Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2022, 13:40

Изге һыйырҙар иленә кескәй сәйәхәт

Ә ни өсөн һыйыр изге мал булып һанала һуң?

Изге һыйырҙар иленә кескәй сәйәхәт
Изге һыйырҙар иленә кескәй сәйәхәт

Голливудмы? Юҡ, Болливуд!!!

Эйе, беҙ бала саҡта яратып ҡараған һинд киноларының күбеһе Болливудта төшөрөлгән. Болливуд – Мумбаи (элекке Бомбей) ҡалаһындағы киноиндустрия атамаһы. Бындағы фильмдар, нигеҙҙә, хинди телендә, ләкин урду, панджаби һәм инглиз телендә лә төшөрөлгәндәре осраштыра.

Йыш ҡына Болливуд атамаһын Һиндостандың бөтә кино сәнғәтенә ҡарата ҡулланалар.

Был – яңылышлыҡ. Ул бындағы ғәләмәт ҙур кино сәнәғәтенең бер өлөшө генә. Мәҫәлән, йыл һайын кинотеатр экрандарына сыҡҡан меңгә яҡын картиналарҙың яҡынса 300-ө генә Болливудтыҡы икән. Илдең көньяғында тағы ла фильмдарҙы телугу телендә төшөрөүсе Толливуд менән тамиль телендә эшләүсе Колливуд бар.

Хинди телендәге киноларҙың йыллыҡ килеме милли- ард долларҙан ашып китә. Әйткәндәй, кинокомпания- ларҙың табышы йыл һайын арта ғына. Мәҫәлән, 2009 йылда төшөрөлгән “Өс иҫәр” фильмы ғына 70 миллион долларға яҡын табыш килтергән һәм бер нисә йыл рәттән халыҡтың иң яратып ҡарағандарының береһе булып ҡалған.

Һиндостанда үткән быуаттың 30-сы йылдарында уҡ йылына 200-ләгән фильм төшөрөлгән. СССР-ҙа “Ер балалары” тип аталған тәүге һинд киноһы 1949 йылда күрһәтелгән. Никита Хрущевтың бында сәйәхәтенән һуң ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙең йылыныуы һөҙөмтәһе була был.

Әммә белгестәр һинд киноһының “алтын быуаты” тип 1940–1960 йылдарҙы атай. Ошо арауыҡта Радж Капурҙың “Берәҙәк”, Мехбуб Хандың “Һиндостан Әсә” фильмдары бөтә донъяла танылыу ала. Гуру

Даттың “Сарсау”, ”Ҡағыҙ сәскә- ләр” исемле картиналары Time журналы тарафынан бөтә заман- дарҙың иң яҡшы 100 фильмы иҫә- бенә индерелә. 1970 йылдарҙа романтикалы боевиктар модаһы башлана. Тап ошо мәлдә халыҡ тарафынан “Болливуд принцы” тип исемләнгән Митхун Чак- раборти, шулай уҡ күптәрҙе күҙ йәше түгергә мәжбүр иткән “Зита

һәм Гита”ла уйнаған Хема Малини, Амитабх Баччан, Рекха кеүек “йондоҙҙар” ҡабына ла инде.

Бөгөн дә ҡайһы бер һинд киноларын донъя буйынса яратып ҡарайҙар. Мәҫәлән, киҫкен социаль һәм милли мәсьәләләрҙе күтәргән “Минең исемем Кхан” фильмын хатта Европа кинотеатрҙарында күрһәткәндәр, ә Һиндостандың үҙендә ул ике тиҫтәнән ашыу абруйлы наградаларға лайыҡ булған икән.

Эй, тәмле лә ошо һинд сәйе!

Нисек кенә сәйер тойолмаһын, Һиндостанда сәйҙе ни бары XIX быуаттың икенсе яртыһында ғына үҫтерә башлайҙар. Шулай ҙа Гималай тауы итәгендә ҡырағай сәй ағастарынан урындағы халыҡ уны электән йыйыр булған. Инглиз сауҙагәрҙәренең бер нисә сәй ҡыуағын Ҡытайҙан урлап алып ҡайтып, Һиндостандағы тигеҙлектә сәсеп ҡарауы тураһында хатта легенда ла һаҡланған. Ысынбарлыҡта нисек булғандыр, әммә шул ваҡыттан уға иғтибар бермә-бер арта. Хатта 1863 йылда Көнсығыш-Һинд компанияһы бик күпләп сәй үҫентеләрен индереп сәсеп ҡарарға баҙнат итә. Тиҫтә йылдан был плантациялар тәүге уңыш кил- терә. Һөҙөмтәлә илдә тик ошоноң менән шөғөлләнгән бер нисә ҙур компания барлыҡҡа килә. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре бөгөн дә сәй менән һатыу итә һәм бөтә донъяға билдәле.

Юғары сортлы сәй Һиндостанда бик текә тау битләүҙәрендә үҫтерелә. Уларҙы, йола булараҡ, ҡатын-ҡыҙҙар ғына йыя. Был ҡул эше, ғәҙәттә, иртә менән башҡарыла. Етештереүселәр сәйҙең сифатына ҙур иғтибар бүлә, шуға ла бында япраҡтарға зыян килтермәҫкә тырышалар.

Был тармаҡта Даржилинг, Нилгири һәм Ассам өлкәләре иң алдынғыларҙан һанала. Һиндостан үҙе лә донъяла сифатлы ҡыҙыл сәй етештереүҙә – икенсе, ә урта һәм түбән сортлылары сәнәғәте буйынса беренсе урынды биләй. Әммә ябай сәйҙең күп өлөшө үҙҙәрендә ҡала, сөнки индустар ҙа был эсемлеккә бик әүәҫ икән. Ә бына күрше генә Шри-Ланкала (Цейлон) иһә хәл киреһенсә, бындағы халыҡ бөтөнләй сәй эсмәй тиерлек, шуға ла бөтә уңыш экспортҡа оҙатыла.

Цейлондыҡын да һинд сәйе тип атарға булалыр, моғайын. Был утрау уны етештереү күләме буйынса “ҙур күрше”һенән һис тә ҡалышмай. Бында сәйҙе көтмәгәндә үҫтерә башлайҙар. XIX быуаттың яртыһына ҡәҙәр Цейлонда кофе плантацияларына өҫтөнлөк бирелә, әммә бер мәл бил- дәһеҙ сир уларҙы юҡҡа сығара. Тиҙҙән урындағы халыҡ сәй ҡыуаҡлыҡтарын үҫтереү ҙә шулай уҡ отошло икәнен төшөнөп ала.

Һинд сәйен бер нисә төрлө әҙерләп була. Урындағы халыҡ үтә лә ҡаты итеп бешкән, ҡайнар һөт ҡушылған һәм күп итеп шәкәр һалынғанына өҫтөнлөк бирә.

 

Хыялды тормошҡа ашырыусы һыйырҙар

Бер ауылға кисен генә килеп төшкәйнек, аптырап ҡалдыҡ – урамдан машина менән үтерлек түгел. Уны көтөүҙән үҙ яйы менән ҡайтып килгән малтыуар баҫҡан. Ҡайһы бер һыйыр- ҙар рәхәтләнеп асфальт өҫтөндә үк ял итә. Шул мәлдә водителдең: “Үҙегеҙҙе Һиндостандағылай хис итәһегеҙме әллә?” – тип әрләшкәне хәтерҙә уйылып ҡалған.

Ысынлап та, Һиндостан урамда- рында һыйыр малының иркенләп йөрөүе тураһында бик күптәребеҙҙең ишеткәне барҙыр. Уларға зыян итеү ҙә, ятҡан урынынан ҡыуып ебәреү ҙә, хатта ҡысҡырыу ҙа тыйылған бында. Сәбәбе – индустар өсөн был мал изге зат. Уны һуйыу һәм аҙыҡҡа ҡулланыу – ҡәтғи дини табу. Был руханиҙарға ҡул күтәреүгә тиң. Борон бындай гонаһ өсөн кеше үлем язаһына тарттырылған. Уның ите ризыҡ булараҡ парийҙарҙың иң түбән кастаһына – “ситлә- телгәндәр” менән ”хоҡуҡһыҙҙар”ға ғына рөхсәт ителгән. Бөгөн дә

 Һиндостандың күп штаттарында һыйырҙы һәләк иткән йә йәрәхәтләгән өсөн төрмәгә эләгеү ихтималлығы юғары.

Шуға ла Дели, Мумбаи кеүек ҙур ҡалаларҙың урамдарында ла иркенләп йөрөгән һыйыр малын йыш осратырға була. Ә урындағы халыҡ был изге малға төрлө биҙәүестәр элә, уларҙы хәленән килгәнсә һыйлай. Бөтә һиндтар ҙа тиерлек иртә менән юлына тура килгән һыйырҙы ашатҡанда көндәренең үтә лә уңышлы үтәсәгенә ысын күңелдән ышана.

Ә ни өсөн һыйыр изге мал булып һанала һуң? Индуизм мифологияһына ярашлы, вафатынан һуң һәр индусҡа күккә олғашыр өсөн бер йылғаны йөҙөп сығырға кәрәк буласаҡ. Ә уны һыйырҙың ҡойроғона тотоноп ҡына үтеү мөмкин. Шулай уҡ индуизмдың боронғо яҙмаларында ла кешенең бөтөн теләктәрен ысынбарлыҡҡа әйләндерә алыусы Камадхена атамалы һыйыр телгә алына. Шуның өсөн индустар һәр һыйырҙың хыялды тормошҡа ашыра алыуына инана.

Әммә Һиндостанды һыйыр малы өсөн ожмах тип барыбер атап булмай. Мәҫәлән, Көнбайыш Бенгалияла һәм Керала штаттарында уны һуйыу рөхсәт ителгән. Бында мөгөҙлө эре малды йәшерен рәүештә башҡа өлкәләрҙән дә килтерәләр. Ҙур ҡалаларҙа ла мал һуйыу урындары етер- лек, ә рөхсәтһеҙ эшләгәндәренең иҫәбе-хисабы юҡ. Уларҙың эшмәкәрлеген тыйыуҙа ил етәкселеге һаман да уңышҡа өлгәшә алмай.

Әйткәндәй, белгестәр һыйыр малының ни өсөн йыш ҡына юл буйында йөрөүгә өҫтөнлөк биргәнлеген асыҡлаған. Баҡһаң, бындағы бысраҡ һауа уларҙы себенсерәкәйҙән һаҡлай икән…

Ялсынан тыуғас – ялсы Булып йәшә

Бөгөн демократия һәм граждандар йәмғиәте көнитмешебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Бәлки, шуғалыр ҙа XXI быуатта ҡайҙалыр социаль ҡатламдар барлығын ишетеү күптәребеҙҙә ғәжәпләнеү тойғоһо уята. Юҡҡа ғына. Мәҫәлән, Һиндостанда был “боронғолоҡ ҡалдығы” һаман да йәшәй.

Тәүҙәрәк һинд халҡы дүрт ҡатламға (варнға) ғына бүленгән. Иң юғары ҡатлам булып брахмандар (руха- ниҙар) һаналған. Хәҙер улар чиновниктар, уҡытыусылар булып эшләй ала. Унан һуң кшатрийҙар (яугирҙар), вайшья (ер эшкәртеүселәр) килгән.

Тәүгеләре шулай уҡ бөгөн етәксе вазифаларын биләй алһа, икенселәре финанс һәм банк өлкәһен- дә мәшғүл, алыпһатарлыҡ һәм һөнәрселек менән шөғөлләнә. Ә шудрҙар (крәҫтиәндәр, ялланып эшләүселәр, хеҙмәтселәр) йәмғиәттең иң түбән өлөшө һаналған. Бер ҡат- ламдан икенсегә күсеү ҡәтғи тыйылған, дәрәжә һәр кемгә тыумыштан тәғәйен ләнгән тип иҫәпләнгән. Халыҡтың касталарға бү- ленеүе Һиндостанда һуңынан ныҡлап тамыр йәйә. Бөгөн дә тейешле ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгән һәм ярамағандан тыйылғаны өсөн икенсе ғүмерендә һәр кем юғарыраҡ ҡатламға күтәреләсәк тигән инаныу йәшәй. Әлеге мәлдә илдә касталар йоғонтоһо үтә көслө тип әйтеп булмай, хәҙер кешене хеҙмәтенә ҡарап та баһалауҙары ихтимал. Шулай ҙа тегенселәр (дарзи), һыу ташыусылар (джхин- вар), сүп-сар йыйыусылар (бханги), хатта хәйергә кил- гән аҡсаға ғына көн итеүсе брахмандар кастаһы вәкил- дәрен бөгөн дә тап итергә мөмкин.

Һиндостанда йәмғиәттә иң түБән урынды БиләГән “ситләтелГәндәр” ҙә Бар. уларҙың Был дүрт ҡатламға (варнға) ҡағылышы тулыһынса инҡар ителә. Шуға ҡарамаҫтан, “ситләтелГәндәр” Байтаҡ ҡына – ил Халҡының кәмендә 16 процентын тәшкил итә. улар Бәҙрәф таҙартыу, Хайуандарҙың мәйеттәрен йыйыу кеүек иң Бысраҡ Эштәрҙе Башҡара. Был каста вәкилдәре менән аралашыу Башҡаларҙы “Бысрата” ала тип иҫәпләнә. Шуға ла уларға “таҙалар”ҙың йорттарына инеү, улар Эскән ҡоҙоҡтан һыу алыу рөХсәт ителмәГән. оҙаҡ ваҡыт ғиБәҙәтХаналарға ла инеү ҡәтғи тыйылған Булған. Уларҙың Хоҡуғы өсөн көрәште 1930–1940 йылдарҙа БХимрао рамджи АмБедкар етәкләй. Тап шул мәлдән кешене каста Буйынса кәмһетеү ҡануниәт тарафынан тыйылған.

Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН әҙерләне.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: