+22 °С
Ямғыр
Бер ханым, мине һайлаһағыҙ шуны эшләрмен, быны хәл итермен тип йөрөп-йөрөп тә депутатлыҡҡа үтә алмағас, бик ныҡ ҡайғыра. Әхирәте осратып хәл-әхүәлен һорашҡас:
–Ҡуй, һорама ла инде, насар, – ти.
–Нисек инде насар? Эшләгән эшең һәйбәт, һаулығыңа ла зарланырлыҡ түгел, шикелле.
– Депутатлыҡҡа үтә алманым бит, – ти ул иларға етешеп. – Депутат булып китһәм, коттедж һалдырырмын, балаларға ярҙам итермен тип уйлағайным, килеп сыҡманы, үтә алманым, –тип хәсрәтен һөйләй.
Фото: vdvbezheck.ru