Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Новости
21 Января 2022, 04:05

Күңелдәр йылынып ҡалды

Шоңҡарҙар шулай уҡ "Яҙыл да, бүләк от" конкурсында приз отҡан Сәйетғәлин Марс Мөҙәрис улына бүләген дә килтергәйнеләр. Ул көндө бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы.

Күңелдәр йылынып ҡалдыКүңелдәр йылынып ҡалды
Күңелдәр йылынып ҡалды

 

Ҡыштың һыуыҡ бер көнөндә "шоңҡарҙар" менән осрашыу күңелгә йылылыҡ, дәрт өҫтәне. "Шоңҡар" журналын ҡыҙыҡлы итеп сығарыуға үҙ көстәрен, ваҡыттарын йәлләмәгән баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов, яуаплы сәркәтибе Венер Исхаҡов байымдар менән осрашыуға осоп-талпынып килеп еттеләр. Осрашыуға шулай уҡ мәктәп уҡыусылары, ауыл китапханасылары, шоңҡарҙың дуҫтары йыйылды. "Күбәләк биҙәктәре" фольклор коллективы таҡмаҡтар менән ҡаршы алғандан һуң, йәнле әңгәмә башланды. Осрашыу ике яҡ өсөн дә фәһемле булды. Шоңҡарҙар үҙҙәренең пландары, уҡыусыларға әйтелгән һүҙҙәре менән тамашасыларҙың күңелен яуланы. Сараны Байым мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары биҙәне.
Шоңҡарҙар шулай уҡ "Яҙыл да, бүләк от" конкурсында приз отҡан Сәйетғәлин Марс Мөҙәрис улына бүләген дә килтергәйнеләр. Ул көндө бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы. Шоңҡарҙарҙың автографы менән китаплы ла булдылар.
Үтемле, ҡыҙыҡлы журнал менән дуҫ булайыҡ!

#РЦНТ
#МКРБ
#Абзелилкультура
#Баимовскаямодельнаябиблиотека
#Баимовскиймногофункциональныймодельныйдомкультуры
#Шоңҡаросрашыу

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас