Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2022, 17:10

Сихырсылар бүләге. Хикәйә

– Хоҙайым, ярҙамыңдан ташлама, ул мине оҡшатмай башламаһа ярар ине!

Сихырсылар бүләге. Хикәйә
Сихырсылар бүләге. Хикәйә

О. ГЕНРИ

О. Ге́нри (1862–1910) – америка яҙыусыһы, хикəйəлəр, новеллалар оҫтаһы. Уның əҫəрҙəренə нескə юмор һəм ваҡиғаларҙың көтөлмəгəн боро- лош алыуы хас.

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.

Бер доллар һикһән ете цент. Ни бары шул ғына. Шуларҙың алтмыш центы бер центлыҡ тәңкә менән. Был тәңкәләрҙең һәр береһе өсөн аҙыҡ-түлек, йәшел тәмләткестәр, ит һатыусылар менән зыҡ ҡубып һатыулашырға тура килде, хатта уларҙың бындай ҡыҫмырлыҡты һүҙһеҙ өнәмәүенән ҡолаҡтары ут булып янды. Делла өс ҡабат һананы. Бер доллар һикһән ете цент. Ә иртәгә Раштыуа.

Бында эшләргә мөмкин булған берҙән-бер нәмә – иҫкереп бөткән кушеткаға лап итеп ҡолап, үкереп илау. Делла тап шулай итте лә. Бына шунан фәйләсүфтәрсә һығымта килеп сыға ла инде: тормош күҙ йәштәренән, уфтаныуҙарҙан һәм йылмайыуҙарҙан тора, тик көрһөнөүҙәр күберәк.

Өй хужабикәһе быларҙың бөтәһен дә үҙ башынан кисергән арала, торған еренә күҙ һалайыҡ. Аҙнаһына һигеҙ долларлыҡ йыһазландырылған бәләкәй генә фатир. Йыһаз – күҙгә бәрелеп торорлоҡ фәҡирҙәрсә түгел, ә барыбер асыҡтан-асыҡ ярлылыҡ һиҙелә. Түбәндә, парад ишегендә, егенән бер конверт та үтмәҫлек хаттар йәшниге һәм бер кеше лә шылтырата алмаҫлыҡ электр ҡыңғырауы төймәһе. Йәнә“М-р Джеймс Диллингхем Юнг” тигән яҙма беркетелгән. Диллингхем заманында мул тормошта аяҡ тибеп йәшәне, ул осорҙа күрһәтелгән исем эйәһе аҙнаһына утыҙ доллар ала торғайны. Хәҙер, был килем егерме долларға ҡалғас, “Диллингхем” һүҙендәге хәрефтәр тоноҡлана төштөләр, әйтерһең, ысынтылап уйға баттылар: тыйнаҡ һәм талымһыҙ “Д”-ға тиклем ҡыҫҡармаҫтармы икән? Шулай ҙа мистер Джеймс Диллингхем Юнг өйгә ҡайтып, үҙҙәренең өҫкө ҡатына күтәрелгәс, уны: “Джим!” – тигән яғымлы тауыш һәм Джеймс Диллингхем Юнг ханымдың наҙлы ҡосағы ҡаршы алды. Беҙ уны һеҙгә Делла тип таныштырҙыҡ инде. Ә был, ысынлап та, бик һәйбәт бит!

Делла илауҙан туҡтап, яңаҡтарына кершән яҡты. Ул хәҙер тәҙрә эргәһенә баҫып, һоро ихатала һоро ҡойма буйлап йөрөүсе һоро бесәйҙе бойоҡ ҡына күҙәтте. Иртәгә Раштыуа, ә уның Джимға бүләк алыр өсөн ни бары бер доллар һикһән ете цент аҡсаһы бар! Ул айҙар буйы уны берәр центлап янға ҡалдыра килде, ә йыйғаны ошо ғына. Аҙнаһына егерме доллар менән әллә ни ҡылырмын тимә. Сығымдар ул иҫәп тотҡандан күберәк булып сыҡты. Сығымдар менән һәр ваҡыт шулай. Джимға, уның Джимына бүләккә бер доллар һикһән ете цент ҡына! Раштыуаға уға нимә бүләк итерен уйлап, күпме сәғәттәрен шатлыҡта үткәрҙе. Ифрат үҙенсәлекле, һирәк осрай торған, ҡиммәтле берәй нәмә, Джимдың саф намыҫына саҡ-саҡ ҡына булһа ла лайыҡ берәй нәмә алаһы ине.

Ике тәҙрә араһына трюмо ҡуйылған. Һеҙгә берәй ваҡыт һигеҙ долларлыҡ йыһазландырылған фатирҙағы трюмоға ҡарарға тура килдеме? Бик ябыҡ һәм үтә хәрәкәтсән кеше, уның тар көҙгөләрендәге сағылышының эҙмә-эҙлекле алмашыуын күҙәтеп, үҙенең ҡиәфәтен бик аныҡ күҙ алдына килтерә ала. Нескә һынлы Делла был маһирлыҡҡа эйә ине.

Ул көтмәгәндә тәҙрә янынан ситкә ырғылды ла көҙгөгә ташланды. Күҙҙәре йылтыраны, ләкин егерме секунд эсендә битендәге алһыулыҡ юғалды. Ул тиҙ генә сәс ҡыҫтырғыстарын тартып алып, толомдарын таратып ебәрҙе.

Әйтергә кәрәк, ирле-ҡатынлы Джеймс Диллингхем Юнгтарҙың ғорурлығы булып торған ике хазинаһы бар ине. Береһе – Джимға атаһынан һәм олатаһынан мираҫ булып ҡалған алтын сәғәт, икенсеһе – Делланың сәстәре. Әгәр Саба батшабикәһе ҡаршылағы йортта йәшәһә, Делла башын йыуып, таралып төшкән сәстәрен тәҙрә янында киптергән саҡта ғали йәнәптәренең затлы кейем-һалымы һәм биҙәүестәре тоноҡланып ҡалыр ине. Әгәр Соломон батша шул уҡ йортта швейцар булып хеҙмәт итһә һәм бөтә байлығын подвалда һаҡлаһа, Джим эргәнән үткәндә кеҫәһенән сәғәтен сығарһа, көнләшеүҙән һаҡалын йолҡор ине.

Һәм бына Делланың күркәм сәстәре, ҡуңыр шарлауыҡ ағымдары һымаҡ йылҡылдап һәм емелдәп, таралып төштө. Улар тубыҡ аҫтына тиклем етеп, тотош кәүҙәһен тип әйтерлек плащтай уратып алды. Ләкин ҡатын шунда уҡ ҡауҙырланып һәм ҡабаланып сәстәрен яңынан йыйырға тотондо. Шунан, икеләнгәндәй, бер минуттай ҡыймылдамай баҫып торҙо, әллә ике, әллә өс бөрсөк күҙ йәше иҫке ҡыҙыл келәмгә тамды.

Яурынына иҫкергән көрән жакетын һалып, башына иҫкергән көрән эшләпәһен кейеп алғас, итәген елпелдәтеп, күҙҙәрендәге кибеп өлгөрмәгән тамсыларҙы ялтыратып, ул түбәнгә, урамға елдерҙе.

Ул эргәһендә туҡтаған алтаҡтаға: “M-me Sophronie. Сәстәрҙән һәр төрлө әйберҙәр” – тип яҙылғайны. Делла икенсе ҡатҡа йүгереп менгәс, ауыр һулап, туҡтаны.

– Һеҙ минең сәстәремде һатып алмаҫһығыҙмы? – тип һораны ул ханымдан.

– Мин сәстәр һатып алам, – тип яуап бирҙе ханым.

– Эшләпәгеҙҙе һалығыҙ, тауарҙы ҡарарға кәрәк.

Йәнә ҡуңыр шарлауыҡ шыбырлап аҡты.

– Егерме доллар, – тине ханым, ҡулы менән ҡуйы сәстәрҙе күнегелгәнсә үлсәп ҡарағас.

– Тиҙерәк бирегеҙ, – тине Делла.

Сираттағы ике сәғәт татлы хыялда үтте – тапалған метафора өсөн ғәфү үтенәм. Делла Джимға бүләк эҙләп магазиндарҙы ҡыҙырҙы.

Ниһайәт, тапты. Һис шикһеҙ, бүләк Джим өсөн, фәҡәт уның өсөн генә эшләнгәйне. Барыһын да аҫтын-өҫкә килтереп эҙләһә лә, башҡа магазиндарҙа быға оҡшаш нәмә табылманы. Кеҫә сәғәттәре өсөн ағалтындан эшләнгән был сылбыр яһалма ялтырауығы менән түгел, ә ябай һәм аныҡ һүрәте, ысын сифаты менән әсир итә ине. Бөтә һәйбәт әйберҙәр шулай булырға тейеш тә. Уны хатта Джимдың мираҫ сәғәтенә лайыҡ тип танырға мөмкиндер. Сылбырҙы күргәс тә Делла уның Джимдыҡы булырға тейешлеген аңланы. Ул Джимдың үҙе кеүек ине. Тыйнаҡлыҡ һәм дәрәжә – уларҙың икеһенә лә ошо сифаттар хас ине. Кассаға егерме бер доллар түләргә тура килде, һәм Делла кеҫәһендәге һикһән ете цент менән өйөнә ашыҡты. Бындай сылбыр менән Джимға теләһә ниндәй даирәлә лә сәғәт нисә икәнлеген ҡарау оят булмаясаҡ. Сәғәте нисек кенә кәттә булмаһын, ә ул уға йыш ҡына йәшеренеп күҙ һала торғайны, сөнки сәғәт алама күн ҡайышҡа тағылғайны.

Өйҙә Делланың йәнлелеге баҫыла төштө һәм хәстәрлек менән айыҡ аҡыл уянды. Ул сәс бөҙрәләтеү ҡыҫтырғыстарын алды, газ тоҡандырып, киң күңеллелек менән һөйөү ҡушылыуҙан килеп тыуған зыянды төҙәтергә кереште. Ә был, дуҫтарым минең, һәр саҡ ауыр эш, ғазаплы эш.

Ҡырҡ минут та үтмәне, башы ҡаты ваҡ бөҙрәләр менән ҡапланды, ул дәресенән ҡасҡан малай-шалайға оҡшап ҡалғайны. Делла көҙгөгә бағып, үҙен оҙаҡлап, иғтибарлап һәм тәнҡит менән күҙҙән үткәрҙе. “Йә, – тине ул үҙенә, – әгәр Джим күргәс тә шунда уҡ бәреп үлтермәһә, ул мине Кони-Айлендтан килгән хорҙа йырлаусы ҡыҙға оҡшатасаҡ. Ләкин бер доллар ҙа һикһән ете цент ҡына булғанда мин ни эшләй ала инем, ах, ни эшләй ала инем һуң?!”

Сәғәт етегә ҡәһүә беште, газ плитәһендә ҡыҙҙырылған таба һарыҡ итенән яһалған кәтлиттәрҙе көттө.

Джим бер ваҡытта ла һуңламай торғайны. Делла ағалтын сылбырҙы усына ҡыҫып, ишеккә яҡыныраҡ торған ултырғыс ситенә сүгәләне. Тиҙҙән түбәндә баҫҡыста Джимдың аяҡ тауыштарын ишетеп, бер мәлгә ағарынды. Делла һәр төрлө тормош ваҡ- төйәктәре айҡанлы Аллаға ҡыҫҡа доғалар менән мөрәжәғәт итергә ғәҙәтләнгәйне, ул ашығып бышылданы:

– Хоҙайым, ярҙамыңдан ташлама, ул мине оҡшатмай башламаһа ярар ине!

Ишек асылды, ингәс, Джим уны ябып ҡуйҙы. Йөҙө һурылған, борсоулы. Егерме ике йыл буйы ғаилә ҡамытын һөйрәү еңел эш түгел! Уға күптән яңы пальто һатып алырға кәрәк, ҡулдары ла бирсәткәһеҙ өшөй.

Джим, бүҙәнәне һиҙеп алған ау этеләй, ишек янында хәрәкәтһеҙ ҡатып ҡалды. Уның күҙҙәре Деллала туҡталды, ҡатын был ҡарашты аңлай алманы, күңеленә шом тулды. Ҡарашта нәфрәт тә, ғәжәпләнеү ҙә, шелтә лә, ҡурҡыу ҙа түгел – көтөргә мөмкин булған тойғоларҙың береһе лә түгел ине. Ир күҙҙәрен алмай уға ҡараны, йөҙөнөң сәйер сырайы үҙгәрешһеҙ ҡалды.

Делла ултырғыстан һикереп тороп, уға ташланды.

– Джим, һөйөклөм, – тип ҡысҡырҙы ул, – миңә улайтып ҡарама! Сәстәремде киҫтерҙем дә, һаттым, сөнки һиңә Раштыуаға бер нәмә лә бүләк итә алмаһам, быны күтәрә алмаҫ инем. Улар яңынан үҫер. Һин асыуланмайһың бит, шулаймы? Мин башҡаса булдыра алманым. Минең сәстәрем бик тиҙ үҫә. Йә, мине Раштыуа менән ҡотла, Джим, әйҙә, байрамға бергәләп ҡыуанайыҡ. Минең һиңә ниндәй бүләк әҙерләгәнемде белһәң икән! Шундай шәп, мөғжизәле бүләк!

– Һин сәстәреңде киҫтерҙеңме? – тип һораны ҡыйынлыҡ менән Джим, әйтерһең, баш мейеһенең көсөргәнешле эшләүенә ҡарамаҫтан, был факт уның аңына әле булһа барып етмәй ине.

– Эйе, киҫтерҙем дә һаттым, – тине Делла. – Әммә һин мине барыбер яратырһың бит? Сәстәрем ҡыҫҡа булһа ла, мин шул уҡ бит.

Джим аптырап, ҡарашы менән бүлмәне байҡаны.

– Тәк, тимәк, хәҙер һинең толомдарың юҡмы? – тип һораны ул мәғәнәһеҙ ныҡышмалылыҡ менән.

– Эҙләмә, һин уларҙы барыбер таба алмайһың, – тине Делла. – Мин һиңә әйтеп торам да баһа: мин уларҙы һаттым – киҫтерҙем дә һаттым. Бөгөн байрам кисәһе, Джим. Минең менән яғымлыраҡ булсы, сөнки мин быны һинең өсөн эшләнем. Бәлки, минең башымдағы сәс бөртөктәрен һанап та булалыр, – тип дауам итте ул, һәм уның йомшаҡ тауышы көтмәгәндә етди яңғыраны, – ләкин бер кем дә, бер кем дә минең һиңә булған мөхәббәтемде үлсәй алмаясаҡ! Кәтлиттәрҙе ҡыҙҙырайыммы, Джим?

Джим ҡәҙимге хәленә ҡайтты. Ул Деллаһын ҡосағына ҡыҫты. Әҙәп һаҡлап, бер нисә секундҡа ниндәйҙер ят әйберҙәрҙе ҡарау менән мәшғүл булайыҡ. Ҡайһыһы күберәк – аҙнаһына һигеҙ доллармы йәки йылына миллионмы? Математика ғалимы йәки аҡыл эйәһе лә һеҙгә дөрөҫ яуап бирә алмаҫ. Сихырсылар ҡиммәтле бүләктәр алып килгән, ләкин улар араһында бер нәмә булмаған. Хәйер, был буталсыҡ һүҙҙәр артабан аңлатылыр.

Джим пальто кеҫәһенән төйөнсөк сығарып, өҫтәлгә һалды.

– Мине дөрөҫ аңла, Делл, – тине ул. – Бер ниндәй сәс киҫтереү ҙә мине һине һөйөүҙән туҡтата алмаясаҡ. Анау төйөнсөктө сис, шунан һин минең башта ни өсөн бер аҙ ҡаушап ҡалыуымды белерһең.

Етеҙ аҡ бармаҡтар бауҙы өҙөп, ҡағыҙҙы йыртты. Таң ҡалған ауаз ишетелде, шунда уҡ – ай! – был тауыш ҡатындың күҙ йәштәре һәм ыңғырашыуҙарына алмашынды. Шуға хужаға кисекмәҫтән өйҙәге барлыҡ тынысландырыу дарыуҙарын ҡулланырға тура килде.

Өҫтәлдә сәскә ҡаҙап ҡуйыла торған тараҡтар ята, Делла әллә ҡасан Бродвейҙағы витриналарҙың береһендә күреп, ысын күңелдән һоҡланған тараҡтар йыйылмаһы, береһе – арттан, икеһе – ян-яҡтан ҡаҙап ҡуйыла торған. Шул тиклем һоҡланғыс тараҡтар, ташбаҡа ҡабырсағынан, сит-ситтәре йылтыр ваҡ таштар менән биҙәлгән, уның ҡуңыр сәстәре төҫөнә тап килеп тора. Тараҡтар бик ҡиммәтле – Делла быны белә, тормошҡа ашмаҫлыҡ булһа ла, йөрәге уларға эйә булыу теләгенән бик оҙаҡ әрнегәйне. Бына хәҙер тараҡтар – уныҡы, әммә уларҙың ҡупшылығын зарығып көткән һоҡланғыс толомдары юҡ инде.

Шулай ҙа ул тараҡтарҙы күкрәгенә ҡыҫты, ниһайәт, үҙендә башын күтәреп ҡарарлыҡ көс тапҡас, күҙ йәштәре аша йылмайып, былай тине:

– Минең сәстәрем бик тиҙ үҫә, Джим!

Шунда ул көтмәгәндә, эҫе һыуға бешкән бесәй кеүек, һикереп тороп ҡысҡырып ебәрҙе:

– Йә, Хоҙай!

Джим уның бик шәп бүләген күрмәгән бит әле. Ул ашығып усындағы сылбырҙы һуҙҙы. Тоноҡ ҡиммәтле металл, әйтерһең, ҡатындың ярһыу һәм ихлас шатлығы нурҙарында уйнаны.

– Иҫ киткес түгелме ни, Джим? Мин уны тапҡансы бөтә ҡаланы урап сыҡтым. Хәҙер сәғәт нисә икәнлеген көнөнә йөҙ тапҡыр ҡарай алаһың. Сәғәтеңде бир әле. Улар бергә нисек күренер, белгем килә.

Ләкин Джим, тыңлар урынға, кушеткаға һуҙылып ятты ла, ике ҡулын да баш аҫтына ҡуйып, йылмайҙы.

– Делл, – тине ул, – беҙгә үҙебеҙҙең бүләктәрҙе әлегә йыйып ҡуйырға тура килә, әҙерәк ятып торһондар. Улар хәҙергә беҙҙең өсөн уғата һәйбәт. Мин һиңә тараҡтар алыр өсөн сәғәтемде һаттым. Ә хәҙер, моғайын, кәтлиттәрҙе ҡыҙҙырырға ваҡыт еткәндер.

Сәңгелдәктәге Ғайса пәйғәмбәргә бүләктәр алып килгән сихырсылар, билдәле булыуынса, аҡыллы, ғәжәйеп аҡыллы булған. Улар Раштыуа бүләктәре яһау йолаһын килтереп сығарған да инде. Сөнки, тәрән аҡыллы булғанлыҡтан, бүләктәре лә аҡыллы булған, бәлки, хатта яраҡһыҙ табылһалар, алмаштырыу мөмкинлеген дә алдан һөйләшеп ҡуйғандарҙыр. Мин бында һеҙгә һигеҙ долларлыҡ бәләкәй генә фатирҙағы ике тиле ғашиҡ тураһындағы әллә ни иғтибарға лайыҡ булмаған тарихты һөйләнем, улар бер-береһе өсөн үҙҙәренең баһалап бөткөһөҙ хазинаһын еңел генә ҡорбан итә. Беҙҙең көндәрҙәге аҡыл эйәләренә нәсихәт итеп әйтелһен: бөтә бүләк биреүселәр араһында был икәү иң аҡыллыһы булған. Бүләк биреүселәр һәм бүләк ҡабул итеүселәр араһында уларға оҡшағандар ғына – иң аҡыллылары. Һәр ерҙә, бөтә тарафта. Улар сихырсылар була ла инде.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: