Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2022, 09:45

Хәсән Назар 80 йәшен билдәләй

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева  исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Хәсән Назар бөгөн  күркәм юбилейын билдәләй. Бөйөк шағирҙы ғүмер байрамы менән ҡотлап, таҙалыҡ, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Хәсән Назар 80 йәшен билдәләй
Хәсән Назар 80 йәшен билдәләй

 

 

Өс һүҙ


Өс нәмә тоталыр беҙҙе:
Ер, тел, иман.
Ерең барҙа-дәүләтең бар,
Шуға инан.

Телең барҙа-милләтең бар,
Мәртәбә ул.
Телен һатҡан-илен һатыр
Иртәгә ул.

Иман барҙа ҡояш-ҡояш,
Әҙәм-әҙәм.
Иман-рух ул, ә түгелдер
Бары әҙәп.

Өс кенә һүҙ. Ҡанға һеңгән.
Гүйә-бетеү.
Күҙ ҡараңдай һаҡла уны,
Юҡһа-бөтөү...

 

БАШҠОРТОСТАНҒА ӨНДӘШЕҮ

Ғүмерҙәрем буйы ҡәләм эше
Ил юлында мине йөрөттө.
Башҡортостан! Әҫәрләнеп һәр саҡ,
Йөрәк һиндә аҙмы ер үтте.

Шул уҡ фиҙалыҡта — минән ҡала
Шиғырҙарым гиҙер юлдарҙы.
Ил хәстәре, тел хәстәре менән
Рухланып мин яҙҙым уларҙы.

Кәрәк түгел ярап ҡына һайрап
Көнлөксөләр алған мәртәбә;
Ни мәғәнә — әгәр бөгөнгө һүҙ
Ҡеүәтенән ҡайтһа иртәгә?!

Иман булды миңә туған моңдар,
Рух — Бабич һәм Рәми янында.
Сәм уятты улар ҡаныбыҙҙа,
Ғәм уятты илдең аңында.

Меңәр йыллыҡ ғазап һәм өмөттө
Бер ғүмерҙә үттем төҫлө мин.
Тап шуға ла, ғәзиз
Башҡортостан,
Бер уланың булып көслө мин.

Мин китермен бер саҡ...


Мин китермен бер саҡ. һин илама.
Илама һин, түҙ һин шулай ҙа.
Яҙмыш яраларын күҙ йәштәрең
Аҙ йыуманы инде былай ҙа.

һорап килмәһәм дә, ҡасан да бер
Йән бурысын һорар был тормош.
Бәхетең алда, тиеп алдай-алдай,
Електәрҙе һурыр ул, ҡормош.

Бәйғәмбәрҙе хатта фанилыҡта
Алалмаған Ҡояш аралап.
Ғүмер итеү – йәнгә сират үтеү,
Дауаһыҙ ул һалған яралар.

Яҙмыш яраларын күҙ йәштәрең
Аҙ йыуманы инде былай ҙа.
Мин киткәстен, берүк, һин илама,
Илама һин, түҙ һин шулай ҙа.

Мин беләмен гүрҙә ни булырын –
Ерҙә күргәндең ул нисбәте.
Фәрештәләр һинән китмәйме тип,
Йәнем ҡайтыр, бәлки, кисләтеп.

Ҡайтһам, һин тойорһоң:
нурҙар тулыр
Күңелеңә, гөлөңә, көйөңә.
Тамуҡтарҙа булһам, мин янырмын
Йылы биреп һинең өйөңә.

Егеткә өгөт


Айҙай яҡтырып та әйтһә ҡыҙҙар:
«Кит, иҫәр, – тип, – ҡуйсы,
тиле», – тип,
Билдәренән алма ҡулдарыңды,
Күңелдәрен бел һин көйлө тип.

Аҡылыңды алға сығарма бик,
Тиң күрмәҫ, тип, ҡыҙҙар һағайыр.
Ҡаратҡансы береһен, таңдар әле
Әллә нисә тапҡыр һарғайыр.

Телеңдән тик һинең балдар
тамһын,
Булма ебек, хистәр ташһын ул.
Ҡушылып та типһен ике йөрәк,
һағынып, һығынып әйҙә
шашһын ул.

Тик шул саҡта һиңә еңеү килер,
Аһ, ул еңеүҙәрҙең ләззәте!
Тетрәй төҫлө донъя – ҡауышҡанда
Ҡыҙ ғиффәте, егет ғиззәте.

Насип иткәс, мәңгелеккә һеҙҙең
Сәстәрегеҙ сәскә бәйләнер.
...Өгөт бирҙем шулай,
үҙ йәшлегем
Ҡайтты кеүек кире әйләнеп.

Ҡайтты ла ул көлөп, әрнеп әйтте:
«һин үҙең һуң кемде тыңланың?
Бәйләндеме сәскә сәстәрегеҙ?
Толомдарын киҫте... һуңланың».

Утлы үкенесте йәшерһәм дә,
Күсә икән хыял өгөткә.
Йәшлектән мин өмөттәрҙе бирҙем
Миңә һүҙе һыйған егеткә.

Рәхмәтлемен


Булманы ул беҙҙә бөҙрәлектәр,
Ул килешә бары сәстәргә.
Бары менән байрам иттек бергә,
Бер-беребеҙ өсөн хәстәрҙә.

Телгә лә бит килмәне ул анттар,
Кәрәкмәне алтын балдаҡтар.
Төшһә, көс төшкәндер
ҡай саҡ һүҙгә,
Төртөлмәне күҙгә алдаҡтар.

Инде килеп, шөкөр, олоғайҙыҡ,
Йөҙҙө ҡыуырға ла әҙермен.
Һинһеҙ был көнгә мин етмәҫ инем,
Рәхмәтлемен һиңә, ҡәҙерлем.


ИЛЕМӘ


Мин киткәстен ниҙәр булыр илдә,
Нисек белмәк уны гүрҙәрҙә?
Һаҡланырмы ата-бабам рухы
Йәнгә төйәк ғәзиз ерҙәрҙә?


Балалар бит ҡала... Тик иң алда
Һине, илем, һине уйлайым.
Иле ныҡтың ғына биле ныҡ бит,
Өҙмә юлдың үҙеңә ҡулайын.


Әгәр золом быумаҡ булып иркең,
Атмаҡ булһа һиңә йәберен,
Ҡорал тотҡан һалдатыңа, илем,
Окоп булһын йылы ҡәберем.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: