Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2022, 18:02

Яҙмышҡа һылтаныу

Килен ни, ейәнде алып, ҡайҙалыр олаҡты. Эскелек…

Яҙмышҡа һылтаныу
Яҙмышҡа һылтаныу

    Тыуған яғымда саҡта юлда ҡул күтәргән кешеләрҙе ултыртып алырға тырышам. Ябай ауыл кешеләре, яҡташтарым – бер хәүеф тә юҡ. Район үҙәгенән әллә ни алыҫ ятмаған ҡасабаға әхирәтемә ҡунаҡҡа елдергәндә лә, бер бабай янына туҡтаным. Эшләпә кейгән, таяҡ таянған ҡарт ылау осрағанына ҡыуана-ҡыуана инеп ултырҙы. Шундуҡ мең рәхмәттәрен дә яуҙыра башланы. Һүҙ ялғанып китһен өсөн ҡайҙан булыуы хаҡында һорашам, кемдәргә китеп барыуы менән дә ҡыҙыҡһынам.

   – Ҡарттар йортонда йәшәйем мин, ҡыҙым.
Эстән ғәжәпләнһәм дә, һиҙҙермәнем.
   – Нисек ҡарайҙар һуң унда, ҡыйын түгелме?
   – Арыу-арыу, һәйбәт ашаталар… Тик… үҙ ишек алдыңда йөрөүгә етмәй инде… Бына, ялға тип һорап сыҡтым да балаларыма китеп барам… – ҡарттың кәйефе күтәренке.
Был юлы ғәжәпләнеүемде йәшерә алманым.
  – Нисек, балаларығыҙ булһа ла, ҡарттар йортонда йәшәйһегеҙме ни?
  – Улар үҙҙәре остоосҡа саҡ ялғап көн күрә.
Ҡыҙымдың йорт һалып сыҡҡанына яңы. Унда ҡамасау булып ятҡым килмәне. Балалары күп килеп то роп. Етмәһә, өлкәне килен апҡайтҡан, тип ишет тем. Улым бар ине лә бит, мәрхүм инде, аҫылынып үлеп ҡуйҙы…
Ошо урында бабайҙың тауышы нәҙегәйеп китте, күҙҙәре йәшләнеп иламһырап та алды шикелле – көҙгөнән артҡа ҡарап өлгөрҙөм.
   – Нимә булды һуң уға? – Бабай һүҙсән булғас, һөйләтеп ҡалғым килде.
   – Эй, күрмәгәнде күрелде инде, балам. Ғүмер буйы ҡатындан уңманым инде мин, бисә бәхете күрмәнем. Икәүһен ерләнем, ауырып үлеп ҡалдылар, бахырҡайҙар, икәүһе менән тора алманыҡ, алама булып сыҡтылар. Балаларым күп тә ул минең, әсәләре менән йәшәмәгәс, эшкә һанаманылар. – Бабайҙы йәлләп киттем. Яҙмышҡа япһарҙым. Улы менән ҡыҙының ҡайһы әбейенән икәнен асыҡлап торманым. Шулай ҙа күҙ терәп торған балаһы менән нимә булды икән?
   – Малайға “путевый” килен тура килмәне.
Икәүләшеп эстеләр. Бер мәл киленде икенсе ир менән тотҡас, ғәрлегенән башын элмәккә тыҡҡан. Килен ни, ейәнде алып, ҡайҙалыр олаҡты. Эскелек… Ниндәй генә яҙмыштар буталмаһын шул сәбәпсе булып тора. Ҡапыл, күп бәләләрҙең башы – кешенең үҙенән, тип әйтелгән кемдеңдер аҡыллы һүҙҙәре иҫкә төштө. Ә был бабай ниндәйерәк булды икән йәш сағында?
   – Икәүләшеп эстеләр, тиһегеҙме ни? Ә һеҙ үҙегеҙ эсәһегеҙме, олатай?
Бабай еңелсә генә кеткелдәп көлөп ебәрҙе.
   – Аны ни, эләкһә, түңкәрмәй ҡалмайһың
инде. Байрам-фәлән күп бит. Бына бөгөн дә кәйеф өсөн тип бер аҙ тамаҡ сылатып алдым… Шун һыҙ ҡайғыларҙан янып үлерлек бит, ҡыҙым…
Бүтәнсә һөйләшер һүҙ тапманым, өндәшке лә килмәне.
    Ҡартты кәрәкле урында төшөрөп ҡалдырҙым да ары киттем. Артынан әскелтем еҫ тороп ҡалды. Һиҙмәгәнмен, “һуғып алған” булған икән шул.
    Эй, бабай, бабай, бисә бәхете күрмәүеңдә лә,балаңдың башы китеүендә лә, ҡарттар йортон төйәк итеүеңдә лә ғәйеп үҙеңдә түгелме икән, тип уйлап ҡуйҙым. Бәлки, хаталанамдыр ҙа. Уйымдан ғына ҡаты бәрелгәнмендер. Бер кемдең дә берәүҙе лә хөкөм итергә хаҡы ла юҡ. Шулай ҙа…

Айлина КИЛДЕБАЙ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: