Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2022, 18:10

“Өлгөрмәнем, өлгөрмәнем!..” Буранбай Исҡужин

«Мин тыуған саҡта уҡ халҡым өсөн бөйөк эштәр башҡарырға тейеш икәнлегемде белә инем. Әммә үҙемде арнарлыҡ шөғөл таба алғансы, оҙаҡ йылдар үтте. Унынсыны тамамлағас, складҡа ҡарауылсы итеп ҡуйҙылар. Төндә яңылыш ҡына йоҡлап китеүем арҡаһында янғын сығып, склад көл- күмергә ҡалды. Ярай әле, склад үҙе генә янһа, эсендәге тауарҙарына ла ут ҡапҡан икән. Күп итеп штраф һалдылар ҙа, эштән ҡыуҙылар. Тракторсылар курсын тамамлап, тыуған совхозыма хеҙмәт итергә тотондом. Унда ла яңылыш күрше совхоздың ерен үҙебеҙҙекенә ҡушып һөрөп ташлағанмын икән. Күрше совхоз премия бирҙе, үҙебеҙҙекеләр эштән ҡыуҙы…

“Өлгөрмәнем, өлгөрмәнем!..”                      Буранбай Исҡужин
“Өлгөрмәнем, өлгөрмәнем!..” Буранбай Исҡужин

Башҡорт әҙәбиәтенең үҙенсәлекле шағиры, драматург, Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы Буранбай Мәхмүт улы Искужин 1952 йылдың 15 ғинуарында Байыш ауылында тыуған. 1968 йылда Баймаҡ интернат- мәктәбен тамамлай. Артабан төрлө хужалыҡтарҙа эшләй, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондары мәктәптәрендә уҡыта, артабан район гәзитендә хәбәрсе була.

Шағир нисек итеп ижадҡа тотоноуы хаҡында «Автобиография»һында шулайыраҡ бәйән итә: «Мин тыуған саҡта уҡ халҡым өсөн бөйөк эштәр башҡарырға тейеш икәнлегемде белә инем. Әммә үҙемде арнарлыҡ шөғөл таба алғансы, оҙаҡ йылдар үтте. Унынсыны тамамлағас, складҡа ҡарауылсы итеп ҡуйҙылар. Төндә яңылыш ҡына йоҡлап китеүем арҡаһында янғын сығып, склад көл- күмергә ҡалды. Ярай әле, склад үҙе генә янһа, эсендәге тауарҙарына ла ут ҡапҡан икән. Күп итеп штраф һалдылар ҙа, эштән ҡыуҙылар. Тракторсылар курсын тамамлап, тыуған совхозыма хеҙмәт итергә тотондом. Унда ла яңылыш күрше совхоздың ерен үҙебеҙҙекенә ҡушып һөрөп ташлағанмын икән. Күрше совхоз премия бирҙе, үҙебеҙҙекеләр эштән ҡыуҙы…

Артабан да бик күп ерҙәрҙә эшләнем, әммә халҡыма хеҙмәт итерлек үҙем өсөн тәғәйен шөғөлдө таба алманым. Аптырағас, башҡа эшкә ҡушмаһындар өсөн яҙышырға ултырҙым».

«Буранбай, совхозда таҡта ярҙырғанда уң ҡулын өҙҙөрөп, инвалидлыҡ буйынса пенсионер булып киткәйне. Был уның бейеккә баҫҡыс һөйәгәненән нисәнсе тапҡыр ҡолап төшөүе булғандыр, әммә барыбер еңмешлеге еңде: һулаҡай ҡулы менән тиҙ арала яҙырға өйрәнде- кешеләр күңеленә шиғри юлдарлы баҫҡыс һөйәүен дауам итте. Тыуған ауылы Байышына ҡайтып, ата- әсәһенән ҡалған кескәй йортто йүнәтеп алды. Аласығын дә рәтләне. Иң ғәжәбе,- яңғыҙы йөрөп, мунса һалып та ҡуймаһынмы! Ауылдағы аяҡ- ҡулдары теүәл- һау бәғзе ир- ат мунса һалышыуҙа Буранбайҙан ярҙам да һораған, имеш… Шәхси генә түгел, ғаиләһе менән бәйле фажиғәләрҙе кисерһә лә, Буранбай, үҙенең лирик геройы кеүек, бейеккә баҫҡыс һөйәне лә һөйәне- тормош бейеклектәренә, ғүмер үрҙәренә» тип яҙҙы уның тураһында билдәле яҙыусы Аҫылғужа Баһуманов.

Буранбай Искужин- күп яҡлы талант эйәһе- шағир ҙа, прозаик та, драматург та ине. Әҙәби ижад менән ул студент йылдарында уҡ шөғөлләнә башлай. Уның ижады үҙенсәлекле, унда сихри наҙ ҙа, үткер ҡаяу ҙа, тормоштоң әсе дөрөҫлөгө лә, өмөт һәм өмөтһөҙлөк тә бар.

Өлкәндәр һәм балалар өсөн сығарылған шиғри китаптары: «Тормош боролоштары», «Аҡ менән ҡара», «Зилә, Ғәли һәм мин», «Тамғалар», «Аҡсарлаҡ»- китап уҡыусылар тарафынан ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыла. Беҙгә уның А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәләштергән «Ғилмияза» драмалары ла яҡшы таныш. Уның бик күп шиғырҙарына йырҙар ижад ителгән. «Яңы йырҙар», «Йырлайыҡ, дуҫтар» китаптарына уның шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар индерелгән.

Буранбай Мәхмүт улы үҙенсәлекле, үҙ һүҙе, фекере, донъяға үҙ ҡарашы булған кеше ине. Ул яҡташтары күңелендә үткер телле, фәһемле әҫәрҙәре, шаян, хатта уҫал шиғырҙары, моңһоу драмалары һәм һағышлы йырҙары менән иҫтә ҡаласаҡ. Башҡорт әҙәбиәтендә уның үҙенә генә хас донъя - Буранбай донъяһы бар, һәм ул ижадташтары күңелендә ҡыйыу фекерле, киң офоҡло әҙәби донъя булып һаҡланасаҡ.

“Өлгөрмәнем, өлгөрмәнем!..”

Сиртергә ине ҡылдарҙы
Бармаҡтар ҡанағанса...
Күңелде әрнетерлек был юлдар Буранбайҙы белгәндәргә генә шулай тәьҫир итәлер, сөнки һүҙҙәрҙең үҙендә иҫәңгерәтерлек бер ни ҙә юҡ бит, ябай һүҙҙәр... Әгәр был хыял-теләктең ҡулһыҙ кешенең йән ауазы икәнен генә иҫәпкә алмағанда. Хәйер, “ябайлыҡта — бөйөклөк” тигәндәре тап Буранбайға ҡарата әйтелгәндер ҙә ул. Ул ғүмер буйы ябай ҙа, бөйөк тә булды. Тормошта ла, ижадында ла.
Мин шиғриәттә ниҙер аңлай башлап, мәктәп программаһынан тыш та шиғри китаптарға ғына түгел, ә ул заманда күберәк халыҡтың “ауыҙ-тел ижадында” йөрөгән шиғырҙарға һәм йырҙарға өҫтөнлөк биргән осорҙа рәсми рәүештә яңғырамаған Владимир Высоцкий, Александр Галич кеүек авторҙар менән бергә башҡорт әҙәбиәтендә Буранбай Исҡужиндың исеме лә йөрөй ине инде. Юҡ, диссидент булманы ул, тормошҡа һәм системаға дәғүәләре лә үҙенсәлекле сағылды — әсе кинәйәле шиғырҙары аша:
Баймаҡ ҡалаһының уртаһында
Һәйкәл тора — В.И. Ленинға.
Былтыр ғына уны грузиндар
Ҡуйып киткәйнеләр ун меңгә.
Райсоветҡа алды менән баҫҡан,
Арты менән баҫҡан халыҡҡа...
Шул һәйкәлгә ҡарап йөрөй торғас,
Әйләндек тә ҡуйҙыҡ һарыҡҡа.
Тотош халыҡ һарыҡҡа әйләнә яҙған саҡта уҡ тыуған ошо шиғыр бер ҡайҙа ла баҫылманы, әммә, Буранбайҙың күпселек ижады һымаҡ, бөгөн күпме кешенең хәтерендә йөрөй икән ул? Беләм, артабан уларҙың Буранбайҙыҡы икәне лә онотолор, “халыҡ ижады” тигән оло бер даръяның тамсыһына әйләнер. Ана шулай, телдән ҡолаҡҡа таралып, үҙенсәлеген ваҡыт һынауҙарында ла һаҡлап ҡала алған гәүһәрҙәр лайыҡлы ла инде ысын ижад емеше тигән исемгә. Уларҙың асылы ла шул ябайлығында: бер ишетеүҙән үк иҫтә ҡалырлыҡ һүҙҙәрҙән ҡойолмаған булһа, нисәмә йыл ил-ҡәүемде айҡап йөрөр инеме?
Тормошта Буранбайҙың үҙенең ижадынан да бигерәк уның тураһында лаҡаптар күберәк таралған шикелле. Уларҙың ҡайһыһы дөрөҫ, ә ҡайһыһы уның үҙе кеүек үк йор һүҙле дуҫ-иштәре тарафынан арттырылған-шыттырылған икәнен хәҙер әйтеүе лә ҡыйын. Белмәйем, бәлки, берәй ҡасан берәйһенең башына килеп, әҙәбиәтебеҙҙә “Буранбай тураһында лаҡаптар” тигән айырым жанр ҙа барлыҡҡа килер. Үҙе тураһында ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе ул үҙе лә уйлап сығарырға маһир ине. “Йәншишмә” гәзитендә нисәнселер йылда сыҡҡан “Зилә, Ғәли һәм мин” тигән повесы уҡыусы тарафынан бик йылы ҡабул ителде, аҙаҡтан айырым китап булып та сыҡты. Буранбайҙың күршеләге кескәй генә ҡыҙыҡай Зилә менән мөнәсәбәттәре шундай тормошсан итеп һүрәтләнгән унда, хәс тә ысын булған кеүек. “Буранбай, маһ, маһ! Себ-бә!” — Зилә тигән ҡыҙыҡай шулай итеп күрше ағаһынан үс ала — көсөгөнә уның исемен ҡушҡан.


Ә уның Мостай Кәримгә китабын яҙып биреүе булған хәлме, уйҙырмамы: “Мостай ағай, китап бына ошолай яҙыла...”


Дөрөҫөн әйткәндә, Буранбай тураһында хәтирәләргә төшөп китһәң, үҙең шаһит булған ваҡиғаларҙың ысынлығына шикләнеп тә ҡуяһың. Заманыбыҙҙың Ерәнсәһе ине бит ул — тәрән аҡыллы, тапҡыр һәм образлы фекерле, тура һүҙле. Оҙон хәбәр һөйләй белмәне, оҙон яҙа ла белмәне, ләкин һәр һүҙе урынлы, ҡаты төшлө сәтләүектәй, уймаҡҡа төрөлгән мәғәнә булды.
Кис.
Бүлмәлә
икәү генә,
Икәү генә! Ҡалған инек.
Сәләмәт түгел сәбәп табып,
Ишеккә бик һалған инек...
Эстек шарап. Иҫермәнек.
(Ғәжәп хәлдәр була бит ул!)
Хыялдағын ысынбарлыҡ
Шулай еңел боҙа бит ул.
Һүҙ һөйләштек. Һүҙҙәребеҙ
Һүлпән янған усаҡ ине.
Йәшереп кенә иҫнәүҙәрең
Йөрәгемә бысаҡ ине.
Бер сынаяҡ төшөп китте.
Ярсыҡтарын йыйған булдыҡ.
Бер пластинка. Ул яғын да,
Был яғын да ҡуйған булдыҡ.
...Төн арыны, йонсоно һәм
Тау артына табан шылды.
Барыһы ла аңлашылды.
Ошо шиғырҙы кемдеңдер ауыҙынан ишеткәс, кемдеке икәнлеген дә белмәйенсә, ул тап минең турала яҙылғандыр кеүек күренгәйне. Ысынлап та, һәр юлы тура килеп торғандай. Һәр наян егеттең дә башынан үткән бындай ваҡиғаны Буранбай уйлап сығарҙымы икән, әллә үҙ кисерешеме? Хәйер, барыбер түгелме ни, әҙиптең уйлап сығарғаны ла тормошсан булырға тейеш тәһә!
Өфөгә ул Баймаҡтан һирәк-һаяҡ килгеләп йөрөнө. Тап шул осорҙа мин уның менән яҡындан танышып-белешеп киттем. Яҡын дуҫ тип әйтерлек үк булышманыҡ былай, йәш айырмаһы ла ҙурыраҡ ине, әҙәбиәттәге урындар ҙа уға күберәк ағай тип ҡарарға мәжбүр иткәндер. Әммә әле лә хәтеремдә: беҙҙең төндәр буйы барған оҙайлы бәхәстәрҙә ул шым ғына ултырыр ине лә, әйтергә сират үҙенә еткәс, тос ҡына берәй һүҙ менән барыһын да көлдөрөп йә тәрән уйландырып ултыртып ҡуйыр ине. Бер ҡулы — кәрәк саҡта шаҡылдатып алырлыҡ протез. Уның протезы тураһында ла бик күп имеш-мимеш йөрөр ине. Үҙе һис тә үпкәләмәне быға, хатта ҡайһы бер ерен үҙе төҙәтеп, әллә өҫтәберәк тә ебәрер ине. Күмәкләшеп бер бүлмәлә ятып йоҡлағас, иртәнсәк Буранбайҙың: “Минең ҡулды күрмәнегеҙме, егеттәр?” — тип һорашып йөрөүе ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә була торғайны.

Буранбай... Тотош бер быуындың тотош системаға, йәмғиәт ҡоролошона үҙенсәлекле бер протест образы булып хәтергә төшә ул. Ул образ беҙҙең йәмғиәтебеҙҙең үҙе кеүек ине: риза ла түгел, ҡылыс болғап яуға ла сыҡмай, үҙенең тәбиғи һәләтен серек нигеҙҙе нығытыр өсөн әрәм иткеһе лә килмәй... Хәҙер уйланып ҡуям: шундайҙарҙың биҙеп ҡул һелтәп ҡуйыуы арҡаһында үҙенән-үҙе емерелеп төшмәнеме икән ул система? Ниҙер эшләп кенә түгел, бер ни эшләмәй ҙә ҡыйратып була түгелме был донъяла...

Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: