+22 °С
Ямғыр


Арабыҙҙан иртә киткән талантлы йырсы Вәсилә Фәттәхованың яҡты иҫтәлеге хөрмәтенә “Вәсилә Фәттәхова. Тыуған яҡ” тигән бүләктәр йыйылмаһы барлыҡҡа килгән. Был хаҡта йырсының тормош иптәше Илгиз Абдраҡипов социаль селтәрҙә хәбәр итә. Йыйылмаға башҡорт балы, тәбиғи сәйҙәр, йырсының 63 йыры ингән. Уны тамашаларҙа һатып алырға мөмкин буласаҡ.
Әйткәндәй, 26 ғинуарҙа яратҡан йырсыбыҙҙың баҡыйлыҡҡа китеүенә 6 йыл тула
. Ошо айҡанлы 25 ғинуарҙа – Стәрлетамаҡта, 26 ғинуарҙа Өфөлә иҫкә алыу концерттары үтәсәк.