Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
19 Ғинуар 2022, 05:50

Өйҙән эшләүгә күсергә була

Был тәү сиратта кемдәргә ҡағыла һуң? 

Өйҙән  эшләүгә күсергә  булаӨйҙән  эшләүгә күсергә  була
Өйҙән эшләүгә күсергә була

Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәрҙе дистанцион эшкә күсерергә кәңәш бирҙе.

«Табиптарыбыҙға ярҙам итеү һәм медицина учреждениеларына йөкләмәне кәметеү өсөн хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләүгә күсерергә кәрәк. Был тәү сиратта өлкән йәштәгеләргә һәм хроник сирҙәрҙән яфаланғандарға ҡағыла», — тине ул.

Мишустин шулай уҡ дистанцион эшкә күсмәгән хеҙмәткәрҙәргә тест үткәреү кәрәклеге хаҡында ла әйтте.

Фото: spectrum-telecom.ru

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас