Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
30 Ғинуар 2022, 03:20

Үҙе шағир, үҙе йырсы

Сибай ҡалаһында йәшәгән үҙе шағир, үҙе йырсы Фәнис Сирбаев тыуған көнөн билдәләй. Ҡәләмдәшебеҙҙе ғүмер байрамы менән ҡотлап, сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Үҙе шағир, үҙе йырсыҮҙе шағир, үҙе йырсы
Үҙе шағир, үҙе йырсы

Атла

Күргәнегеҙ бармы, ҡара күктә,
Торналарҙың илап киткәнен?
Ҡара көҙҙә өшөп, ҡалтыранып,
Ағастарҙың япраҡ һипкәнен? 

Күргәнегеҙ бармы, яҙғы таңда,
Торналарҙың йырлап ҡайтҡанын?
Ағастарҙың, татлы һуты ташып,
Аҡ сәскәләр ярһып атҡанын...

Ауыр саҡтар түгел мәңгелеккә —
Сабырлыҡтың төбө алтындыр!
Бөгөн өшөп-туңған йөрәктәргә,
Килер көндәр — һөйөү, ялҡындыр!

Тик шуныһы... Көҙҙәр ҡабатлана... 
Яумаҫ, тимә, ҡабат ямғырҙар.
Торналарҙай, йәрҙәр китмәҫ, тимә,
Ҡалмаҫ, тимә, илап яңғыҙҙар.

Күргәнегеҙ бармы, ҡай берәүҙең
Һаман-һаман ниҙер көткәнен?
Башлай алмай, етеп аҙағына,
Көтмәгәндә һүнеп, киткәнен...

Йәшәйектәр һәр көн, һәр минутта!
Үҙ итәйек көҙөн, яҙын да!
Ҡоланыңмы? Тор ҙа, әйҙә! Атла!
Бер йылмай ҙа, әҙ-мәҙ ҡағын да!

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас