Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2022, 13:15

Мөнир Вафин тыуған көнөн билдәләй

Ҡәләмдәшебеҙҙе оло байрамы менән ҡотлап, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләйбеҙ.

Мөнир Вафин тыуған көнөн билдәләй
Мөнир Вафин тыуған көнөн билдәләй

Бөгөн шағир, яҙыусы, журналист, Динис Бүләков исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Мөнир Вафиндың күркәм байрамы. 

Мөнир Вафин 1961 йылдың 16 ғинуарында Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауылында тыуа. Урта мәктәптән һуң ғәскәри бурысын үтәй. 1985-1990 йылдарҙа ул Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем ала. Студент йылдарында университеттағы ижади татар «Аҡсарлаҡтар» түңәрәгенә етәкселек итә. Бөгөн ул "Толпар" йәштәр журналы хеҙмәткәре.

Ҡәләмдәшебеҙҙе оло байрамы менән ҡотлап, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләйбеҙ.

 

 

 

 

 

 

Мөнир Вафин
* * *
Нитратлы аҙыҡ ашайым,
Феноллы һыуҙар эсәм.
Сәйе бигерәк туҡлыҡлы, тип
Маҡтап эсерә бисәм.

Саф һауаларға сығам тип,
Углерод, көкөрт йотам.
Был ҡәҙәре матдәләргә
Бай ил юҡтыр ҙа бүтән.

Шуға һөйөнөп йәшәйем
(Патриот булмай ебек).
Мин үҙем дә күптән инде
Химик элемент кеүек.

Ғаиләм тулы элемент,
Илем тулы элемент.
Рәхмәт һеҙгә былар өсөн,
Президент һәм парламент!

“Тел асҡысы”

Һандуғастар эсеп һайрай.
Әсхәр Кәшфуллин.

Һис кенә лә төшөнә алмайым
Мин халҡымдың холҡона:
Әҙ генә эсеп алһа ла,
Йыр һуҙырға тотона.

Йырлатыусы “тел асҡысы”
Ныҡлап керҙе араға.
Һандуғас та йүләр түгел
Айыҡ баштан йырларға.

Тик уларға күп кәрәкме —
Ысыҡ һыуы иҫертә.
Һалмыш ҡошто эй тыңлайбыҙ
Йәштәрҙе һөртә-һөртә.

Йырлы донъяларҙа йәшәп,
Әллә нишләй башланым.
Мин дә бына, эскән баштан,
Шиғыр яҙып ташланым.

Тыумаған шиғырҙар

Буш шешәлә ята
ҡайһы шиғыр,
Еңел-елпе
кәйеф-сафала.
Рәмил Йәнбәк.

Күпме шиғыр ергә
тыумай ҡалды
Кәйеф-сафаларҙа, табында.
Күпмеләре сығалмайса ҡалды
Мин бушатҡан шешә төбөндә.

Күпмеләре кибеттәрҙә,
мөлдөрәп,
Күҙгә ҡарап тора, өҙөлөп.
Минең мәңге тыумаҫ
шиғырҙарым
Кәштәләрҙә тора теҙелеп.

Үткерлек сере

“Һин үткерһең, —
тиҙәр дуҫтар, —
Күҙгә үткер, телгә үткер.
Нисек быға ирештең һуң?
Шуның серен беҙгә еткер”.

Эйе, дуҫтар, сере бар шул,
Булыр инем мин дә ебек.
Үткерләүсенән уңдым мин —
Еңгәгеҙ бит игәү кеүек.

Яңғыҙлыҡ ялҡыны

Яңғыҙлыҡ ялҡындарынан
Төтәй мамыҡ мендәрем.
Зөфәр Вәлит.
Был донъяла барса кеше
Мөхәббәткә табына.
Араларға һөйөү керһә,
Йөрәктә ут ҡабына.
Ә һөйгәнен юғалтҡандың
Еүешләнә мендәре.
Шул мендәрҙең һыуын һығып,
Үтә оҙон төндәре.
Ә мин феномен заттарҙан,
Юҡ донъяла
тиңдәрем,
Сөнки
яңғыҙлыҡтан
янып,
Төтәй мамыҡ
мендәрем.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: