Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
23 Ғинуар 2022, 11:55

Баш тәфтишсе Мазовтың эше тураһында һөйләне

Енәйәтсенең ата-әсәһе сит илгә сығып киткән. Бәлки, бының үҙ сәбәбе барҙыр...

Баш тәфтишсе Мазовтың эше тураһында һөйләнеБаш тәфтишсе Мазовтың эше тураһында һөйләне
Баш тәфтишсе Мазовтың эше тураһында һөйләне

Эдуард Сәйетов - Башҡортостан Тәфтиш комитетының айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү бүлеге етәксеһе. Артем Мазовтың эше лә шундайҙар иҫәбендә. Ул ике улы менән ғәйеп булды. Ярты йыл эҙләгәндән һуң балаларҙың кәүҙәләре генә табылды, ә Артем Мазовты һаман эҙләйҙәр.

Ул балаларын үлтереп ҡасҡан йәки үҙ-үҙенә ҡул һалған, тигән фараз бар. Психологик портрет төҙөгәндән һәм экспертизанан һуң, енәйәт ҡылыуға нимә сәбәпсе булыуы асыҡланған. Ул ҡатынын ныҡ көнләшкән.

Хәҙер уның банк иҫәптәре контролдә тотола (әгәр иҫән булһа инде), бөтә ҡунаҡханалар тикшерелә, бер ниндәй ҙә һөҙөмтә юҡ.

Енәйәтсенең ата-әсәһе сит илгә сығып киткән, бер яҡтан, бының сәйер тойолоуы мөмкин, ләкин хәҙер уларҙы республикала бер нимә лә тотмай, икенсе яҡтан, уларға бында бик ҡыйын.

Бында балаларҙы үлтереү хаҡында һүҙ барғанлыҡтан, тикшереү Мазовты йәки уның мәйетен тапҡансы дауам итергә тейеш.

Енәйәтсене 20 йылдан һуң тапһалар ҙа, ул яуаплылыҡҡа тарттырыла.

Башҡортостаным яңылыҡтары.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас