Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
26 Ғинуар 2022, 13:35

Үҙеңде улым алмаған булһа

"Ҡара әле, кеше балаһына алған, ә үҫтергән әсәһенә юҡ. Шулай була тиме. Былай ҙа эш хаҡын тулыһынса шул йолҡошҡа биреп тора", - тип эстән уйланы.

Үҙеңде  улым алмаған булһаҮҙеңде  улым алмаған булһа
Үҙеңде улым алмаған булһа

Әсҡәт һуң ғына өйләнде. Улы кәләш алмаҫ элек:

- Күгәрсенем, ҡасан ғына килен алып ҡыуандыраһың инде, үҙ ҡыҙым кеүек кенә күреп, өрмәгән ерҙәргә ултыртмаҫ инем, - тип өҙөлгән Миңниса әбей тәүге көндәрҙән үк Хәмиҙәгә яҡты сырай күрһәтмәне. Килененең шат йылмайып йөрөүен, берәй яңы кейем алып кейеүен күрһә лә, әллә ҡалай була ла ҡуя. Улын киленәнән көнләшә ине ул.

Бер көндө магазинда торалар. Килене эре барсалы яңы матур күлдәген кейеп килгән. Ауыл кешеһенең ни, эсендәге - тышында. Ҡайһыһы ҡайҙан алыуын төпсөнә, икенсеһе тауары ниндәй, тип, тотоп-тотоп ҡарай.

- Ирем Өфөнән тыуған көнөмә алып ҡайтты,- тине Хәмиҙә шат йылмайып.

- Харап килешеп торасы үҙеңә.

- Һинең өсөн генә теккәндәрҙер ул.

- Йылы тәнеңдә туҙһын!

Бисә-сәсәнең сутырлашыуына бер ситтәрәк ҡолаҡ һалып торған Миңниса әбейгә был етә ҡалды. Ҡайһылай эре ҡылана, хәстрүш, үҙеңде минең улым алмаған булһа, бындай аллы-гөллө кейемдәрҙе төшөңдә лә күрмәҫ инең! Әллә кем балаһы тиерһең. Әбей эстән ҡара янды. "Ҡара әле, кеше балаһына алған, ә үҫтергән әсәһенә юҡ. Шулай була тиме. Былай ҙа эш хаҡын тулыһынса шул йолҡошҡа биреп тора", - тип эстән уйланы. Бер нисә көндән улы әсәһенә лә шундай уҡ күлдәк алып ҡайтты.

Хоҙай Миңниса әбейҙең килененә лә, улына ла оҙон ғүмер бирмәгән. Алтмышы тулыр-тулмаҫтан Хәмиҙә апай, унан бер нисә

йылға һуңғараҡ ире Әсҡәт ағай гүр эйәһе булды. Балалары икеһенә лә һәйкәл эшләтеп ҡуйҙы. Төрлө йылдарға тура килгәнгәме, оҫтаһы икенсе булдымы, Хәмиҙә апайҙың һәйкәле иренекенән ҡалҡыуыраҡ ине. 

Ейән-ейәнсәрҙәре ауылды, инде туҡһанын ваҡлаған өләсәйҙәренә юлды һыуытманы. Инде ҡартайыуына, хәтере насарланыуына зарланған әбей әйләнгән һайын бер нәмәне генә:

-Үлеп-нитем китһәм, эте-бете көлөрлөк булмаһын, миңә лә ыштубы памятник эшләтегеҙ, түлке әсәйегеҙҙеке һымаҡ матур булһын! - тип тылҡырға онотманы. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас