғарырға ине, тигән теләк тә бар. Хәҙер шәжәрәләрҙе архив материалдары менән нығытып, байытып, заман технологиялары менән оҙаҡҡа һаҡланырлыҡ күргәҙмә әсбап итеп эшләп була бит.
Төбәгебеҙҙең данын күтәргән шәхестәр яҙмышы ла беҙҙең иғтибар үҙәгендә. М.Ғафуриҙың шағир, прозаик һәм драматург булыуҙан тыш, “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосын художестволы эшкәртеп, баҫмаға сығарыуын иҫәпкә алып, уны фольклорсы, эҙләнеүсе итеп танып, тыуған көнөн Еҙем-Ҡаранда билдәләп киттек. Ғүмер ебе иртә өҙөлгән фольклорсы ғалимәбеҙ Гөлнар Юлдыбаеваның йыллығын Рәсәй Фәндәр академияһынан коллегалары менән берлектә Хәтер кисәһендә иҫкә алдыҡ.
 Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе менән берлектә “Данлы шәхес” тип аталған шиғри конкурс иғлан иттек. Унда республикабыҙ һәм сит өлкәләрҙән башҡорт телендә яҙышҡан үҙешмәкәрҙәр, сәсәндәрҙән егерме биш кеше ҡатнашты. Уларҙың әҫәрҙәрен, мәҙхиәләрен бүләк итеп юбилярҙың үҙенә тапшырҙыҡ.
Беренсе башҡорт профессоры, башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусы данлыҡлы яҡташыбыҙ Жәлил Кейекбаевтың йөҙ ҙә ун йыллығын Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы булдырылған Башҡорт теле көнөнә "Ете аҙым" марафоны сиктәрендә билдәләнек. “Дан юлдар үткән уҙаман” темаһына “түңәрәк өҫтәл” юғары кимәлдә үтте. Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Халыҡ-ара Төркиәт академияһы академигы, профессор Ғиниәт Ҡунафин, фән докторы, профессор Юлай Псәнчин, БР Милли архивынан фән кандидаты Нияз Сәлимов, БДПУ доценты Зөләйха Хәбибуллина, Табын ырыуы башҡарма комитеты идараһы рәйесе Ғәлинур Ҡалмырҙин, Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов һәм башҡалар башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусы беренсе башҡорт профессоры Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тормошо һәм ижады хаҡында бай мәғлүмәттәр менән сығыш яһанылар. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов “түңәрәк өҫтәл”гә ҡарата РФ Дәүләт Думаһының милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса комитеты рәйесе Г.Ю.Семигиндан тәбрикләү һүҙҙәре еткерҙе.
Ҡыҫҡаһы, Ҡоролтай тарафынан иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылы “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге тарихында ҙур халыҡ-ара ваҡиғалар уртаһында ҡайнау менән иҫтә ҡалыр...
Рәйлә САБИТОВА,
“Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Н.Фәрхшатов премияһы лауреаты.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: