Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
19 Ғинуар 2022, 06:17

Шәл - затлы бүләк

Башҡорт шәле – затлы бүләк. Ул тик Башҡортостанда ғына барлыҡҡа килгән, әммә даны алыҫтарға таралған хазина. Кәзә дебетенән бәйләнгән күпереп торған йомшаҡ, йылышәл республиканың бренды тип аталыуға хоҡуҡлы. Башҡорт шәле тураһында башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә уҡый алаһығыҙ. 

Шәл - затлы бүләкШәл - затлы бүләк
Шәл - затлы бүләк
Бөгөн шәл бәйләү биҙәү-ғәмәли сәнғәтендә үҙенең лайыҡлы урынын биләй. Бындай ҙа гүзәллекте сәнғәт өлгөһө тип атарға ла мөмкин. Башҡорт шәле Башҡортостан Республикаһының Милли музейында, «Урал» галереяһының тематик күргәҙмәләрендә бар, төрлө фольклор байрамдарын биҙәй. Мәскәүҙә һәм Парижда «Тамға» күргәҙмәһе тамашасыларын таң ҡалдырған, ә Стамбул һәм Мексикала фольклор фестивалендә ҡатнашыусыларҙы шәл менән бейеүселәр әсир иткән.

Башҡорт шәлен киң танытыу йәһәтенән Башҡорт халыҡ ижады үҙәге ҙур өлөш индерә. «Башҡорт шәле» тип аталған тәүге телефильм 1992 йылда беренсе тапҡыр үткәрелгән республика күргәҙмәһендә төшөрөлгән.
Яҙма сығанаҡтарҙа башҡорт шәле тураһында тәүге тапҡыр XVIII быуатта телгә алына. Ул замандарҙа шәл тик ҡатын-ҡыҙ кейеме өлгөһө булып ҡына һаналмаған. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа эстән бер ҡат уранып йөрөр өсөн ҡулланылған. Һуғылған йәки бәйләнгән шәл уртаһына биҙәктәр һалынған ситтәр ҡушылған.
 
Тарихсылар билдәләүенсә, шәлдең меңәр йыллап тарихы бар. Сармат ҡурғандарында беҙҙең эраға тиклем V–IV быуаттарҙа археологтар Евразия боландары менән бергә йөн туҡыма ҡалдыҡтары тапҡандар. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар ерләнгән урындарҙа балсыҡтан яһалған йөн иләгестәр табылған.

Бронза дәүеренең ҡурғандарында иһә уртаһына ағас орсоҡ ҡуйылған таштан һәм һөйәктән эшләнгән йөн иләгестәр килеп сыға. Әбйәлил, Баймаҡ районы ауылдарында хәҙерге ваҡытта ла орсоҡ шәберәк әйләнһен өсөн таштан яһалған иләүес ҡулланыусылар бар.
 
— Күп кенә рус ғалим-этнографтары башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының борондан уҡ шәл бәйләү оҫталығына эйә булыуы хаҡында яҙып ҡалдырған. Көньяҡ Урал тәбиғәте үҙе үк ошондай әйбер әҙерләүгә булышлыҡ итә. Беҙҙең шәл Ырымбур шәленә нигеҙ һалған һәм һис шикһеҙ – бренд! Мин башҡорт кәзәһенә һәм шәл бәйләгән башҡорт ҡатындарына һәйкәл ҡуйыр инем! - ти яҙыусы, журналист, драматург Сәрүәр Сурина.
 
XVIII быуатта уҡ Пётр Рычков башҡорт шәленең үҙенсәлеген һиҙеп ҡалып, уның данын таратырға тырыша. 1766 йылда «Кәзә йөнө тураһында тәжрибә» тип исемләнгән тикшеренеү эше баҫтырып сығара.

Ырымбур губернаторы вазифаһында ул урындағы башҡорт халҡының кәзә дебетен ҡулланыуына һәм ул шәлдәрҙең сифатына иғтибар итә. Башҡорттарҙың дебет менән мөғәмәлә итеүенең киң таралыуы тураһында XIX быуат аҙағы – XX быуат башында Көньяҡ Урал буйлап экспедиция барышында рус археологы, антрополог Сергей Руденко ла яҙып ҡалдырған. Был килемле кәсеп менән шөғөлләнеү башҡорттар араһында киң таралыуын билдәләй ул.
 
Көньяҡ Урал кәзәһенең йөнө үҙенсәлекле – йомшаҡ, ҡалынлығы 1,5 – 3 миллиметр булһа, оҙонлоғо 4 – 6 миллиметрға етә. Башҡа өлгөләрҙе бындай сифат менән сағыштырырлыҡ түгел. Башҡорт шәленең юғары сифаты беҙҙең кәзәләрҙең тоҡомо, тәбиғәт шарттары һәм ҡырҙағы үләндәрҙең төрлөлөгө менән аңлатыла.

Урындағы шарттарҙың хәл иткес роле хаҡында XIX быуат аҙағында уҡ, бер партия кәзәләребеҙҙе Францияға күсергәс, билдәле була. Бер-ике йыл үтеүгә, тарап алынған дебет элеккесә йомшаҡ түгел һәм күпереп тормай. Бындай күренеш совет йылдарында ла ҡабатлана. Ул саҡта ла башҡорт кәзәләрен илдең төрлө урындарына күсереп ҡарағандар.
 
Урындағы тоҡомло кәзәләрҙән тарап алынған йөн (дебет) шәлде еңел һәм йылы итә. Башҡортостандың көньяҡ райондарындағы ҡайһы бер ауылдарҙа элек-электән бирнә сифатында кәзә малы ла иҫәпләнә – шәл бәйләү оҫталығы шул тиклем юғары баһалана.
 
Фото: Ильнур Хужахметов
 
Башҡорт дебет шәлебеҙ тураһында "Китап" нәшриәте ресурсында өс телдә лонгрид уҡырға мөмкин.
Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас