+21 °С
Болотло


Сәскәле генә алъяпҡыс
Алып бирҙеләр миңә.
Әсәйемә аш өйөндә
Ярҙам итеп йөрөргә.
Ҡамыр баҫтым һалмаға,
Әсәй ярҙамы менән.
Мейескә һалғайным бәлеш,
Әҙерәк кенә көйгән.
Иң беренсе атайым
Уны ашап ҡараны.
Әсәйҙеке лә тәмле ти,
Минекен дә маҡтаны!