Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
25 Ғинуар 2022, 03:05

«Ғүмер ҡоралым – ҡурай»

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Рушан Биктимеров тыуған көнөн билдәләй. Рушанды ғүмер байрамы менән тәбрикләп, ғаилә бәхете, моңдары менән халҡыбыҙҙы тағы ла оҙон оҙаҡ ҡыуандырып йәшәүен теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

«Ғүмер ҡоралым – ҡурай»«Ғүмер ҡоралым – ҡурай»
«Ғүмер ҡоралым – ҡурай»

Әбйәлил егете Рушан Биктимеров Башҡортостандың иң танылған ҡурайсыларының береһе. Һәр саҡ уға таяныс, өлгө булған ағаһы Радик ҡустыһының ҡурай менән мауығып, көпшә һыҙғыртып йөрөгәнен күрә, һәм, студент саҡта бергә уҡып йөрөгән бер төркөм ҡурайсы дуҫ егеттәре менән ауылға ҡайтып, бергәләп Рушанға ҡурай уйнау серҙәрен төшөндөрә. «Ҡарабай» уның иң беренсе уйнаған көйө була. Алдан юл һалыусы ағай барында, Рушанға аптырап торорға түгел инде, ярайһы уҡ оҫта итеп ҡурайҙа уйнап, һәр төрлө сараларҙың йөҙөк ҡашы булып йөрөгән егет Радик ағаһы эргәһенә, Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегенә килә. Махсус белем алып, әрме бутҡалары ашап ҡайтҡас, хеҙмәт юлын да ул ағаһы эргәһендә, Учалыла башлап ебәрә. Башҡорт дәүләт филармонияһының Нефтекама филиалында аккомпаниатор-концертмейстер булып эшләгән осоронда ул үҙенең тормош юлдашы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венера Рәхмәтуллина менән танышып, ғаилә ҡороп ебәрәләр. Көс-дәрт ташып торған йәш ғаилә ҙурыраҡ офоҡтар яулар өсөн баш ҡалаға юллана. «Йәдкәр» фольклор ансамблендә илһамланып ижад итә. Һуңғараҡ инде ағаһы Радик Вәлмөхәмәтовтың «Ихлас» эстрада төркөмөн һәм Артур Туҡтағолов етәкләгән «Далан» эстрада төркөмөн ҡурай моңдары менән биҙәй.

Рушандың ҡурайҙа виртуоз уйнауы күп төрлө республика һәм дәүләт кимәлендәге конкурстарҙа, фестивалдәрҙә юғары баһалана. Ишмулла Дилмөхәмәтов һәм Ғата Сөләймәнов исемендәге ҡурайсылар бәйгеләрендә бер нисә тапҡыр 1-се урынды яулай.

«Ҡурайсы һәм йырсы бергә булһасы…» һәм «Башкирские, русские и зарубежные мелодии» тип аталған ике DVD-альбом сығара виртуоз-ҡурайсы.

Күптән түгел генә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Рушан Биктимеровтың концерты уҙҙы. «Ғүмер ҡоралым – ҡурай» тип аталған тамаша артистың 45 йәшлек юбилейына һәм ижад эшмәкәрлегенең 25 йыллығына арналды. Рушан Биктимеров тамашасыларын башҡорт халыҡ көйҙәрен, композиторҙар әҫәрҙәрен, донъя шлягерҙарын уйнап һөйөндөрҙө. Зал тулы тамашасы Рушандың һәр бер сығышын көслө алҡыштар менән оҙатты.

«Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралында уйнау өсөн, уның серенә төшөнөргә кәрәк», – ти халыҡ артисы Рушан Биктимеров. Оҫталыҡҡа ирешеү күпме көс, ваҡыт киткәнен ҡурайсы үҙе генә беләлер. Ғөмүмән, тырышлыҡ бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай. Үҙ иңдәре менән юл ярып, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын арттырып, арымай-талмай сәнғәткә, мәҙәниәткә хеҙмәт итеүсе өс бер туған Рушан, Радик һәм Фатиманың уңыштары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана Әбйәлилдәр. Тыуған ерҙән һут алған, илһам тиргән, нурға тулған йондоҙҙар бит улар.

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас