Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2022, 15:25

Бер айға, ай ярымға кисектерелә

Бөгөндән хеҙмәт коллективтары йыйылыштарын, муниципалитеттарҙа кәңәшмәләр уҙғарыу тыйыла.

Бер айға, ай ярымға кисектерелә
Бер айға, ай ярымға кисектерелә

Башҡортостанда коронавирустың таралыуына юл ҡуймауға йүнәлтелгән барлыҡ сикләү саралары һаҡлана, тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.

Бынан тыш, республика кимәлендә фестивалдәр, смотрҙар, шулай уҡ күп кеше ҡатнашҡан физкультура сараларын үткәреүҙе һуңыраҡ ваҡытҡа күсерергә ҡарар ителде. Бөгөндән хеҙмәт коллективтары йыйылыштарын, муниципалитеттарҙа кәңәшмәләр уҙғарыу тыйыла. Хәҙер бөтә кәңәшмәләр ҙә онлайн үткәрелә башлай, тип билдәләне Радий Хәбиров дүшәмбе республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.

«Күмәк сараларҙы уҙғарыу, ағымдағы хәлгә ҡарап, бер айға, ай ярымға кисектерелә. Муниципалитеттар кәңәшмәләрҙе онлайн үткәрергә, бергә йыйылмаҫҡа тейеш, һәммәбеҙ ҙә онлайн эшләйбеҙ. Юғиһә, идара итеү аппаратын юғалтыуыбыҙ мөмкин», — тип өҫтәне ул.

Яҡын арала «ковидҡа ҡаршы» указға тейешле үҙгәрештәр индерелергә тейеш.

"Башинформ".

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: